Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯКОВЛЕВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ЯКОВЛЕВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Татырүҙәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 85 км алыҫлыҡта Янғыс й. (Таналыҡ й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 82 кеше; 1920 — 168; 1959 — 265; 1989 — 291; 2002 — 337; 2010 — 301 кеше. Башҡорттар, урыҫтар...

ЯКОВЛЕВКА АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

ЯКОВЛЕВКА АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Сармат ­мәҙәниәте археологик ҡомартҡылар төркөмө. Б.э.т. 5—1 бб. ҡарай. Хәйбулла р‑ны Яковлевка а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 0,6—2,8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1945 й. Б.А.Коишевский тасуирлаған, 1989 й. Ю.А.Морозов, 1994—95 йй. В.К.Фёдоров һәм В.Н. Васильев (7 ҡурған), 2009...

ЯКОВЛЕВА Марина Петровна

ЯКОВЛЕВА Марина Петровна (26.7. 1965, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1988) Органик химия ин‑тында эшләй (1999 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре монотерпен лактондар, аҙ молекулалы биокөйләгестәр химияһына арналған. Я. тарафынан нефтехимия (тетрагидропиран,...

ЯКОВЛЕВА Людмила Викторовна

ЯКОВЛЕВА Людмила Викторовна (6.7.1958, Арзамас ҡ.), педиатр, балалар кардиологы. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2014). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) 1985 й. тиклем Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй. 1991 й. алып БДМУ‑ла (2010 й. башлап дипломдан...

ЯКОВЛЕВА Евгения Андреевна

ЯКОВЛЕВА Евгения Андреевна (13.11.1946, Белорус ССР‑ы Селец а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2009), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1970). 1971 й. алып БДПУ‑ла эшләй: 2002—07 йй....

ЯКОВЛЕВ Михаил Егорович

ЯКОВЛЕВ Михаил Егорович (25.3. 1952, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Лис­товка а.), спортсы. Дзюдо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1992), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2003). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2001). А.Г.Яковлевтың ағаһы. “Буревестник” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (грек‑рим­ көрәше б‑са тренерҙары...

ЯКОВЛЕВ Иван Яковлевич

ЯКОВЛЕВ Иван Яковлевич (13.4. 1848, Сембер губ. Кошки‑Яңы Тимбай а. — 23.10.1930, Мәскәү), педагог‑мәғрифәтсе, яҙыусы. Действительный статский советник (1904). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1875). 1868 й. алып үҙе асҡан Сембер сыуаш уҡытыусылар мәктәбендә уҡыта (1903—19 йй. мөдир), бер үк ваҡытта 1875—1903...

ЯКОВЛЕВ Владимир Валентинович

ЯКОВЛЕВ Владимир Валентинович (15.4.1946, Свердловск ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2002). ӨАИ‑ны тамамлаған (1971). 1969 й. алып БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында эшләй: 1976 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1988 й. — бүлек...

ЯКОВЛЕВ Виктор Николаевич

ЯКОВЛЕВ Виктор Николаевич (25.7 1951, Өфө), актёр. РФ‑тың атҡ. артисы (2006).1969—71йй.ӨДСИ‑лә уҡыған (П.Б.Харлип курсы). ГИТИС‑ты тамамлаған (1975; В.А.Вронская курсы). 1977 й. алып “Юбилейный” мәҙәниәт һарайының (Өфө) “Товарищ” халыҡ театры реж. — етәксеһе, 1979 й. — А.С.Пушкин ис. Псков драма театры...

ЯКОВЛЕВ Валериан Иванович

ЯКОВЛЕВ Валериан Иванович (2.5. 1932, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Аделькин а.), инженер‑механик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1984), проф. (1992). Харьков авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1956) 39‑сы з‑дта (Иркутск ҡ.), 1959 й. алып РФА Себер бүлексәһенең С.А.Христианович ис. Теоретик һәм ғәмәли механика ин‑тында...

ЯКОВЛЕВ Анатолий Георгиевич

ЯКОВЛЕВ Анатолий Георгиевич (2.10.1958, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Листовка а.), спортсы. Самбо б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1985). М.Е.Яковлевтың ҡустыһы. БАХИ‑ны (1984), Урал физик культура акад. (1998) тамамлаған. “Урожай” ДСО‑һы һәм 6‑сы “Геркулес” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Ю.Е.Филиппов)....

