Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒӘЛЛӘМОВ Тимур Фәнил улы

ҒӘЛЛӘМОВ Тимур Фәнил улы (13.5.1980, Ҡазан ҡ.), спортсы. Самбо буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2008). Шадринск педагогия институтын тамамлаған (2007). 1‑се ДЮСШ (Октябрьский ҡ.; тренеры — Р.Ғ.Зәлеев) тәрбиәләнеүсеһе. Шәхси зачётта донъя (2006—07) һәм Рәсәй (2006—08) чемпионы, Рәсәй Кубогын...

ҒӘЛЛӘМОВ Рушан Рәхимйән улы

ҒӘЛЛӘМОВ Рушан Рәхимйән улы (27.10.1962, Өфө), социолог. Филос. ф. канд. (1990), социол. ф. д‑ры (1997), проф. (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) Өфөнөң 45‑се урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1986—88 йй. һәм 1998 й. алып БДАУ‑ҙа (2003—08 йй. филос. һәм социол. каф. мөдире), 1991—94 йй. ӨДАТУ‑ла уҡыта;...

ҒӘЛЛӘМОВ Риф Әмир улы

ҒӘЛЛӘМОВ Риф Әмир улы (1.9.1944, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Яңы Ҡормаш а.), экскаватор машинисы. СССР‑ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиелары төҙөлөшө министрлығы отличнигы (1987). 1961 й. алып “Уфимтрансстрой” тресында эшләй; 1964 й. башлап Өфө резина-техник изделиелар з‑дында: балта оҫтаһы, слесарь,...

ҒӘЛЛӘМОВ Мөнир Нафиҡ улы

ҒӘЛЛӘМОВ Мөнир Нафиҡ улы (26.10.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Собханғол а., хәҙер БР‑ҙың Туймазы районы Иҫке Собханғол а. — 15.9.2021, Өфө ҡ.), нефтсе‑инженер. Техник фәндәр кандидаты (1972). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1988), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған...

ҒӘЛЛӘМОВ Әбүзәр Карам улы

ҒӘЛЛӘМОВ Әбүзәр Карам улы (20.6.1939, БАССР-ҙың Баҡалы р-ны Иҫке Ҡорос а. – 6.3.2006, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1974), проф. (1976). РСФСР-ҙың (1982) һәм БАССР-ҙың (1978) атҡ. фән эшмәкәре, РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй...

ҒӘЛЛӘМОВ Айҙар Хәмит улы

ҒӘЛЛӘМОВ Айҙар Хәмит улы (7.4.1963, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) 1988 й. тиклем һәм 1990 й. алып (бүлек мөдире) Көньяҡ Урал т. юлының Троицк ст. үҙәк т. юл дауаханаһында, 1997—2006 йй. Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында (2002 й....

ҒӘЛЛӘМОВ Абдрахман Әбдрәхим улы

ҒӘЛЛӘМОВ Абдрахман Әбдрәхим улы [15.10.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Күсей а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) – 19.2.1989, Өфө], педагог-методист, тел белгесе. Пед. ф. канд. (1967). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1967). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1947) Баймаҡ р‑ны, Сибай ҡ. мәктәптәрендә,...

ҒӘЛИУЛЛИНА Лиә Әсхәт ҡыҙы

ҒӘЛИУЛЛИНА Лиә Әсхәт ҡыҙы (10.5.1970, Өфө), спортсы. Самбо б-са  Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). Урал физик культура акад. тамамлаған (1996). 6‑сы “Геркулес” СДЮСШОР‑ы һәм БДАУ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.А.Рябов). Самбо б-са донъя һәм РСФСР...

ҒӘЛИУЛЛИНА Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы

ҒӘЛИУЛЛИНА Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы (31.1.1953, Ҡурған өлкәһе Ҡамышлы а.), философ. Философия фәндәре докторы (1992). Силәбе мәҙәниәт институтын тамамлағандан һуң (1974) Өфө һәм Ырымбур ҡҡ. китапханаларында эшләй. 1980 й. алып Силәбе мәҙәниәт институтында уҡыта, 1992 й. башлап Төбәк сәйәсәтен координациялау...

ҒӘЛИУЛЛИН Илдус Һаҙый улы

ҒӘЛИУЛЛИН Илдус Һаҙый улы (5.1.1934, ТАССР-ҙың Орнашбаш а. — 30.5.2009, Өфө), кинооператор, кинорежиссёр. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984), РФ-тың почётлы кинематографисы (2000). Кинематографсылар союзы ағзаһы (1986). Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография ин‑тын тамамлаған (1969; П.А.Ногин оҫтаханаһы)....

