Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒАФУРОВ Мадрил Абдрахман улы

ҒАФУРОВ Мадрил Абдрахман улы (10.5.1936, БАССР-ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), журналист. Филос. ф. канд. (2010). БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Журналистар союзы ағзаһы (1957). М.А.Ғафуровтың ҡустыһы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1964) Өфөлә эшләй: ВЛКСМ Башҡ‑н өлкә ком‑тының, 1966 й. алып “Ленинец”...

ҒАФУРИ, Бүздәк р-нындағы ауыл

ҒАФУРИ, Бүздәк р-нындағы ауыл, Ғафури а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 790 кеше; 1959 – 876; 1989 – 683; 2002 – 641; 2010 – 609 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ...

ҒАФУРИ РАЙОНЫ

ҒАФУРИ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Архангел, көнсығышта — Белорет, көньяҡта — Ишембай, көнбайышта — Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, төньяҡ‑көнбайышта Ҡырмыҫҡалы р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Красноусол р‑ны булараҡ ойошторола, составына Стәрлетамаҡ кантоны улустары инә. 1940 й....

ҒАФУРИ Мәжит

  ҒАФУРИ Мәжит [Ғафуров Ғәбделмәжит (Абдулғафуров Абдулмәжит) Нурғәни улы], 20.7.1880, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Еҙем-Ҡаран а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 28.10. 1934, Өфө, В.И. Ленин ис. паркта ерләнгән], яҙыусы. БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1923). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). “Рәсүлиә” (1898), “Мөхәмәҙиә”...

ҒАФУРИ М. МЕМОРИАЛЬ ЙОРТ-МУЗЕЙЫ

ҒАФУРИ М. МЕМОРИАЛЬ ЙОРТ-МУЗЕЙЫ. 1964—2000 йй. Милли музей, 2001 й. алып Милли әҙәби музей филиалы. Өфөлә урынлашҡан. М.Ғафури 1923—34 йй. йәшәгән йортта 1948 й. ойошторола. Музей фондында 1,7 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. М.Ғафуриҙың шәхси әйберҙәре: пианино, көмөш портсигар, СССР Яҙыусылар союзы...

ҒАФУРИ М. ИСЕМЕНДӘГЕ ҮҘӘК МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ПАРКЫ

ҒАФУРИ М. ИСЕМЕНДӘГЕ ҮҘӘК МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ПАРКЫ. Өфөлә урынлашҡан (Октябрь проспекты, 77/1). Майҙаны — 29,49 га. 1960 й. асыла. Парк терр‑яһы даими планировка м‑н айырыла; ултыртылған йәшел ағастар араһында ҡайын, ҡарағай, ҡорос ағас, миләш, сәтләүек ағасы, шыршы (ш. иҫ. зәңгәр), энәлек бар, күберәк...

ҒАФУРИ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ

ҒАФУРИ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Ғафури район мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ театры. Ғафури р‑ны Красноусол а. урынлашҡан. 1972 й. драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1994 й. алып хәҙ. һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. Тәүге сәхнәләштергән әҫәре – “Ай тотолған төндә”. 1972—2011 йй. 45‑кә яҡын спектакль ҡуйыла:...

ҒАФАРОВА Зинфира Хөсәйен ҡыҙы

ҒАФАРОВА Зинфира Хөсәйен ҡыҙы (5.4.1936, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Күҙәй а.), китапханасы, библиограф. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988). Өфө китапхана техникумын тамамлағандан һуң (1954) Саҡмағош р‑нында эшләй: Яңы Балтас а. китапхана мөдире, 1956 й. алып Саҡмағош а. балалар китапханаһы хеҙм-ре, 1957 й. —...

ҒАФАРОВ Шәмсетдин Шәйхетдин улы

ҒАФАРОВ Шәмсетдин Шәйхетдин улы [16.8.1896, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Ҡолсора а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 8.12.1937, Өфө], Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1920 й. совет‑поляк һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан хәрби-сәйәси мәктәбен тамамлаған (1924). 1915 й. алып рус армияһында, 1918 й. — Башҡорт...

