Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАРАБАШ ТУРҒАЙҘАР

ҠАРАБАШ ТУРҒАЙҘАР (Paradoxornithidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 19 төрө билдәле, төньяҡ ярымшарҙа таралғандар. Башҡортостанда мамыҡас йәшәй. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 14—17 см, ауырлығы 7—10 г, ҡанатының ҡоласы 17—20 см. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, ҡабарынҡы, ҡуйы. Башы һәм кәүҙәһенең...

ҠАРАБАЛЫҠТЫ, күл

ҠАРАБАЛЫҠТЫ, Урал й. басс. күл. Әбйәлил р‑ны Ташбулат а. эргәһендә Башҡортостандың Урал аръяғының урта өлөшөндә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 2,6 км2, уртаса оҙонлоғо 2,1 км, уртаса киңлеге 1,2 км, уртаса тәрәнлеге 3,5 м (макс. — 6 м), һыу күләме 9,1 млн м3, һыу йыйыу майҙаны 18,3 км2. Тектоник күл,...

ҠАРАБАЛЫҠТЫ

ҠАРАБАЛЫҠТЫ, таш быуат — энеолит археологик ҡомартҡылары комплексы. Б.э.т. 10—3‑сө мең йыллыҡтарға ҡарай. Әбйәлил р‑ны Ташбулат а. эргәһендәге Ҡарабалыҡты күле буйында урынлашҡан. 1961 й. Г.Н.Матюшин тарафынан асыла һәм 1961—76 йй. өйрәнелә, 1991 й. Ю.А.Морозов тикшерә. Тораларҙан ғибәрәт (20‑гә яҡын;...

ҠАРАБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл

ҠАРАБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡайынлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 91 км алыҫлыҡта Өйә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 944 кеше; 1920 — 1232; 1939 — 838; 1959 — 627; 1989 — 334; 2002 — 320; 2010 — 239 кеше. Башҡорттар...

ҠАРА-СЫБАР ТОҠОМ

ҠАРА-СЫБАР ТОҠОМ, һыйыр малының һөт йүнәлешле тоҡомо. Үҙәк (урта Рәсәй), Урал һәм Себер популяцияларынан тора. 20 б. 50‑се йй. СССР‑ҙа урындағы малды остфриз, ҡара‑сыбар швед һ.б.голланд сығышлы тоҡомдар м‑н ҡушып сығарылған; 1959 й. раҫланған. Һаны б‑са Рәсәйҙә 1‑се урында тора. Башҡортостанда урындағы...

ҠАРА ЯҠУП, Шишмә р‑нындағы ауыл

ҠАРА ЯҠУП, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ҡара Яҡуп а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 702 кеше; 1920 — 728; 1939 — 747; 1959 — 623; 1989 — 429; 2002 — 448; 2010 — 513 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

ҠАРА ҺОЛО

  ҠАРА ҺОЛО (Аvena fatua), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, төкһөҙ, шыма, бейеклеге 50—120 см. Япрағы ҡыяҡлы, яҫы, төкһөҙ йәки төбөндә керпек төксәле, аҫҡы япраҡтарының еңсәһе ғәҙәттә төклө; телсәһе 4 мм тиклем оҙонлоҡта. Башағы 2—3 сәскәле, башаҡ тәңкәләре бысаҡ формаһында,...

ҠАРА УПҠЫН

ҠАРА УПҠЫН, йыһан есеме. Ҡояш ауырлығынан 2,5 тапҡырға ҙурыраҡ массалы йондоҙҙар эволюцияһының аҙаҡҡы стадияларында гравитация коллапсы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 20 б. башында Ҡ.у. барлығы немец астрофизигы К.Шварцшильд тарафынан дөйөм сағыштырмалылыҡ теорияһы нигеҙендә алдан әйтелә; уның иҫәпләүҙәре...

ҠАРА ТУПРАҠ

ҠАРА ТУПРАҠ, болонло дала һәм дала үҫемлектәре аҫтында карбонатлы делювиаль һәм элювиаль-делювиаль балсыҡта һәм ҡомло балсыҡта йыуылмаған йәки ваҡыты-ваҡыты м‑н йыуылған һыу режимында һәм дым етешмәгәндә уртаса континенталь йәки континенталь климат шарттарында барлыҡҡа килгән тупраҡ тибы. Башҡортостанда...

ҠАРА ТӨЙЛӨГӘН

ҠАРА ТӨЙЛӨГӘН (Milvus migrans), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Африкала, Австралияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 55—60 см, ауырлығы 630—950 г, ҡанатының ҡоласы 160—180 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡуйы көрән. Башы, ҡанатының яурын өлөшө асыҡ төҫтә. Суҡышы ырғаҡ...

ҠАРА МЕТАЛЛУРГИЯ

ҠАРА МЕТАЛЛУРГИЯ, металлургияның мәғдән сеймалын сығарыу, байыҡтырыу һәм киҫәкләү, ҡара металдар (домнала, ҡорос иретеп, прокатлап), торбалар һәм металл эшләнмәләр етештереү б‑са тармағы. Коксохимия сәнәғәте продукттары, ферроиретмәләр һәм утҡа сыҙам материалдар етештереү өсөн мәғдән булмаған сеймал...

