Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАРАМЫШЕВ Йософ Ибраһим улы

ҠАРАМЫШЕВ Йософ (Мөхәмәтйософ) Ибраһим улы [1825, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — ?], кантон башлығы, ғәскәри старшина (1859). Коканд походтарында (1852, 1853) ҡатнаша. Ҡарамышевтар нәҫеленән. 1851 й. 8‑се башҡ. кантоны башлығы, 1852 й. алып Башҡорт- мишәр ғәскәре командующийы...

ҠАРАМЫШЕВ Ғәлимйән Харис улы

ҠАРАМЫШЕВ Ғәлимйән (Ғәлим, Әлим) Харис улы [1903 й. дек., Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 20.1.1977, Өфө], актёр. РСФСР‑ҙың (1955) һәм БАССР‑ҙың (1940) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1949) һәм БАССР‑ҙың (1935) атҡ. артисы. Ҡарамышевтар нәҫеленән. 1926—27 йй. Дәүләт кинематография ин‑тында...

ҠАРАМЫШЕВ Гәрәй Батыргәрәй улы

ҠАРАМЫШЕВ Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Батыргәрәй улы [8.7.1888, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 1922 й. сентябре, Стәрлетамаҡ ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ҡарамышевтар нәҫеленән. 1920 й. алып РКП(б) ағзаһы, 1921 й. ағзалыҡтан сығарыла. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен...

ҠАРАМЫШЕВ Әмир Батыргәрәй улы

ҠАРАМЫШЕВ Әмир Батыргәрәй улы [7.4.1893, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 7.8.1918, шул уҡ губернаның Мейәс ҡ., Ырымбур ҡ. ерләнгән], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ҡарамышевтар нәҫеленән. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1914—17 йй. рус армияһында,...

ҠАРАМЫШ Таңһылыу

ҠАРАМЫШ Таңһылыу (ысын исеме Мәхмүтова Таңһылыу Фаяз ҡыҙы; 3.3.1948, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Байназар а.), шағирә. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2001). Ҡарамышевтар нәҫеленән. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). БДУ‑ны (1971), КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Партия, совет һәм идеология кадрҙарының...

ҠАРАМАЛЫТАШ СВИТАҺЫ

ҠАРАМАЛЫТАШ СВИТАҺЫ (Баймаҡ районындағы Ҡарамалыташ тауы исеменән), девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Ф.И.Ковалёв ирәндек свитаһы составынан айырып күрһәтә (1944). Ҡ.с. ултырмалары Баймаҡ, Учалы һәм Әбйәлил райондарында таралған. Йәшмә ҡатламдарын үҙ эсенә алған һелте һәм әсе составлы базальттарҙан,...

ҠАРАМАЛЫ, Иглин р‑нындағы ауыл

ҠАРАМАЛЫ, Иглин р‑нындағы ауыл, Аҡбирҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1086 кеше; 1920 — 1088; 1939 — 1420; 1959 — 641; 1989 — 333; 2002 — 380; 2010 — 381 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты,...

ҠАРАМАЛЫ-ҒӨБӘЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

ҠАРАМАЛЫ-ҒӨБӘЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарамалы-Ғөбәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнс. 38 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 30 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1309 кеше; 1920 — 1446; 1939 — 1332; 1959 — 1230; 1989 — 1096; 2002 — 1052; 2010 — 1120 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

ҠАРАҠАЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

ҠАРАҠАЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Билән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 58 км һәм Наҙыпетровск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта Тыпҡынды й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 461 кеше; 1939 — 471; 1959 — 315; 1989 — 293; 2002 — 316; 2010 — 310 кеше. Башҡорттар...

ҠАРАКҮЛ, һаҙлыҡ

ҠАРАКҮЛ, А р ы й, Әнйәк й. (Әй й. басс.) үҙәнендәге һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Дыуан р‑ны Үрге Әбсәләм а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 106 га, торфтың уртаса ҡалынлығы яҡынса 5 м. Ер аҫты һыуҙары м‑н туйына. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: гермафродит...