ҒАФАРОВ Шамил Анатолий улы

ҒАФАРОВ Шамил Анатолий улы (26.1.1948, Коканд ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2007), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй (1981—87 йй. ғилми-тикшеренеү секторы нач.). Фәнни эшмәкәрлеге карбонат...

ҒАФАРОВ Хәйҙәр Зәйнулла улы

ҒАФАРОВ Хәйҙәр Зәйнулла улы (3.11.1941, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Өсбүләк а.), травматолог‑ортопед. ТР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1992), мед. ф. д‑ры (1987), проф. (1992). ТР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), ТР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1993). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Стәрлетамаҡ ҡ. балалар ҡала дауаханаһында...

ҒАФАРОВ Фидан Сафа улы

ҒАФАРОВ Фидан Сафа улы (12.10.1947, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Яңы Уртай а.), актёр. РСФСР‑ҙың  (1984), БАССР‑ҙың (1980) һәм ТР‑ҙың (1994) халыҡ, БАССР‑ҙың атҡ. (1972) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1966; И.Х.Йомағолов курсы) БАДТ актёры. Сағыу индивидуаллеккә эйә, башлыса лирик-драматик...

ҒАФАРОВ Мэлс Мөхәмәт улы

ҒАФАРОВ Мэлс Мөхәмәт улы (1.1.1940, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Миңеште а.), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. табибы (2006), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) “Востокнефтепроводстрой” тресында (Өфө) эшләй: табип пункты мөдире, 1967—70 йй....

ҒАФАРОВ Булат Баҡый улы

ҒАФАРОВ Булат Баҡый улы (27.8.1938, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Өмбәт а. — 26.1.2003, Стәрлетамаҡ ҡ.), педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1978), проф. (1995). РФ‑тың атҡ. уҡытыусыһы (1996), БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1984), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), БР-ҙың мәғариф отличнигы (1998)....

ҒАФАРОВ Азамат Фидан улы

ҒАФАРОВ Азамат Фидан улы (19.6.1974, Өфө), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (2004) артисы. Ф.С.Ғафаровтың улы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1996; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы). 1993 й. алып Өфө “Нур” татар театры, 1996 й. — БАДТ актёры. Героик‑романтик пландағы актёр. Музыкаллек, сағыу темперамент һәм һөйкөмлөлөк,...

ҒАТАШ Рәдиф Кәшфулла улы

ҒАТАШ (Ғатауллин) Рәдиф Кәшфулла улы (30.3.1941, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Марс а.), шағир. ТР‑ҙың халыҡ шағиры (2012). ТАССР- ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982), ТР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2001). Ҡазан ун‑тын (1964), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1969) тамамлаған....

ҒАТАУЛЛИНА Лира Даян ҡыҙы

ҒАТАУЛЛИНА Лира Даян ҡыҙы [25.5.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Таулар а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 26.1.2003, Өфө], педиатр. Мед. ф. д‑ры (1967), проф. (1968). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1972), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) 1952 й. тиклем Октябрьский...

ҒАТАУЛЛИН Ринат Фазлетдин улы

ҒАТАУЛЛИН Ринат Фазлетдин улы (14.6.1953, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Түбәнге Зәйет а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2002), проф. (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Туймазы р‑нының Константиновка тулы булмаған урта мәктәбендә директор. 1977— 79 йй. һәм 1982 й. СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә...

ҒАТАУЛЛИН Рауил Ғибат улы

ҒАТАУЛЛИН Рауил Ғибат улы (29.6.1947, БАССР-ҙың Стәрлебаш р-ны Ҡарағош а.), тел белгесе. Филол. ф. д-ры (1997), проф. (2001). БР-ҙың атҡ.  фән эшмәкәре (2004), БДУ-ны  тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй (1983—90 йй. һәм 1998 й. алып немец филол. каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге немец теленең һүҙьяһалышына,...

ҒАТАУЛЛИН Раил Рәфҡәт улы

ҒАТАУЛЛИН Раил Рәфҡәт улы (3.3.1959, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Арыҫлан а.), химик. Химия фәндәре докторы (2004), профессор (2006). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) “Химпром” ПБ‑нда (Өфө ҡ.), 1986 й. алып БАХИ‑ла эшләй. 1987 й. башлап Өфө химия институтында (2004 й....