Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЮЗИЕВ Нил Ғафур улы

ЮЗИЕВ Нил Ғафур улы (10.1.1931, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Ямаҙы а. — 11.9.1996, Ҡазан, ТР‑ҙың Сасмак а. ерләнгән), әҙәбиәт белгесе. ТР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1992), филол. ф. д‑ры (1976). ТАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1981). И.Ғ.Юзиевтың ағаһы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1953) Ҡазанда эшләй: 1956 й....

ЮЗИЕВ Илдар Ғафур улы

ЮЗИЕВ Илдар Ғафур улы (3.1.1933, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Ямаҙы а. — 21.12.2004, Ҡазан), шағир, драматург. ТР‑ҙың халыҡ шағиры (1993). РСФСР‑ҙың (1983) һәм ТАССР‑ҙың (1979) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Н.Ғ. Юзиев­тың ҡустыһы. 1950—54 йй. Ҡазан пед. ин‑тында уҡыған, М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары...

ЮЖНЫЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ЮЖНЫЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Октябрьский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 89 кеше; 1989 — 252; 2002 — 283; 2010 — 263 кеше. Башҡорттар,­ урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Октябрьский урта мәктәбе филиалы) бар. Ауылға...

ЮЖНЫЙ УРАЛ, ҡытай шыҡтымы сорты

ЮЖНЫЙ УРАЛ, ҡытай шыҡтымы сорты. 20 б. 60‑сы йй. Л.С.Новикова (Ботаника баҡсаһы; ҡара: Ботаника­ баҡса‑институты) тарафынан Amabilis Superbissima һәм Avalanche сорттарын гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарыла. Йыш ултыртылған аҙ япраҡлы ҡыуаҡ, бейеклеге 80 см тиклем. Һабағы нәҙек, антоциан төҫөндә. Япрағы...

ЮДИН Александр Владимирович

ЮДИН Александр Владимирович (28.11.1934, Өфө — 28.6.2010, Мәскәү), рәссам. РФ Рәссамдар союзы ағзаһы (1968). Пенза художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1962) Өфөлә, 1975 й. алып Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Ю. тәүге эштәренә фәлс. йүнәлеш, образдар экспрессияһы хас: “Йыр” (1967), “Юрий Смирнов иҫтәлегенә”,...

ЮДА, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ЮДА, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бәҙрәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 7 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Элиныш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 333 кеше; 1920 — 494; 1939 — 399; 1959 — 354; 1989 — 209; 2002 — 196; 2010 — 186 кеше....

ЮҒАРЫ ҮТКӘРЕҮСӘНЛЕК

ЮҒАРЫ ҮТКӘРЕҮСӘНЛЕК, ҡайһы бер химик элементтарҙың, берләшмәләрҙең һәм иретмәләрҙең критик т‑ранан түбәнерәк һыуытыу ваҡытында электр тогына ҡаршылығы булмау хәленә күсеү күренеше. Матдәләрҙең критик т‑ралары төрлө була (ҡайһы бер керамик материалдар өсөн ул 100 К юғарыраҡ). Магнит ҡырының Ю.ү. хәлендәге...

ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫНАН ҺУҢ БЕЛЕМ АЛЫУ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫНАН ҺУҢ БЕЛЕМ АЛЫУ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, юғары­ белеме булған кешеләрҙең квалификацияһын күтәреүгә тәғәйенләнгән белем биреү учреждениелары. РФ‑тың “Мәғариф тураһында” (1992), “Юғары һәм юғары уҡыу йорттарынан һуң профессиональ белем алыу тураһында” (1996) закондарына ярашлы эшләй. Юғары...

ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫ

ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫ (вуздар), халыҡ хужалығының, фән һәм мәҙәниәттең төрлө тармаҡтары өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү м‑н шөғөлләнгән махсус учреждениелар. Вуздарға академиялар, институттар, университеттар инә. Статус тармаҡҡа, ойоштороу‑хоҡуҡ формаһына, дәүләт аккредитацияһы булыу‑булмауына...

ЮҒАРЫ ТЕМПЕРАТУРАҒА СЫҘАМЛЫ ПОЛИМЕРҘАР

ЮҒАРЫ ТЕМПЕРАТУРАҒА СЫҘАМЛЫ ПОЛИМЕРҘАР. Эксплуатация үҙсәнлектәрен 250—300°С тиклем һаҡлайҙар. Юғары т‑раға (юғары т‑рала деструкцияға тотороҡло), йылылыҡҡа (механик йөкләнешкә деформацияһыҙ) сыҙамлылыҡ хас, улар полимер тибына, уларҙағы химик бәйләнештәрҙең ныҡлығына, кристаллик структураның дефекттарына,...

