Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠЫҘЫЛЪЯР МӘМЕРЙӘҺЕ

ҠЫҘЫЛЪЯР МӘМЕРЙӘҺЕ, Г.А.Максимович исемендәге мәмерйә, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Белорет р‑ны Инйәр а. төньяҡҡа табан 22 км алыҫлыҡта Инйәр й. үҙәненең һул битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, Минйәр свитаһы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Рәшәткә рәүешендәге лабиринт мәмерйәнән ғибәрәт. Оҙонлоғо...

ҠЫҘЫЛТҮШТӘР

ҠЫҘЫЛТҮШТӘР (Pyrrhula), алаҡас турғайҙар ғаиләһенә ҡараған ҡоштар заты. 2 төрө билдәле: ябай Ҡ. (Евразияла таралған) һәм һоро Ҡ. (Урта һәм Көнсығыш Себерҙең көньяғында). Башҡортостанда ике төрө лә осрай. Ябай Ҡ. — урман һәм көньяҡ урман зоналарында оя ҡороусы һәм ҡышлаусы төр, һоро Ҡ. — күсмә һәм ҡышлаусы...

ҠЫҘЫЛТАШ, төбәк

ҠЫҘЫЛТАШ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Ишембай р‑ны Маҡар а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Һикәҙе й. (Егән й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. Ишембай заказнигы терр‑яһында ята. Майҙаны 450 га. Төбәктә Кәлимосҡан ҡаяһы һәм Салауат Юлаев мәмерйәһе бар. Ландшафы ҡатнаш урмандарҙан тора....

ҠЫҘЫЛТАШ СВИТАҺЫ

ҠЫҘЫЛТАШ СВИТАҺЫ, рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Белорет районында А.И.Иванов айырып күрһәтә (1948). Ултырмаларҙы О.С.Богатырёв, Н.Ф.Решетников (1970), П.Н.Швецов (1970, 1975, 1980) тасуирлай. Ҡ.с. ҡатламдары белорет метаморфик комплексы сиктәрендә Аҙнағол, Сатра, Ҡыҙылташ һәм Боғанаҡ антиклиналдәренең...

ҠЫҘЫЛТАЛ

ҠЫҘЫЛТАЛ, свидина (Swida), мүшмел һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 40‑тан ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған (башлыса Көнсығыш Азияла һәм Төньяҡ Америкала). Башҡортостанда аҡ Ҡ. үҫә. Нескә һығылмалы ҡыҙғылт йәки һарғылт ботаҡлы, япраҡ ҡойоусы, бер өйлө, күләгәгә...

ҠЫҘЫЛСА

ҠЫҘЫЛСА, кешенең киҫкен йоғошло ауырыуы. Уны тыуҙырыусылар: РНК‑лы Morbillivirus төрө вирустары; түбән т‑раларҙа бер нисә ай буйы йәшәргә һәләтле, юғары т‑ра, ҡояш яҡтыһы, дезинфекция саралары тәьҫирендә һәләк була. Вакцина эшләнмәгән мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың 100%-ы Ҡ. йоҡтора ала. Ауырыу һауа...

ҠЫҘЫЛКҮПЕР, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛКҮПЕР, Ташкүпер, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Горький а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 29 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 87 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 161 кеше; 1959 — 278; 1989 — 126; 2002 — 117; 2010 — 82 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ҠЫҘЫЛ ШИШМӘ, Нуриман р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛ ШИШМӘ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл Шишмә а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 30 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында, Благовещен—Павловка—Ҡыҙылъяр автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 766 кеше; 1939 — 5374; 1959 — 4102; 1989 — 2586; 2002 — 2344; 2010 —...

ҠЫҘЫЛ ШИШМӘ, Миәкә р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛ ШИШМӘ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 4 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Ҡырғыҙ‑Миәкә й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 178 кеше; 1959 — 212; 1989 — 175; 2002 — 192; 2010 — 178 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Мәсет бар. Ауылға...

ҠЫҘЫЛ ҮРЕШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛ ҮРЕШ, Байҙар Үреше, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үреш‑Битулла а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 105 км алыҫлыҡта Үреш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 215 кеше; 1920 — 266; 1939 — 651; 1959 — 551; 1989 — 690; 2002 —...