ЯКОВЛЕВ Алексей Александрович

ЯКОВЛЕВ Алексей Александрович (29.3.1923, Өфө — 5.4.1990, шунда уҡ), лётчик, капитан (1946). Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған (1942). Өфө паровоздар ремонтлау з‑дында эшләй. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. ғин. башлап...

ЯКОБИ Иван Варфоломеевич

ЯКОБИ Иван Варфоломеевич, Я к о б и й И.В. (1726—1803, С.‑Петербург), дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Инфантериянан генерал (1797). 1768—74 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Ҡоро ер шляхта кадет корпусын тамамлаған (С.‑Петербург, 1747). 1747—76 йй. рус армияһында. 1776 й. алып Әстерхан губернаторы, 1781...

ЯКИМ БЕКБОВОВ

ЯКИМ БЕКБОВОВ, Б е к б о к о в, Өфө провинцияһы типтәрҙәре һәм дәүләт ­крәҫтиәндәренән (мариҙарҙан һәм удмурттарҙан) Уложенный комиссия депутаты. Уҫы ­даруғаһы Бәҙрәшбаш а. типтәре. Комиссияға керҙәштәрҙе индергән өсөн башҡорт­тарға­оброк түләүҙе бөтөрөү, һалым­ һәм ­йөкләмәләрҙе кәметеү, туй мәһәрен...

ЯЙЫҠ”, ижт.‑сәйәси гәзит.

“ЯЙЫҠ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Яйыҡ” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. 1991 й. ғин. алып Учалы ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр башҡорт телендә сыға. Учалы ҡ. һәм Учалы р‑нының ижт.‑сәйәси, соц.‑иҡт. һәм мәҙәни тормошон яҡтырта. Тәрж.­...

ЯЙЫҠ, “Урал ­батыр” эпосы персонажы

ЯЙЫҠ, “Урал ­батыр” эпосы персонажы, Урал ­батырҙың өлкән улы. Я. теге донъя м‑н бәйле, уның әсәһе – Ҡатилдың ҡыҙы. Эпоста Я. 8 йәшендә килеп сыға, был календарь символикаһына бәйле, тип фараз ителә. Әсәһе, улын Урал батырға ебәргәндә, үҙе тере һыу ярҙамында терелткән 4 батырҙы уға ярҙамға бирә. Атаһы...

ЯЙЫҠ КАЗАК ҒӘСКӘРЕ, ҡара: Урал ­казак­ ғәскәре.

ЯЙЫҠ КАЗАК ҒӘСКӘРЕ, ҡара: Урал ­казак­ ғәскәре.

ЯЙЫҠ ЙӘШЕРЕН КОМИССИЯҺЫ

ЯЙЫҠ ЙӘШЕРЕН КОМИССИЯҺЫ, 1772 й. Яйыҡ казактары ихтилалы һәм Крәҫтиәндәр­ һуғышы­ (1773—75)­ осоронда Рәсәйҙәге тәфтиш һәм суд учреждениеһы. Генерал‑майор П.С.Потёмкин ҡарары б‑са 1774 й. 8 авг. Ырымбур­ йәшерен­ комиссияһы ҡарамағындағы күсмә тәфтиш орган булараҡ ойошторола. 1772 й. һәм 1774 й. әсиргә...

ЯЙЛА

ЯЙЛА (фр. plateau), бер аҙ бүлгеләнгән тигеҙ йәки убалы‑түбәле йөҙҙән торған тәпәш яҫы­таулыҡ. Баш­ҡортостандың­Урал­алдыныңтөнь­яҡ‑көнсығышында Өфө ­яйлаһы, Баш­ҡортостан­( Көньяҡ)­ Уралының көнь­яғында Йылайыр­ яйлаһы урынлашҡан, уларға ныҡ йырғыланған денудация‑эрозиялы рельеф,тәрәнборолмалы үҙәндәр...

ЯЙҠАР, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ЯЙҠАР, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 75 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 237 кеше; 1920 — 266; 1939 — 183; 1959 — 150; 1989 — 156; 2002 — 187; 2010 — 157 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...