Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАШАЕВ Венер Миңлевәзир улы

ҠАШАЕВ Венер Миңлевәзир улы (16.3.1974, Өфө), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996). Бөтә Союз профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәтенең Башҡ‑н өлкә советы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Б.Д.Афанасьев), 1991—2001 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры...

ҠАШАЕВ Әнүәр Шакир улы

ҠАШАЕВ Әнүәр Шакир улы (22.3. 1949, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Аҡбулат а.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2010). Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1974; педагогы В.Н.Баскаков). 1987—2010 йй. 2‑се балалар художество мәктәбендә (Өфө) уҡыта. Ҡ. рәсем сәнғәтенә һауа м‑н яҡтылыҡтың...

ҠАҺАРМАНОВА Рәзинә Дәүләт ҡыҙы

ҠАҺАРМАНОВА Рәзинә Дәүләт ҡыҙы [12.11.1931, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Ҡашҡалаша а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны)], актриса, театр эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1971). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1951; К.Ф.Ғәҙелшин,...

ҠАҺАРМАНОВА Баныу Латиф ҡыҙы

ҠАҺАРМАНОВА Баныу Латиф ҡыҙы (7.10.1973, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Озёрный ҡсб), журналист. БР‑ҙың атҡ. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм-ре (2015). Журналистар союзы ағзаһы (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1998). 1994 й. алып “Аманат” ж. мөхәррире, 1998 й. — Озёрный урта мәктәбенең дир. урынбаҫары. 1999 й. башлап...

ҠАҺАРМАНОВ Нурулла Фәрит улы

ҠАҺАРМАНОВ Нурулла Фәрит улы [10.2.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ыҫлаҡ а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 9.10.1996, Өфө], тау инженеры. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), техник ф. д‑ры (1984), проф. (1985). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1978), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1967), РФ‑тың Яғыулыҡ һәм энергетика...

ҠАҺАРМАН, Белорет р‑нындағы ауыл

ҠАҺАРМАН, Белорет р‑нындағы ауыл, Үҙән а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Белорет т. юл ст. 52 км һәм К.‑Көнб. табан 64 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 352 кеше; 1920 – 471; 1939 – 279; 1959 – 433; 1989 – 619; 2002 – 548; 2010 – 432 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...

ҠАФ ТАУЫ

ҠАФ ТАУЫ, башҡ. мифологияһында һәм фольклорында ер сигендәге бейек тау; яуыз йән эйәләре (аждаһа, бәрей, дейеү һ.б.) төйәге йәки кеше һәм яуыз көстәр донъяһы араһындағы сик. Хөрәфәттәр б‑са, болоттар аждаһаны юхаға әүерелмәһен өсөн Ҡ.т. аръяғына алып китә. “Дандан батыр”, “Ҡаһарман батыр” әкиәттәрендә...

ҠАУЫН-ҠАРБУЗ КУЛЬТУРАЛАРЫ

ҠАУЫН-ҠАРБУЗ КУЛЬТУРАЛАРЫ, аҙыҡ, мал аҙығы итеп ҡулланыу һәм техник маҡсаттарҙа үҫтерелгән ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр. Ҡ.‑ҡ.к. ҡабаҡ, ҡарбуз, ҡауын инә. Йылы яратыусандар, үҫемлектәрҙең үҫеүе һәм емеш биреүе өсөн иң ҡулай т‑ра 23—28°С, ҡоролоҡҡа сыҙамлылар. Башҡортостанда башлыса ҡабаҡ...

ҠАУҘЫ ҺЫМАҠТАР

ҠАУҘЫ ҺЫМАҠТАР, оҙон сираҡлылар (Ciconiiformes), ҡоштар отряды. 6 ғаиләһе, 118 төрө билдәле. Башҡортостанда ҡауҙылар һәм селәндәр ғаиләләренә ҡараған 4 төрө осрай. Эре (ҡара ҡауҙы, кәүҙә оҙонлоғо 100 см тиклем, ауырлығы 3 кг яҡын) һәм уртаса ҙурлыҡтағы (бәләкәй күл буғаһы, 33 см һәм 145 г) күсәр ҡоштар....

ҠАУҘЫ БАШЫ

ҠАУҘЫ БАШЫ, торна үләне (Erodium), яран һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 80‑дән ашыу төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә һәм Урта диңгеҙ буйында таралған. Башҡортостанда торна үләне, йәки грабельки үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы күтәрелеүсән, төбөндә төклө, ныҡ тармаҡлы, 10—40 см бейеклектә....

ҠАУАРҘЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ҠАУАРҘЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ҡауарҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 61 км һәм Аҡкүл т. юл ст. 76 км алыҫлыҡта Ҡауарҙы й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1067 кеше; 1920 – 1480; 1939 – 1628; 1959 – 928; 1989 – 877; 2002 – 908; 2010 – 818 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ХӘРӘКӘТЕ

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ХӘРӘКӘТЕ. Башҡортостанда 20 б. башында барлыҡҡа килә. Башта ирҙәр м‑н тиң хоҡуҡлылыҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҡт., хоҡуҡи һәм соц. хәлен үҙгәртеү өсөн сығыш яһай. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезы (1917 й. майы) һәм 1‑се Бөтә башҡорт ҡоролтайы (1917 й. июле) ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләһе б‑са резолюциялар...

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР СОЮЗЫ

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР СОЮЗЫ, республиканың ижт.-сәйәси, иҡт., соц. һәм мәҙәни тормошонда ҡатын-ҡыҙҙың ролен күтәреү, уның хеҙмәт һәм ижади ҡеүәтен арттырыу, ғаиләне нығытыу һәм уның мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында ойошторолған ижт. хәрәкәт. Өфөлә урынлашҡан. 1987 й. алып Башҡ‑н респ. ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы булараҡ...

ҠАТЫҠ

ҠАТЫҠ, ойотҡан, башҡорт аш-һыуының традицион һөт аҙығы. Евразияның күп халыҡтарында осрай. Башҡорттар Ҡ. ҡуйы йәки айыртылған һөттән эшләй; һөттө ҡайнаталар, һыуыталар һәм ныҡ әсегән Ҡ., әсегән ҡаймаҡ, айран йәки май айраны ҡушып ойоталар. Өлгөрһөн өсөн бер нисә сәғәткә йылы урынға ҡуялар. Яңы Ҡ. (сөсө...

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ ХИМИЯҺЫ

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ ХИМИЯҺЫ, ҡаты яғыулыҡтың килеп сығышын, составын, төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен, эшкәртеү ысулдарын (механик, термик, химик) һәм ҡулланылышын өйрәнеүсе фән. Органик химия, коллоидтар химияһы, юғары молекуляр берләшмәләр химияһы, геология, геохимия, петрография һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Өйрәнеү...

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ, янған ваҡытта ҙур күләмдә йылылыҡ бүлеп сығарыусы, энергия сығанағы сифатында ҡулланылыусы янар углеродлы матдә. Сығышы б‑са тәбиғи (нигеҙҙә, каустобиолиттар — органик сығышлы файҙалы ҡаҙылмалар; ш. уҡ үҙағас, үҫемлек ҡалдыҡтары — һалам, ҡабыҡ һ.б. инә) һәм яһалма (тәбиғи яғыулыҡтарҙы...

ҠАТЫ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ

ҠАТЫ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ, Ер аҫтынан мәғдәнле файҙалы ҡаҙылмалар (ФҠ), металл булмаған файҙалы ҡаҙылмалар, яна торған ҡаты ФҠ (күмер, торф) сығарыу б‑са ойоштороу‑техник саралар системаһы. ФҠ есемдәре формаһының ҙурлығы һәм ятышының тәрәнлеге, физик үҙенсәлектәре һәм уларҙы һыйҙырған...

ҠАТЫ ҠАНАТЛЫЛАР

ҠАТЫ ҠАНАТЛЫЛАР, ҡуңыҙҙар (Coleoptera), бөжәктәр отряды. 140‑тан ашыу ғаиләһе, яҡынса 300 мең төрө билдәле; БР‑ҙа 1,2 меңдән ашыу төрө бар. Туҡланыу тибы б‑са 3 ярым отрядҡа бүләләр: архостематтар (Cupedidae һәм Micromaltidae ғаиләләре), йыртҡыстар (бызылдауыҡтар, йөҙгәләктәр, ҡаймыҡсы ҡуңыҙҙар, һыу...

ҠАТЫ ЕСЕМДӘР ФИЗИКАҺЫ

ҠАТЫ ЕСЕМДӘР ФИЗИКАҺЫ, физиканың яңы материалдар алыу маҡсатында ҡаты есемдәрҙең үҙенсәлектәрен һәм төҙөлөшөн өйрәнгән бүлеге; бик күп өлөшсәләрҙән (1 см3 яҡынса 1022) торған конденсирланған системаларҙың квант физикаһы булараҡ үҫешә. Ҡ.е.ф. тикшереү объекттары б‑са металлофизика, ярым үткәргестәр,...

ҠАТЫ ЕСЕМ

ҠАТЫ ЕСЕМ, матдәнең форма тотороҡлолоғо һәм тигеҙләнеш торошо тирәһендә ҙур булмаған тирбәлеүҙәр башҡарған атомдарҙың йылылыҡ хәрәкәте характеры м‑н айырылып торған агрегат хәле. Төҙөлөшө б‑са кристалл хәлендәге (миним. эске энергиялы тотороҡло хәл, атомдарҙың кристалл рәшәткәһе узелдарында урынлашыуының...