ҠАРА ҠАУҘЫ

ҠАРА ҠАУҘЫ (Ciconia nigra), ҡауҙы һымаҡтар отрядының ҡауҙылар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көнбайыш, Урта һәм Көнсығыш Азияла, Урта һәм Көньяҡ Европала, Африканың төньяҡ-көнбайышында таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 100 см тиклем, ауырлығы 3 кг яҡын, ҡанатының ҡоласы 205 см тиклем. Ҡауырһын ҡапламы ҡара,...

ҠАРА КҮБӘЛӘКТӘР

ҠАРА КҮБӘЛӘКТӘР (Anthrax), бызылдаҡтар ғаиләһенә ҡараған себен заты. 300‑ҙән ашыу төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда Ҡ.к. һәм күмер Ҡ.к. осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 9,5—11 мм. Тәне ҡыҫҡа, мыҡты, ҡара төҫтә, күкрәгендә аҡ төк шәлкемдәре, ҡорһағында тәңкәләр бар. Мороно ҡыҫҡа, алға сығып тора. Антенналары...

ҠАРА КҮБӘЛӘК

ҠАРА КҮБӘЛӘК (Nymphalis antiopa), күбәләктәр отрядының күп төҫлө күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса киңлектәрендә таралған. Ҡанатының ҡоласы 70—90 мм, ата күбәләктеке ҡарағусҡыл көрән, инә күбәләктеке асыҡ көрән төҫтә, киң асыҡ һары (ҡышлаған күбәләктәрҙә — аҡ) ҡаймалы, күк...

ҠАРА КӨРТМӘЛЕ

ҠАРА КӨРТМӘЛЕ (Vaccinium myrtillus), арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Европала, Төньяҡ һәм Көнсығыш Азияла, Төньяҡ Америкала таралған. Оҙон, ныҡ тармаҡлы йәйелеүсән тамырһабаҡлы япраҡ ҡойоусан ҡыуаҡ. Һабағы осло ҡытыршы йәшел тармаҡлы, бейеклеге 15—40 см. Япрағы ҡыҫҡа һаплы, йомортҡа йәки эллипс...

ҠАРА ЙЫЛАНДАР

ҠАРА ЙЫЛАНДАР (Vipera), йыландар отрядының ҡара йыландар ғаиләһенә ҡараған һөйрәлеүселәр заты. 25 төрө билдәле, Африкала һәм Евразияла таралған. Башҡортостанда 2 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 1 м тиклем, төҫө асыҡ һоронан алып ҡараға тиклем, арҡаһы кәкре һыҙыҡлы. Башы өсмөйөш йәки трапеция рәүешендә, өҫ...

ҠАРА БӨРЛӨГӘН

ҠАРА БӨРЛӨГӘН, рубус затына ҡараған үҫемлек төрө. 400‑ҙән аршыу төрө билдәле, Төньяҡ Америкала һәм Евразияла таралған. Ҡ.б. ҡырағай рәүештә үҫкән Америка һәм Европа төрҙәрен ҡушыу һөҙөмтәһендә алынған 300‑гә яҡын сортын үҫтерәләр. Башҡортостанда күк бөрлөгән үҫә. Бейеклеге 0,5—1,5 м булған ҡыуаҡ. Һабағы...

ҠАРА БӨРЛӨГӘН

ҠАРА БӨРЛӨГӘН, рубус затына ҡараған үҫемлек төрө. 400‑ҙән аршыу төрө билдәле, Төньяҡ Америкала һәм Евразияла таралған. Ҡ.б. ҡырағай рәүештә үҫкән Америка һәм Европа төрҙәрен ҡушыу һөҙөмтәһендә алынған 300‑гә яҡын сортын үҫтерәләр. Башҡортостанда күк бөрлөгән үҫә. Бейеклеге 0,5—1,5 м булған ҡыуаҡ. Һабағы...

ҠАРА АЛАБУТА

ҠАРА АЛАБУТА (Atriplex), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 250‑гә яҡын төрө билдәле, Ер шарының уртаса һәм субтропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 12 төрө үҫә. Бер өйлө, һирәк осраҡта ике өйлө бер йыллыҡ үлән (ялтыр А., оҙонъяпраҡ А.) һәм ярым ҡыуаҡлыҡ (ялман ҡолаҡ А., һоро А.,...

ҠАРА АБЫҘ МӘҘӘНИӘТЕ

ҠАРА АБЫҘ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4 б. — б.э. 3 б. ҡарай. Ҡара Абыҙ ҡаласығы исеме м‑н аталған. Башҡортостанда Ҡ.А.м. ҡомартҡылары (30‑ға яҡын) Ағиҙел й. үҙәк ағымы басс. тупланған [Биктимер археологик комплексы, Бөрө ҡаласығы, Нуғай ҡаласыҡтары, Охлебинин археологик...