Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺӨЙӨНДӨК, Учалы р‑нындағы ауыл

ҺӨЙӨНДӨК, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 86 км һәм Устиново т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 299 кеше; 1920 — 441; 1939 — 283; 1959 — 292; 1989 — 152; 2002 — 157; 2010 — 117 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ҺӨЙӨНДӨК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ҺӨЙӨНДӨК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡортлокүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 57 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 102 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1067 кеше; 1920 — 1134; 1939 — 817; 1959 — 677; 1989 — 269; 2002 — 216; 2010 — 158 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ҺӨЙӨНДӨК, Баҡалы р‑нындағы ауыл

ҺӨЙӨНДӨК, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Урманай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 36 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 519 кеше; 1939 — 567; 1959 — 432; 1989 — 243; 2002 — 182; 2010 — 147 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

ҺӨЙКӘЛЕШ

ҺӨЙКӘЛЕШ, ҡылымдың грамматик категорияһы, уның формалары уй‑фекер йөкмәткеһенең ысынбарлыҡҡа йәки һөйләүсенең уй‑фекер йөкмәткеһенә ҡарата мөнәсәбәтендәге айырмалыҡтарҙы белдерә. Модаллекте белдергән грамматик ысулдарҙың береһе. Башҡорт телендә түбәндәге Һ. айырыла: 1) ҡылым замандары категорияһының...

ҺӨЙӘРҒОЛОВ Нурмөхәмәт Әлибай улы

ҺӨЙӘРҒОЛОВ Нурмөхәмәт Әлибай улы (9.2.1937, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ҡабыҡҡыуыш а.), тел белгесе. Филол. ф. канд. (2004). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997). БАХИ‑ны тамамлаған (1978). Әбү ән‑Нур ун‑тында уҡыған (Дәмәшҡ, 1993). 1974 й. алып Ейәнсура р‑нындағы Һаҡмар с‑зының, 1984 й. — Ишембай р‑нындағы...

ҺӨЙӘРҒОЛОВ Муллайән Зыяитдин улы

ҺӨЙӘРҒОЛОВ Муллайән Зыяитдин улы (21.11.1934, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Байназар а.), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1986) һәм атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1984). ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В. Бибиков, О.И.Пыжова курсы) БАДТ актёры. Көслө характерлы комедия актёры. Һ. халыҡсан...

ҺӨЙӘРҒОЛ, Учалы р‑нындағы ауыл

ҺӨЙӘРҒОЛ, К ү ҙ ә й, Учалы р‑нындағы ауыл, Яңы Байрамғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 63 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 182 кеше; 1920 — 245; 1939 — 210; 1959 — 197; 1989 — 108; 2002 — 113; 2010 — 90 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ҺӨЙӘРҒОЛ ЯМАНАЕВ

ҺӨЙӘРҒОЛ ЯМАНАЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И. Пугачёв полковнигы. Башҡорт. 1774 й. майында Пугачёв тарафынан Исәт провинцияһы башҡорттары делегацияһы составында ҡаҙаҡтарҙың ихтилалға ҡораллы ярҙам күрһәтеүе т‑да һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Урта йөҙ ханы Әбләйгә ебәрелгән. Артабанғы...

ҺӨЙӘНТӨҘ

ҺӨЙӘНТӨҘ, 18 б. Себер даруғаһының Балыҡсы улусындағы (хәҙ. БР‑ҙың Асҡын р‑ны терр‑яһы) ауыл. 1735—36 йй. ихтилал [ҡара: башҡорт ихтилалдары (1735—40)] осоронда башҡорттар күпләп һәләк булған урын. 1736 й. 24 ғин. А.И.Тәвкилевтең хөкүмәт командаһы тарафынан 1 меңгә яҡын ауыл кешеһе атып һәм һөңгө м‑н...

ҺӨҘҺӨТ

ҺӨҘҺӨТ (Upupa epops), күк ҡарға һымаҡтар отрядының һөҙһөттәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 28—32 см, ауырлығы 45— 85 г, ҡанат йәйеме 42—49 см. Ҡанаттарында һәм арҡаһында киң арҡыры ҡара‑аҡ һыҙыҡтар була, башы, муйыны, түше һәм ҡорһағы асыҡ ерән, ҡойроғо...

ҺӨҘМӘ, һөт аҙығы

ҺӨҘМӘ, башҡорт аш‑һыуының традицион һөт аҙығы. Яңы ҡатыҡты иләк йәки киндер тоҡҡа һалып һарҡытып эшләнә. Ашар алдынан Һ. тәменә ҡарап шәкәр йәки тоҙ, ҡайһы берҙә ҡаймаҡ, һөт өҫтө, яңы һауған йәки ҡайнатылған һөт, бал, еләк ҡушалар. Башҡортостандың Урал алдында һәм тау‑урман райондарында таралған. Шулай...