ҠАРАКҮЛ, Дыуан р‑нындағы ауыл

ҠАРАКҮЛ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Арый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 6 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) 81 км алыҫлыҡта Әнйәк й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 228 кеше; 1939 — 62; 1959 — 196; 1989 — 291; 2002 — 335; 2010 — 357 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

ҠАРАЙЕРЕК, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ҠАРАЙЕРЕК, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 28 км һәм Бүздәк т. юл ст. 97 км алыҫлыҡта Ҡарғалы й. (Кеүәш й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 911 кеше; 1920 — 1149; 1939 — 837; 1959 — 689; 1989 — 456; 2002 — 499; 2010 — 405 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ҠАРАЙҒАН, Ишембай р‑нындағы ауыл

ҠАРАЙҒАН, Ишембай р‑нындағы ауыл, Урман-Бишҡаҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 17 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 323 кеше; 1920 — 333; 1939 — 384; 1959 — 419; 1989 — 250; 2002 — 284; 2010 — 277 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

ҠАРАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ҠАРАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Кесе Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 197 кеше; 1920 — 203; 1939 — 164; 1959 — 57; 1989 — 82; 2002 — 102; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ҠАРАИМ ТЕЛЕ

ҠАРАИМ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡараимдарҙың милли теле. Литвала, Польшала һ.б. илдәрҙә таралған. Һөйләшеүселәр һаны яҡынса 540 кеше (1989). Ҡырым татарҙары теленә яҡын. Әҙәби теле юҡ. 14 б. һуң формалашҡан галич (Г.д.), ҡырым (Ҡ.д.) һәм тракай (Т.д.)...

ҠАРАЕРЕК, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ҠАРАЕРЕК, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Түреш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 53 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 439 кеше; 1959 — 377; 1989 — 125; 2002 — 149; 2010 — 123 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. уртаһында Бәләбәй кантонында...

ҠАРАЕРЕК, Борай р‑нындағы ауыл

ҠАРАЕРЕК, Борай р‑нындағы ауыл, Ваныш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 13 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 81 км алыҫлыҡта Апаша й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 778 кеше; 1920 — 921; 1939 — 930; 1959 — 635; 1989 — 193; 2002 — 133; 2010 — 89 кеше. Башҡорттар...

ҠАРАҒУЖИН Р.С. КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ

ҠАРАҒУЖИН Р.С. КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ. Благовар р‑нында урынлашҡан. Һыйыр малы фермаһы, склады, а.х. машиналары һ.б. бар. 2011 й. 6 кеше эшләгән. Һөрөнтө ерҙәр майҙаны — 60 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): арыш — 20, күп йыллыҡ үләндәр (бесән) — 40; етештереү (т): иген — 5,6. Һыйыр малы һаны — 7, һарыҡ...

ҠАРАҒУЖАҠ БЕЙ МӨШӘҮӘЛИ

ҠАРАҒУЖАҠ БЕЙ МӨШӘҮӘЛИ, ҡыпсаҡ ҡәбиләһе башлығы. Ҡыпсаҡтарҙың Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенең башында тора. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтарҙа яҙылыуынса, Бикбау бей, Иҫке бей һәм Шәғәле Шаҡман бей м‑н көньяҡ- көнсығыш башҡорттарының Мәскәү дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып барған (ҡара:...

ҠАРАҒӨЛӨМБӘТ

ҠАРАҒӨЛӨМБӘТ, Ҡаракилмәт, Ҡ.-Килмөхәммәт (?—1631), Нуғай Урҙаһы мырҙаһы. Иҙеүкәй тоҡомонан. 17 б. башында (Ә.Н.Усманов мәғлүмәттәре б‑са, 16 б. башында) Башҡортостан наместнигы. 1623 й. алып Оло Нуғай Урҙаһы нуратдины (тәхет вариҫы). Көньяҡ-көнбайыш башҡорттары өҫтөнән тулы хакимлыҡҡа эйә булыу өсөн...