Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯҠУПОВ Радик Ғиззәт улы

ЯҠУПОВ Радик Ғиззәт улы [31.12. 1935, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Ибрай а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) – 22.2.2011, Өфө], инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1986), проф. (1987). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 100‑сө почта йәшнигенең Тәж.‑кон­структорлыҡ бюроһында (1961 й. алып...

ЯҠУПОВ Назим Мөхәмәтйән улы

ЯҠУПОВ Назим Мөхәмәтйән улы [7.7.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Ҡарасайылға а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 20.2.2009, Одесса ҡ.], капитан (1956), тарихсы. Советтар Союзы Геройы (1957). Тарих ф. д‑ры (1970), проф. (1972). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1987). Венгрияла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы...

ЯҠУПОВ Мансур Ҡалтай улы

ЯҠУПОВ Мансур Ҡалтай улы (17.9. 1939, Сталинград өлк. Яңы Урусовка а. – 27.9.1973, Өфө), рәссам. Рәс­самдар­союзы ағзаһы (1968). Абрамцево художество‑сәнәғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Хотьково ҡ., 1962) Пенза ҡ. эшләй. 1965 й. алып РСФСР Художество фондының Башҡ‑н бүлексәһе (Өфө) рәссамы. Башҡортостандың...

ЯҠУПОВ Ғилман Ғирфан улы

ЯҠУПОВ Ғилман Ғирфан улы [20.3. 1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Иҫке Сибай а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 11.2.2012, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1956). 1942—43...

ЯҠУПОВ Вил Сәйҙел улы

ЯҠУПОВ Вил Сәйҙел улы (24.9.1927, Өфө — 26.3.2011, Яҡутск), геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1968), проф. (1977). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1992). ЛДУ‑ны тамамлаған (1951). 1952 й. алып СССР Металлургия сәнәғәте министрлығындағы Дальстройҙың Үрге Индигир район геол.‑разведка идаралығында геофизика...

ЯҠУП, У р т а у ы л, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ЯҠУП, У р т а у ы л, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Иҫке Аҡбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 79 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 579 кеше; 1920 — 650; 1939 — 470; 1959 — 398; 1989 — 299; 2002 — 273; 2010...

ЯҠУП, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ЯҠУП, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Матвеев а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 71 км алыҫлыҡта Алдауыш й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 402 кеше; 1920 — 245; 1939 — 276; 1959 — 277; 1989 — 164; 2002 — 151; 2010 — 130 кеше. Татарҙар, баш­ҡорттар...

ЯҠУП, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ЯҠУП, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Шайтан й. (Оло Юшатыр й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 674 кеше; 1920 — 569; 1939 — 537; 1959 — 317; 1989 — 400; 2002 — 386; 2010 — 322 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ЯҠУП, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ЯҠУП, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Килем а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 30 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 451 кеше; 1920 — 556; 1939 — 605; 1959 — 495; 1989 — 392; 2002 — 354; 2010 — 312 кеше. Баш­ҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ЯҠУП ТОҘЛО ҺЫУ СЫҒАНАҒЫ

ЯҠУП ТОҘЛО ҺЫУ СЫҒАНАҒЫ, Яҡут тоҙло һыу сығанағы, тәбиғәт­ ҡомартҡыһы (1965). Көйөргәҙе р‑ны Яҡут а. төньяҡҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта Ҡаҙлайыр й. (Һаҡмар й. басс.) һул ярында урынлашҡан. Күл (диам. 20 м, тәрәнлеге 1 м) барлыҡҡа килтереүсе бер нисә сығышы (90 м һуҙымында) булған минераль­ һыу­сығанағы....

ЯҠУП ТЕЛӘҮЕМБӘТОВ

ЯҠУП ТЕЛӘҮЕМБӘТОВ, Крәҫтиән­дәр­  һуғышында­(1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер­д аруғаһының Мырҙалар улусы Ахун а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) башҡорто. 1773 й. дек. аҙ. башҡорт командаһы башында Салауат­ Юлаев отрядына ҡушыла, 1774 й. ғин.—нояб. Пермь провинцияһы һәм Өфө­ провинцияһының...

