Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАТМАРЛЫ ТӨҘӨЛӨШЛӨ ҮҪЕМЛЕКТӘР

ҠАТМАРЛЫ ТӨҘӨЛӨШЛӨ ҮҪЕМЛЕКТӘР, үҫемлектәр донъяһының ике ярым батшалығының береһе. Ҡ.т.ү. яҡынса 300 мең төрө билдәле, улар түбәндәге бүлектәргә берләшкән: мүк һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, псилот һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар, абаға һымаҡтар, яланғас орлоҡлолар һәм сәскәле үҫемлектәр. Ҡ.т.ү. — ер...

ҠАТЛАМДАРҘЫҢ НЕФТЬ БИРЕҮСӘНЛЕГЕ

ҠАТЛАМДАРҘЫҢ НЕФТЬ БИРЕҮСӘНЛЕГЕ, ер аҫтын һәм тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау талаптарына ярашлы, нефть сығарыуҙа иҡт. рентабеллектең сигенә тиклем заманса технологиялар ҡулланып, ятыштарҙы үҙләштереүҙә ҡатламдан нефть запастарын (дөйөм, геол.) сығарыу дәрәжәһе. Һан м‑н баһалау өсөн Ҡ.н.б. коэф. (сығарылған...

ҠАТЛАМ

ҠАТЛАМ, сословие, нәҫел б‑са бирелгән хоҡуҡ һәм бурыстарға (улар йола йәки закон м‑н раҫланған) эйә булған соц. төркөм. Ҡатламлы ҡоролошта иерархия була, ул хоҡуҡ һәм өҫтөнлөктәрҙең тиңһеҙлегендә сағыла. Ҡайһы бер Ҡ. бер ни тиклем сикләнгәнлек, айырым йәшәү рәүеше һәм әхлаҡ хас. 16 б. уртаһынан Рәсәйҙә...

ҠАТИЛ, эпос персонажы

ҠАТИЛ (ғәр. – үлтереүсе), “Урал батыр” эпосы персонажы. Ерҙәре тау‑тау кеше һөйәктәре м‑н ҡапланған һәм ҡан м‑н һуғарылған илдең аяуһыҙ, ҡан эскес батшаһы; тыуына ҡоҙғон һүрәте төшөрөлгән (башҡорттарҙың һәм байтаҡ башҡа халыҡтарҙың инаныуҙары б‑са, ҡоҙғон — үлем символы). Ҡот осҡос ҡиәфәтле (“Бураланған...

ҠАТАЙ, һаҙлыҡ

ҠАТАЙ, Ағиҙел й. басс. һаҙлыҡ. Краснокама р‑ны Әшит а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күтәренке һаҙлыҡ, ситендә күсмә һәм уйһыу, дөйөм майҙаны 1769 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,9 м, иң ҡалыны — 4,5 м. Туйыныуы ҡатнаш. Аҡ ҡайын, бүленгән эт дегәнәге, ҙур сөйәл үләне, урман ҡолонғойроғо,...

ҠАТАЙ

ҠАТАЙ, ҡытай, 1) башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә берләшмәһе. Бәкәтин, ҡалмаҡ, Ҡ., терһәк, һалйот, һеңрән ҡәбиләләренән торған. 14—15 бб. барлыҡҡа килгән. 17—19 бб. төп таралыу терр‑ялары — Ағиҙел, Өфө йй. үрге ағымы, Оло һәм Кесе Эйек йй. үҙәндәре, Синара һәм Тинес (Исәт й. басс.) йй. араһы. 18 б. ҡәбиләләр...

ҠАТА

ҠАТА, башҡорттарҙың ҡаты табанлы, үксәле, киң башлы традицион күн аяҡ кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар Ҡ. булған. Тәрән, шайтанашыҡҡа етеп торған (калуш ҡата, күн ҡата), ҡайһы ваҡыт ҡыҫҡа (12 см тиклем) ике ҡатлы киндер йәки тула ҡуныслы Ҡ. кейгәндәр. Ҡунысһыҙ Ҡ. тула, кейеҙ йәки...

ҠАҪМАРТ, йылға

ҠАҪМАРТ, йылға, Һаҡмар й. уң ҡушылдығы. Йылайыр р‑ны Үрге Ҡаҙарма а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта башлана. Йылайыр һәм Ейәнсура р‑ндары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға, Ейәнсура р‑ны Үтәғол а. эргәһендә көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай борола, артабан Ырымбур өлк. (өлөшләтә Ейәнсура р‑ны) буйлап...