ҺОРО УРМАН ТУПРАҒЫ

ҺОРО УРМАН ТУПРАҒЫ, ваҡытлы йыуынты һыу режимындағы континенталь климат шарттарында башлыса делювиаль ултырмаларҙағы болон‑дала үҫемлектәре м‑н япраҡлы урмандар аҫтында формалашҡан тупраҡ тибы. Һ.у.т. өсөн өҫкө горизонттарҙа органик матдә һәм минераль элементтар тупланмаһы, ләмдең, тимер һәм алюмин...

ҺОРО ТОРНА

ҺОРО ТОРНА (Grus grus), торна һымаҡтар отрядының торналар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көньяҡ Америка һәм Антарктиданан башҡа бөтә Ер шары буйлап таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 115—125 см, ауырлығы 4—7 кг (ата ҡош эрерәк), ҡанат йәйеме 200 см ашыу. Ҡауырһыны һоро, ҡанат остары ҡара төҫтә. Башы һәм муйыны...

ҺОРО ӨКӨ

  ҺОРО ӨКӨ (Strix nebulosa), ябалаҡ һымаҡтар отрядының ябалаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 63—70 см, ата ҡоштарҙың ауырлығы 0,6—1,1, инә ҡоштарҙың — 0,7—1,9 кг, ҡанат йәйеме 130—158 см. Ҡауырһыны аҡһыл һәм ҡуңыр таптар менән сыбарланған...

ҺОРО ҠОМАҠ

ҺОРО ҠОМАҠ (Rattus norvegicus), сысҡандар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Бөтә Ер шары буйлап таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 15—27 см, ауырлығы 570 г тиклем. Арҡаһының һәм ян‑яҡтарының йөнө күбеһенсә ерәнһыу һоро, ҡорһағы аҡһыл (йөн төптәре ҡара төҫтә). Мороно сағыштырмаса йәйенке, киң. Ҡолаҡтары ҙур түгел. Ҡойроғо...

ҺОРО КҮМЕР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

ҺОРО КҮМЕР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, респ. көньяғында Көйөргәҙе р‑ны сиктәрендә урынлашҡан. Көньяҡ Урал һоро күмер бассейнының төньяҡ өлөшөнә тура килә. Макс. күмергә ту­йындырылыуы — 1 км2 36,6 млн т (Бабай ятҡылығы), макс. йыллыҡ һоро күмер сығарыу — 10,2 млн т (1976). Бабай Һ.к.я., Күмертау ҡ. көнсығышҡа табан...

ҺОРО КҮМЕР

ҺОРО КҮМЕР, ҡаты янар файҙалы ҡаҙылма, торф һәм таш күмер араһындағы форма. Күмерләнеүҙең түбән дәрәжәһе хас. Структураһы тупраҡлы (кәүшәк) йәки тығыҙ. Төҫө тоноҡ һары, көрән йәки ҡара. Асыҡ һауала һоро төҫкә тиҙ инә һәм ярыла. Яғыулыҡ итеп файҙаланыла. Башҡортостанда Һ.к. петрографик типтары (торфҡа...

ҺОРО АЙЫУ

ҺОРО АЙЫУ (Ursus arctos), йыртҡыстар отрядының айыуҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла, Төньяҡ Америкала, Төньяҡ Африкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 250 см тиклем, ауырлығы 150—250 кг, инә Һ.а. вағыраҡ. Төҫө һоро; ҡыш көнө йөнө оҙон, ҡуйы, йәй көнө — ҡыҫҡа, һирәк. Кәүҙәһе тығыҙ, ауыр. Башы ҙур,...

ҺОРНАЙ, музыка ҡоралы

ҺОРНАЙ, башҡорт тынлы музыка ҡоралы. Телле (гобойға оҡшаш; бер йәки ике көбәкле ағас йәки металл төрөпкә, оҙонлоғо яҡынса 400 мм, 4—6 тишекле, өҫкө осона — ҡамыш һыбыҙғы, аҫҡыһына мөгөҙҙән раструб индереп эшләнә) һәм мөштөк (мөгөҙҙән яһала, 1—2 тишекле йәки тишекһеҙ була) Һ. айырыла. Тауыш сығарыу өсөн...

ҺОРАУ ҺӘМ ТӘҠДИМ

ҺОРАУ ҺӘМ ТӘҠДИМ, иҡтисад теорияһының һатып алыусылар һәм һатыусыларҙың үҙ‑ара бәйләнешен билдәләгән категорияһы. Һорау — һатып алыусының хаҡы төшә барған тауарҙарҙы арта барған күләмдәрҙә һатып алыу һәләтлеген, тәҡдим етештереүсенең хаҡы арта барған тауарҙы арта барған күләмдәрҙә һатырға әҙер булыуын...