ЮҒАРЫ СУД

ЮҒАРЫ СУД, суд ­власының федераль органы. РФ Конституцияһына, федераль конституцион закондарға, башҡа ҡануниәт акттарына ярашлы эшләй. 1923 й. ғин. Башҡ. республикаһында РСФСР‑ҙың Юғары трибуналы бүлексәһе, Башҡ. халыҡ судьялары советы (1920—22), Башҡ. революцион трибуналы (1919—22) һәм Өфө губ. революцион...

ЮҒАРЫ СПОРТ ОҪТАЛЫҒЫ МӘКТӘБЕ,

ЮҒАРЫ СПОРТ ОҪТАЛЫҒЫ МӘКТӘБЕ, БР дәүләт учреждениеһы, төрлө халыҡ‑ара ярыштарҙа, Олимпия ­уйындарында, Паралимпия­уйындарында һәм Сурдлимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн юғары класлы спортсылар, РФ, БР йыйылма командалары һәм милли олимпиада командаһы ағзалары әҙерләү м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. 1946...

ЮҒАРЫ СОВЕТ

ЮҒАРЫ СОВЕТ, БР‑ҙа 1938—95 йй. дәүләт власының юғары органы. СССР һәм РСФСР ҡануниәтенә, 1937 й. һәм 1978 й. БАССР Конституцияһына ярашлы эшләгән, БАССР ҡарамағындағы бөтә мәсьәләләрҙе хәл итергә хоҡуҡлы булған. Башҡортостан­ үҙәк­ башҡарма­комитетының­ хоҡуҡ вариҫы. ЮС‑ҡа тәүге һайлауҙар 1938 й. 26...

ЮҒАРЫ МОЛЕКУЛЯР БЕРЛӘШМӘЛӘР ХИМИЯҺЫ

ЮҒАРЫ МОЛЕКУЛЯР БЕРЛӘШМӘЛӘР ХИМИЯҺЫ, полимерҙар­ҙыңсинтезын, төҙөлөшөн, үҙсәнлектәрен һәм ҡулланылышын өйрәнгән химия бүлеге. Аналитик­ химия, коллоидтар­ химияһы, материалдарҙы өйрәнеү ғилеме, органик­булмаған­ химия, органик­ химия, полимерҙар физикаһы, физик­химия, химик­ технология, нефть ­химияһы...

ЮҒАРЫ БЕЛЕМ

ЮҒАРЫ БЕЛЕМ, вузда тулы урта­белем нигеҙендә алынған проф. белемдең юғары кимәле. Ю.б. бурыстары: шәхестең, соц. берлектең интеллектуаль, рухи һәм әхлаҡи үҫеш­тәге ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү; йәмғиәттең соц. структураһын яңыртыу һәм үҙгәртеү, фәнни тикшеренеүҙәр һәм уҡытыу ярҙамында фәндәрҙе һәм сәнғәттәрҙе...

ЮБИЛЕЙНЫЙ, ҡылсыҡһыҙ ваҡ­ күс­терә сорты

ЮБИЛЕЙНЫЙ, ҡылсыҡһыҙ ваҡ­ күс­терә сорты. 2000 й. З.М. Шәрипҡолова, Р.Й.Ғәлимуллин, С.Е. Колесников, Н.И.Колюкаева, Н.В.Руднев (БНИИСХ) тарафынан 11 сортты яңынан ирекле һеркәләндереп яһалма булдырылған ҡатмарлы гибрид популяциянан индивидуаль‑ғаилә һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Күп һабаҡлы ҡыуаҡ....

ЮБИЛЕЙНЫЙ, виноград сорты

ЮБИЛЕЙНЫЙ, ашау өсөн сығарылған виноград сорты. 1999 й. Л.Н.Стре­ляева, Н.В.Майстренко, М.Ғ.Әбдиева (БНИИСХ) тарафынан Мадлен Анжевин һәм Маленгр ранний сорттарын һеркәләндереү ысулы м‑н сығарыла. Уртаса бейеклектәге ҡыуаҡ. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, өс һәм биш айырсалы, ныҡ теленгән, бер аҙ төклө. Сәскәһе...

ЮБИЛЕЙНЫЙ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ЮБИЛЕЙНЫЙ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, БР‑ҙа иң ҙур ятҡылыҡ, Хәйбулла р‑нында урынлашҡан. 1966 й. Башҡ‑н терр. геол. идаралығы тарафынан асыла. Магнитогорск­ мегасинклинорийының көнбайыш өлөшөндә, аҫҡы девон эффузивтарынан торған шына һымаҡ тектоник блоктың күсәре буйлап Һамар гравитация максимумының төньяҡ‑‑көнбайыш...