ҠЫҘЫЛ САРКОСЦИФА

ҠЫҘЫЛ САРКОСЦИФА (Sarcoscypha coccinea), аскомицеттар класының саркосцифа һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Бөтә Ер шарында (Азияла ҡайһы бер райондарҙа) таралған. Емешлек тәндәре (апотециялары) диам. 1—6 см, яңғыҙар, һирәгерәк төркөмдә 2—3-әрләп, тәүҙә тәрән каса рәүешле, үҫә килә сынаяҡ аҫты һымаҡ;...

ҠЫҘЫЛ РАЙОНЫ (Силәбе өлкәһе)

ҠЫҘЫЛ РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһенең көньяғында урынлашҡан. 1926 й. 4 нояб. ойошторолған. Майҙаны — 4413 км2. Адм. үҙәге — Ҡыҙыл ауылы. Районда 14 ауыл советы, 52 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 26,5 мең кеше (2010), ш. иҫ. 11,2% башҡорттар (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур...

ҠЫҘЫЛ ӨЙРӘК

ҠЫҘЫЛ ӨЙРӘК (Tadorna ferruginea), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көньяҡ Европала, Азияла, Төньяҡ Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 61—67 см, ауырлығы 1,2—1,6 кг (инә ҡоштар вағыраҡ һәм асығыраҡ), ҡанатының ҡоласы 121—145 см. Ҡауырһын ҡапламы сағыу ерән, арҡаһының артҡы...

ҠЫҘЫЛ МӘСЕТ

ҠЫҘЫЛ МӘСЕТ, Туҡ кәшәнәләре, тарих һәм архитектура ҡомартҡылары төркөмө. 14 б. ҡарай. Ырымбур өлк. Ҡыҙыл Мәсет а. янында Быҙаулыҡ й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1953 й. Ырымбур өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспедицияһы тарафынан асыла, 1968—70 йй. С.А.Попов өйрәнә. Көнбайыштан көнсығышҡа...

ҠЫҘЫЛ МАЯҠ, һаҙлыҡ

ҠЫҘЫЛ МАЯҠ, Тәтер й. үҙәнендәге һаҙлыҡ. Стәрлебаш р‑ны Айтуған а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 483 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 0,8 м. Туйыныуы ҡатнаш, башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Ҡара ерек, көньяҡ ҡамышы, күл ҡамышы, күрән, сал ҡолонғойроҡ,...

ҠЫҘЫЛ КҮБӘЛӘК

ҠЫҘЫЛ КҮБӘЛӘК (Callimorpha quadripunctaria), күбәләктәр отрядының ҡыҙыл күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала (төньяҡ райондарынан башҡа), Кавказда, ш. уҡ Иранда, Сүриәлә, Төркиәлә таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 5—5,5 см, алғы ҡанаттары ҡара, аҡ һыҙатлы, артҡылары сағыу ҡыҙыл, шәмәхә ҡара йомро...

ҠЫҘЫЛ КӨРТМӘЛЕ

ҠЫҘЫЛ КӨРТМӘЛЕ (Vaccinium vitis idaea), ҡыҙыл көртмәле һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Йәйелеүсән тамырһабаҡлы мәңге йәшел ваҡ ҡыуаҡ, 100 йылдан ашыу йәшәй. Үрендеһе төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 10—25 см. Япрағы эллипс формаһында,...

ҠЫҘЫЛ КИТАП

ҠЫҘЫЛ КИТАП, хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең, бәшмәктәрҙең, лишайниктарҙың һирәк осраған һәм юғалыу хәүефе янаған төрҙәренә тасуирлама биргән дауамлы фәнни-белешмә баҫма. Төрҙөң биологияһы, ареалы, һаны, тәбиғәтте һаҡлау статусы (бөтәһе 5 категория), һаҡлау саралары һ.б. т‑дағы мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала....

ҠЫҘЫЛ ЙОНДОҘ, Илеш р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛ ЙОНДОҘ, Й о н д о ҙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Баҙытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 142 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 99 кеше; 1959 — 149; 1989 — 102; 2002 — 106; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы Егерме икенсе партсъезд...

ҠЫҘЫЛ ЕҘЕМ, Архангел р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛ ЕҘЕМ, Урыҫ Еҙеме, Архангел р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл Еҙем а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1328 кеше; 1920 — 1862; 1939 — 1390; 1959 — 1061; 1989 — 580; 2002 — 556; 2010 — 534 кеше. Урыҫтар...