ҠАСЫРЫУ СИРЕ

ҠАСЫРЫУ СИРЕ, йомро тояҡлыларҙың хроник инвазион ауырыуы. Сирҙе бер күҙәнәкле ҡамсылы Trypanosoma equiperdum паразиты тыуҙыра. Тыуҙырыусының сығанағы — ауырыу мал. Ҡ.с. йылҡы, ишәк, ҡасыр бирешә. Башлыса ҡасырыу ваҡытында йоға. Трипаносомдар, енси ағзаларҙың лайлалы тиресәләренә эләгеп үрсей, уларҙың...

ҠАСҠЫН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ҠАСҠЫН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Санъяп а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 43 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта  Урманташлы й. (Ташлы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 184 кеше; 1920 — 258; 1939 — 237; 1959 — 286; 1989 — 179; 2002 — 196; 2010 —...

ҠАСҠЫН, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ҠАСҠЫН, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Йылболаҡтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 67 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 242 кеше; 1920 – 438; 1939 – 315; 1959 – 233; 1989 – 188; 2002 – 243; 2010 – 190 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Йылболаҡтамаҡ...

ҠАСҠЫН‑ТУРАЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ҠАСҠЫН‑ТУРАЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Оло Ҡасаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 487 кеше; 1920 – 515; 1939 – 429; 1959 – 471; 1989 – 288; 2002 – 276; 2010 – 259 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ҠАСҠЫН ҺАМАРОВ

ҠАСҠЫН ҺАМАРОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы Мостафа а. башҡорто. Польша походында (1771—73) ҡатнашыусы. Поход старшинаһы (1773). 1771—73 йй. Речь Посполитаяға ебәрелгән башҡ. ғәскәренең 10‑сы төркөмө командиры. Баш күтәреүселәргә 1773 й....

ҠАСҠЫН ҠУРҒАНДАРЫ

ҠАСҠЫН ҠУРҒАНДАРЫ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 14—13 бб. ҡарай. Бишбүләк р‑ны Ҡасҡын а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Дим й. һул ярында урынлашҡан. 1965 й. А.М. Кинйәбаев тарафынан асыла һәм 1967 й. өйрәнелә, 1976 й. А.Х.Пшеничнюк, 1978—80 йй. Р.Ә.Ниғмәтуллин тикшерә. Ҡурғанлы...

ҠАСИЯР, Борай р‑нындағы ауыл

ҠАСИЯР, Борай р‑нындағы ауыл, Таҙлар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 17 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 85 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 422 кеше; 1920 – 434; 1939 – 337; 1959 – 345; 1989 – 240; 2002 – 204; 2010 – 191 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Яңы Таҙлар урта мәктәбе...

ҠАСИМОВА Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы

ҠАСИМОВА Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы (9.6.1934, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а.), педагог. Проф. (1997). БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1984), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2003), Удмурт Респ. атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (2014) Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков,...

ҠАСИМОВ Эльвир Әбүбәкер улы

ҠАСИМОВ Эльвир Әбүбәкер улы (26.11.1979, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000). БДУ‑ны тамамлаған (2005). “Ринг Башкортостана” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары С.Т.Аслаев, А.Н.Макаров). Кикбоксинг б‑са донъя чемпионы (2000),...

ҠАСИМОВ Салауат Фитрат улы

ҠАСИМОВ Салауат Фитрат улы (19.12.1934, Белорет ҡ. — 21.11.2018, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1995), проф (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1962) 1964 й. тиклем һәм 2000—03 йй. шунда уҡ эшләй. 1967 й. алып БДПИ‑ла уҡыта, 1990 й. — ТТӘИ‑нең өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1995 й....

ҠАСИМОВ Рәйес Шәйәхмәт улы

ҠАСИМОВ Рәйес Шәйәхмәт улы (15.1.1936, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а. – 18.7.2012, Өфө), журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991). Журналистар союзы ағзаһы (1969). БДУ‑ны тамамлаған (1963). 1959 й. алып “Ленинсы” гәз., 1966 й. мартынан БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑ты,...

ҠАСИМОВ Рафаил Ғәбделхәй улы

ҠАСИМОВ Рафаил Ғабдулхай улы (2.7.1947, Слупск ҡ., Польша), композитор. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). Композиторҙар союзы ағзаһы (1983). Ҡазан консерваторияһында уҡыған (1966—68), ӨДСИ‑не тамамлаған (1973; З.Ғ.Исмәғилевтең композиция класы, Л.А.Франктың фп. класы). 1968—69 йй. Глазов пед. ин‑тында...