ЯҠУП ибн НОҒМАН

ЯҠУП ибн НОҒМАН әл ‑Болғари, тарихсы, ҡазый. Имам әл‑Харамайн әл‑Джувайниҙың уҡыусыһы. Биографияһы т‑да документаль мәғлүмәттәр юҡ, Р.Ф.Фәхретдиновтың­ мәғлүмәттәре б‑са, 1165 й. вафат була. “Ислам энциклопедияһы”нда (“Энциклопедия Ислама”; Истанбул, 1942) Я.и.Н. билдәле башҡорт ғалимдарының береһе...

ЯҠТЫКҮЛ, Мауыҙҙы, Урал й. басс. күл

ЯҠТЫКҮЛ, Мауыҙҙы, Урал й. басс. күл, Башҡортостанда иң тәрән күл, тәбиғәт­ ҡомартҡыһы (1965). Әбйәлил р‑ны Асҡар а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 28 км алыҫлыҡта Башҡортостандың­ Урал­ аръяғының урта өлөшөндәге Ҡотоҡай (664 м), Ҡараңғылыҡ (620 м) түбәләре һәм Яманҡая һыртының армыттары араһында урынлашҡан....

ЯҠТЫКҮЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ЯҠТЫКҮЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Өйәҙән й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 230 кеше; 1959 — 201; 1989 — 131; 2002 — 100; 2010 — 89 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б....

ЯҠТЫКҮЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ЯҠТЫКҮЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 33 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Яҡтыкүл күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 425 кеше; 1989 — 477; 2002 — 439; 2010 — 418 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Яҡтыкүл” шифаханаһында эшләй....

ЯКУТОВ Иван Степанович

ЯКУТОВ Иван Степанович [20.6. 1868, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Королёв а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны) — 7.11.1907, Өфө], революция хәрәкәтеэшмәкәре. Өфө ҡала мәхәллә уч‑щеһын тамамлаған (1881). 1898 й. алып Өфөлә социал‑демократик төркөм ағзаһы. Өфө т. юл оҫтаханаларында (ҡара: Өфө ­тепловоздар­ ремонтлау­ за­воды)...

ЯКУТОВ И.С. ИСЕМЕНДӘГЕ ПАРК

ЯКУТОВ И.С. ИСЕМЕНДӘГЕ ПАРК, ЯСЙ. Өфөлә урынлашҡан (Ленин урамы, 65/3). Майҙаны — 12 га. 1903 й. Өфө полицмейстеры Г.Г. Бухартовский инициативаһы б‑са халыҡ айыҡлығы паркы урынында халыҡҡа күңел асыр өсөн сквер булараҡ ойошторола, 1918 й. И.С.Якутов исеме бирелә, 1936 й. алып Балалар мәҙәниәт һәм ял...

ЯКУНИН Кузьма Петрович

ЯКУНИН Кузьма Петрович (яҡынса 1732 — 1808), Әүжән‑Петровск­ заводтарында­ эшләгән­ заводҡа­ берке­телгән ­крәҫтиәндәрҙән ­Уложенный комиссия­ депутаты. Ҡазан­ губерна­һының Иҫке Мәзин а. дәүләт­ крәҫтиәндәренән. ­Комиссияға завод эштәре күләмен кәметеү, эш хаҡын арттырыу, завод хакимиәтенең власты...

ЯКУБСОН Арон Карлович

ЯКУБСОН Арон Карлович (1896, Смоленск ҡ. — 1976, Новосибирск ҡ.), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (1939), проф. (1939). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү ун‑тын тамамлағандан һуң (1919) РККА‑ла хәрби табип булып хеҙмәт итә, 1923 й. башлап Смоленск мед. ин‑тының тире һәм венерик ауырыуҙар клиникаһында...

ЯКТАШ, судан­ үләне сорты

ЯКТАШ, судан­ үләне сорты. 1994 й. Ф.Х.Лоҡманова, Р.Ә.Биктимеров, Н.М.Кәбирова, Р.М.Шәрипова, Ә.Х. Шакирйәнов (БНИИЗиС) тарафынан тиҙ өлгөрә торған продуктив шәкәр соргоһының Кинельское 3 һәм судан үләненең Чишминская­ ранняя сорттарын яңынан ирекле һеркәләндереү ысулы м‑н сығарыла. Һабағы төҙ, нәҙек,...