Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠЫЛ СЕЛӘҮСЕНДӘР

ҠЫЛ СЕЛӘҮСЕНДӘР (Enterobius), нематодалар заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Приматтар, ш. иҫ. кеше эсәгендәге паразиттар. Башҡортостанда Enterobius vermicularis Ҡ.с. таралған. Ата селәүсендең оҙонлоғо яҡынса 3, инәһенеке 12 мм тиклем. Ауыҙы 3 ирен м-н уратып алынған. Ҡыҙыл үңәсенең...

ҠЫЛ ҠУМЫҘ, муз. ҡоралы

ҠЫЛ ҠУМЫҘ, һыҙма ҡумыҙ, башҡ. ҡыллы һыҙғыслы музыка ҡоралы. Ҡайындың бөтөн киҫәгенән соҡоп эшләнгән оҙонса сүмес рәүешендәге корпус ҡылдарҙы тарттырыу өсөн стержендәр ҡуйылған һырлы башлы грифҡа тоташтырылған. Боронғо замандарҙа инструмент тулыһынса бөтөн ағас киҫәгенән яһалған. Оҙонлоғо яҡынса 650—800...

ҠЫЙЫШҠЫ, күл

ҠЫЙЫШҠЫ, Аксаков күле, Ағиҙел й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Ҡыйышҡы а. эргәһендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны яҡынса 0,2 км2, оҙонлоғо 1,9 км, уртаса киңлеге 70 м (макс. — 120 м). Иҫке үҙән, неоген тоҡомдарында (балсыҡ, ҡом, ҡырсынташлыҡ) барлыҡҡа килгән, соҡоро дуға...

ҠЫЙЫШҠЫ МӘҘРӘСӘҺЕ

ҠЫЙЫШҠЫ МӘҘРӘСӘҺЕ, юғары типтағы мосолман уҡыу йорто. 1863 й. Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Иҫке Ҡыйышҡы а. (хәҙ. Ҡырмыҫҡалы р‑ны) мәсет эргәһендә асыла. Нигеҙ һалыусыһы — М.Камалетдинов. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, хәйриә аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мәсеттең имам‑хатибы,...

ҠЫЙЫҠТАЖ

ҠЫЙЫҠТАЖ (Oxytropis), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 360 төрө бар, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм арктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә: төклө Ҡ., башаҡлы Ҡ., ҡырҡсәскә Ҡ. һ.б. Күп йыллыҡ төклө үләндәр, бейеклеге 5—40 см. Япраҡтары ишһеҙ, ҡауырһын һымаҡ ҡатмарлы,...

ҠЫЙМАҠ ҠАҒАНАТЫ

ҠЫЙМАҠ ҠАҒАНАТЫ, 9 б. аҙағында — 10 б. башында көнбайышта Волга й. алып көнсығышта Алтайға һәм Иртыш й. тиклем, төньяҡта Көньяҡ Уралдан башлап көньяҡта Ете йылғаға тиклем ерҙе үҙ эсенә алған дәүләт. Көнсығыш төрки (ҡара: Төрки ҡағанаты) һәм Уйғыр ҡағанаттары тарҡалғандан һуң, төрки ҡәбиләләр берләшмәләре...

ҠЫЙМАҠ

ҠЫЙМАҠ, й ә м ә к, төрки ҡәбиләләр берләшмәһе. 7—8 бб. Иртыш й. эргәһендә барлыҡҡа килгән, тип фараз ителә. 9—11 бб. урта быуат авторҙары (Масуди, Гардизи һ.б.) хеҙмәттәрендә телгә алыналар. 9 б. аҙ. Ҡыймаҡҡағанатын ойошторғандар. 9—13 бб. Көньяҡ Себер, Урта Азия һәм Урал буйы терр‑яһында йәшәгәндәр....

ҠЫЙҒЫ, йылға

ҠЫЙҒЫ, йылға, Әй й. уң ҡушылдығы. Ҡыйғы р‑ны Иҙрис а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға, Тёплый Ключ а. янында төньяҡ‑көнбайышҡа борола һәм Әй й. (тамағынан 170 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 87 км, басс. майҙаны 1270 км2....

