Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺОМАЙ, персонаж

ҺОМАЙ, мифологик образ, башҡорт фольклоры персонажы. “Урал батыр” эпосында Һ. — ҡоштар батшаһы Самрау м‑н Ҡояштың ҡыҙы. Әсәһе уны Йәншишмә һыуы м‑н ҡо­йондороп, үлемһеҙ итә. Ул йә әсәһендә һауала, йә атаһында ерҙә йәшәй, аҡҡош йәки алтын сәсле ҡыҙ ҡиәфәтенә инә ала. Иблестәр Әзрәҡә, Зәрҡүм Һ. ҡулдарына...

ҺОЛОБАШ

ҺОЛОБАШ (Helictotrichon), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Евразияла, Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда сүл Һ., Шелль Һ., ялбыр Һ. үҫә. Төрлө тығыҙлыҡтағы кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ үләндәр, бейеклеге 60—100 см тиклем. Япраҡтары яҫы...

ҺОЛО ТУРҒАЙҘАРЫ

ҺОЛО ТУРҒАЙҘАРЫ (Emberizidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 200 төрө билдәле, Австралиянан тыш бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 9 төрө осрай. Аҡбаш һоло турғайы, ваҡ һоло турғайы, ҡамыш турғайы, ҡоролдай, һаҙ турғайы, һарымтамаҡ турғай оя ҡорорға осоп ҡайта, буран турғайы,...

ҺОЛО

ҺОЛО (Avena), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда буш Һ. (ҡара һоло) һәм шырт Һ. үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр. Һабағы (һаламы) төҙ, шыма, төкһөҙ, бейеклеге 100—120 см. Япрағы ҡыяҡ, яҫы. Башағы эре, ҡыҫҡа, 2—4 сәскәле. Аҫҡы...

ҺИРГЕ‑ӨПӘЛЕ ТАУ ЗАВОДТАРЫ ШИРҠӘТЕ

ҺИРГЕ‑ӨПӘЛЕ ТАУ ЗАВОДТАРЫ ШИРҠӘТЕ, Уралдың тау‑ҡаҙылма һәм металлургия сәнәғәтендә пайсылар йәмғиәте. 1881 й. 6 нояб. “Э.М.Мейер һәм К°”, “И.Е.Гинзбург һәм К°” сауҙа йорттары, “Урыҫ һәм Француз банкы” аноним йәмғиәте тарафынан асыла. 1860 йй. башында Һирге (Һирге заводтары, Әтек заводы, Кәзә һәм Михайловка...

ҺИРГЕ ЗАВОДТАРЫ,

ҺИРГЕ ЗАВОДТАРЫ, 1740 й. Ҡазан губернаһы Көңгөр провинцияһының Терһәк һәм Өпәй улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Һирге й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында Н.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан Үрге һәм Түб. суйын иретеү һәм тимер етештереү з‑ды булараҡ төҙөлә. Хужалары: Демидовтар, 1789 й....

ҺИРӘКТАЖ

ҺИРӘКТАЖ (Erigeron), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 200‑ҙән ашыу төрө билдәле, күбеһенсә ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер (канада Һ.), ике йәки күп йыллыҡ (подолия Һ.) төклө үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай йәки тарбаҡлы, бейеклеге...

ҺИНДОСТАН

ҺИНДОСТАН, Һиндостан Республикаһы, Һиндостан ярымутрауындағы Көньяҡ Азия дәүләте. Майҙаны — 3,3 млн км2. Баш ҡалаһы — Дели. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 1220,2 млн яҡын кеше (2012): һиндтар, телугулар, бихарҙар, бенгалдар һ.б. Рәсми телдәре — һинди, инглиз теле. Диндарҙары — индустар (81,3%),...

ҺИНД‑ИРАН ҠӘБИЛӘЛӘРЕ

ҺИНД‑ИРАН ҠӘБИЛӘЛӘРЕ, археологик һәм тарихи‑лингвистик тикшеренеү мәғлүмәттәре б‑са, Көньяҡ Уралда тимер быуаттан алып билдәле. Тикшеренеүселәрҙең күпселеге аргиппейҙарҙың, аримасптарҙың, иирктарҙың, исседондарҙың, дайҙарҙың, савроматтарҙың, саҡтарҙың, сарматтарҙың һ.б. килеп сығыуын Һ.‑и.ҡ. м‑н бәйләй....