ҒӘЛИУЛЛИН Заһиҙулла Талип улы

ҒӘЛИУЛЛИН Заһиҙулла Талип улы [26.12.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Урсай а. (БР‑ҙың Баҡалы районы) — 28.3.2016, Мәскәү өлкәһе Развилка ҡсб], инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1974). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), СССР газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1977), СССР‑ҙың...

ҒӘЛИНА Рафиға Арыҫлан ҡыҙы

ҒӘЛИНА Рафиға Арыҫлан ҡыҙы (15.3.1951, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Яҙғыйорт ҡсб), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1983) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1973; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Г.А.Мөбәрәкова курсы) Башҡ. ҡурсаҡ театры, 1974 й. алып Салауат башҡ. драма театры,...

ҒӘЛИН Фәнүр Зөфәр улы

ҒӘЛИН Фәнүр Зөфәр улы (1.11.1947, БАССР‑ҙың Нуриман районы Ҡыҙылъяр а. — 27.11.2017, Өфө ҡ.), химик-органик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), химия фәндәре докторы (1993), профессор (1999). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). БДУ‑ны тамамлаған (1970). 1972 й. алып Органик химия институтында эшләй:...

ҒӘЛИН Рауил Әхтәрйән улы

ҒӘЛИН Рауил Әхтәрйән улы (25.1.1950, БАССР-ҙың Архангел р-ны Ҡыҙылъяр утары, хәҙ. БР-ҙың ш. уҡ р-ны Яңы Ҡыҙылъяр а.), актёр. БР-ҙың халыҡ (1996), БАССР-ҙың атҡ. (1989) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1974; Р.М.Әйүпов курсы) Салауат башҡ. драма театры, 1991 й....

ҒӘЛИН Заһир Әҡсән улы

ҒӘЛИН Заһир Әҡсән улы (3.1.1947, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Хәлил а.), иҡтисадсы. Иҡт. фәндәре д‑ры (2007), проф. (2009). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй (ВЛКСМ ком‑ты секретары). 1975 й. алып ВЛКСМ район ком‑тының 1‑се секретары, 1977 й. — “Ҡыҙыл Башҡортостан” с‑зының партия ком‑ты секретары,...

ҒӘЛИН Венер Йәғәфәр улы

ҒӘЛИН  Венер Йәғәфәр улы [2.4.1937, БАССР-ҙың Малаяҙ р‑ны Мәсетле а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны)], механик. Физика-матем. ф. канд. (1972), өлкән ғилми хеҙм‑р (1981). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1961) БДУ‑ла эшләй. 1964 й. алып СССР ФА Себер бүлексәһенең иҫәпләүҙәр үҙәгендә (Новосибирск ҡ.) ғилми хеҙм‑р, бер...

ҒӘЛИМХАНОВ Кенәз Ғәле улы

ҒӘЛИМХАНОВ Кенәз Ғәле улы [25.9.1909, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Мәскәү а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) – 13.10.1991, Өфө], инженер-механик. Техник ф. канд. (1951). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1967), СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1972). Ленинград карап төҙөү ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) К.Е.Ворошилов...

ҒӘЛИМУЛЛИНА (Хәбибуллина) Рәйсә Ғәли ҡыҙы

ҒӘЛИМУЛЛИНА (Хәбибуллина) Рәйсә Ғәли ҡыҙы (7.5.1931, Ҡараҡул ҡ. — 6.9.2000, Өфө), йырсы (сопрано), вокал б‑са педагог. Проф. (1995). РФ‑тың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1998), БАССР-ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1972) артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1954; Е.В.Кузьмина класы) БДОБТ, 1957—80 йй....

ҒӘЛИМОВА Флүзә Кәбир ҡыҙы

ҒӘЛИМОВА Флүзә Кәбир ҡыҙы (14.9.1948, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Ҡубыяҙ а.), педагог. БР- ҙың халыҡ (2011) һәм атҡ. (2006) уҡытыусыһы, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Нуриман р‑нының Байгилде урта мәктәбендә эшләй. 1975 й. алып 108‑се урта мәктәп, 1980 й. — 1‑се урта мәктәп,...

ҒӘЛИМОВА Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы

ҒӘЛИМОВА Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы [5.4.1933, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Аҡкүҙ а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 12.5.2009, Өфө], йырсы (лирик-драматик сопрано). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡ. артисы. Урал консерваторияһын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1964; Н.И.Уткина класы). 1963—88 йй. БДОБТ солисы. Йырсының...