ҠЫЙҒЫ РАЙОНЫ

ҠЫЙҒЫ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ‑ көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Мәсетле, төньяҡ‑көнсығышта — Балаҡатай р‑ндары, көньяҡ‑ көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡ‑ көнбайышта — Салауат, көнбайышта Дыуан р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Үрге Ҡыйғы р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Мәсәғүт кантоны...

ҠЫЙҒАҘЫТАМАҠ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ҠЫЙҒАҘЫТАМАҠ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Мишкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 112 км алыҫлыҡта Соҡаяҙ й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 687 кеше; 1920 — 1111; 1939 — 893; 1959 — 771; 1989 — 276; 2002 — 228; 2010 — 184 кеше. Башҡорттар...

ҠЫЙҒАҘЫ, Асҡын р‑нындағы ауыл

ҠЫЙҒАҘЫ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Петропавловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 18 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Тушҡыр й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1587 кеше; 1920 — 1433; 1939 — 987; 1959 — 1005; 1989 — 696; 2002 — 640; 2010 —...

ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ

  ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, билдәле бер участкаларҙа үҫеүе кәрәкмәгән ҡырағай һәм культуралы үҫемлектәр. 30 меңдән ашыу төрө билдәле, яҡынса 2 меңе киң таралған. Башҡортостанда 400‑ҙән ашыу төрө теркәлгән, яҡынса 50‑һе бөтә ерҙә осрай. Орлоғо күп була (бер үҫемлеккә бер нисә мең орлоҡ), орлоҡтары тупраҡта оҙаҡ...

ҠЫҘЫЛЪЯР, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛЪЯР, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Мәсәғүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Гәрәй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 682 кеше; 1920 — 946; 1939 — 439; 1959 — 358; 1989 — 215; 2002 — 183; 2010 — 121 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 18 б....

ҠЫҘЫЛЪЯР, Өфө р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛЪЯР, Өфө р‑нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2222 кеше; 1920 — 1935; 1939 — 1296; 1959 — 633; 1989 — 1527; 2002 — 1569; 2010 — 1615 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ҠЫҘЫЛЪЯР, Илеш р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛЪЯР, Илеш р‑нындағы ауыл, Яңы Айыу а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 35 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 142 км алыҫлыҡта Миңеште й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 167 кеше; 1959 — 121; 1989 — 210; 2002 — 214; 2010 — 185 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ҠЫҘЫЛЪЯР, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛЪЯР, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 117 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Оло Сик й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 87 кеше; 1959 — 133; 1989 — 107; 2002 — 114; 2010 — 98 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

ҠЫҘЫЛЪЯР, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛЪЯР, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Түреш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 52 км алыҫлыҡта Түреш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 475 кеше; 1959 — 313; 1989 — 254; 2002 — 243; 2010 — 174 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб,...

ҠЫҘЫЛЪЯР, ауыл, Нуриман р‑ны үҙәге

ҠЫҘЫЛЪЯР, ауыл, Нуриман р‑ны (1933—63 йй. һәм 1966 й. алып) һәм Ҡыҙылъяр а/с үҙәге; пристань. Өфөнән Т.‑Көнс. 100 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында, Өфө—Иглин—Ҡыҙылъяр, Благовещен—Павловка—Ҡыҙылъяр автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 2,5;...

ҠЫҘЫЛЪЯР, Архангел р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛЪЯР, Ҡолсәйет, Архангел р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 19 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 124 кеше; 1920 — 198; 1939 — 319; 1959 — 153; 1989 — 135; 2002 — 127; 2010 — 127 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠЫҘЫЛЪЯР УРТА МӘКТӘБЕ

ҠЫҘЫЛЪЯР УРТА МӘКТӘБЕ, Нуриман р-нында урынлашкан. 1909 й. земство башланғыс уч‑щеһы булараҡ асыла, 20‑се йй. башынан 2‑се баҫҡыс (7 йыллыҡ) мәктәп, 1938 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Баш-Шиҙе, Оло Шиҙе, Яңы Бүрес, Иҫке Бәҙәй, Никольский һәм Яңы Субай аа. 6 филиалы эшләй. Мәктәп тарихы музейы,...