ҺИНД‑ЕВРОПА ТЕЛДӘРЕ

ҺИНД‑ЕВРОПА ТЕЛДӘРЕ, генетик ҡәрҙәшлек м‑н берләштерелгән эре телдәр ғаиләһе (ҡара: Телдәр классификацияһы). Һ.‑е.т. Евразия, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка, Австралия һәм Африка терр‑яһында таралған. Фонетик, морфологик һәм синтаксик кимәлдә типологик яҡтан оҡшаш структуралар осрай. Фонетикаһына [а], [о],...

ҺИЛЕЙӘ, һырт

ҺИЛЕЙӘ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Салауат р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап Оло Һатҡы й. (Әй й. ҡушылдығы) киңлек бүлеменән Сильга й. (Йүрү­ҙән й. ҡушылдығы) тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 50 км, БР‑ҙа — 16 км, төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәренең киңлеге 1,5—3 км,...

ҺИКҺӘНБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ҺИКҺӘНБАЙ, Ҡ а л а й, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 17 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Мерәүешле й. (Ағи­ҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 330 кеше; 1920 — 292; 1939 — 328; 1959 — 155; 1989 — 142; 2002 — 124; 2010 — 104 кеше....

ҺИКӘЯҘ, Дыуан р‑нындағы ауыл

ҺИКӘЯҘ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Һикәяҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Һикәяҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1527 кеше; 1920 — 1531; 1939 — 787; 1959 — 566; 1989 — 634; 2002 — 773; 2010 — 773 кеше. Урыҫтар...

ҺИКӘЛЕКҮЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ҺИКӘЛЕКҮЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Исмаил а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 150 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Хал­ҡы: 1906 й. — 237 кеше; 1920 — 379; 1939 — 371; 1959 — 222; 1989 — 189; 2002 — 165; 2010 — 170 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ҺИЖРӘТ

ҺИЖРӘТ (ғәр.), 622 й. сент. Мөхәммәттең һәм уның артынан эйәреүселәрҙең Мәккә ҡ. Йәсриб ҡ. (һуңыраҡ Мәҙинә) күсенеүе. Ғүмәр хәлифә ваҡытында (634—644 йй. идара иткән) Һ. йылы яңы мосолман эраһының башы тип иғлан ителә. 1‑се айҙың (мөхәррәм) 1‑се көнөнән — 622 й. 16 июленән башлана. Һ. йылы 12 ай айынан...

ҺИҘИӘТОВА Ирина Михайловна

ҺИҘИӘТОВА Ирина Михайловна (29.4.1964, Өфө), генетик. Биол. ф. д‑ры (2009), проф. (2011). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2015). Ф.А. Нәҙершинаның ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлаған (1986). 1991 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында: 2000 й. башлап өлкән, 2003 й. — төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2010 й. алып БДУ‑ла...

ҺИҘИӘТОВ Ишмырҙа Хәйернур улы

ҺИҘИӘТОВ Ишмырҙа Хәйернур улы (28.10.1933, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ҡужан а. — 8.2.2003, шунда уҡ), хирург. Мед. ф. канд. (1968). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1983). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Хәйбулла районының үҙәк район дауаханаһында эшләй, 1961 й. алып Әбйәлил р‑ны Урал ауыл участка дауаханаһы мөдире....

ҺИҘИӘТОВ Илдар Ишмырҙа улы

ҺИҘИӘТОВ Илдар Ишмырҙа улы (30.3.1960, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). И.Х.Һиҙиәтовтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 21‑се дауаханала (өҙөклөк м‑н) эшләй, 1990—92 йй. Урта мед. һәм фарм. белеме булған хеҙм‑рҙәрҙең квалификацияһын күтәреү уч‑щеһында...

ҺИГЕҘЕНСЕ МАРТ ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ

ҺИГЕҘЕНСЕ МАРТ ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Һигеҙенсе март а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Приют т. юл ст. Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта Тар­ҡаҙы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 650; 1959 — 986; 1989 — 817; 2002 — 814; 2010 — 778 кеше. Башҡорттар, урыҫтар...

ҺИБЕЛМӘ ЯТҠЫЛЫҠТАР

ҺИБЕЛМӘ ЯТҠЫЛЫҠТАР, ағалтын, алтын һ.б. файҙалы компоненттары булған ватыҡ материал тупланмаһы. Төп сығанаҡтарҙың емерелеүе һөҙөмтәһендә, ш. уҡ аралаш коллек­торҙарҙы (юғары концентрациялы ҡиммәтле минералдары булған терриген тау тоҡомдары) яңынан йыуыу юлы м‑н барлыҡҡа килә. Генезисы б‑са аллювиаль,...