Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӨШКӘТЛЕ, йырын

ӨШКӘТЛЕ, йырын, геол. тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ауырғазы р‑ны Ситдиҡ‑Мулла а. көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ауырғазы й. үҙәнендә урынлашҡан. Пермдең көңгөр ярусы, өфө ярусы ултырмаларынан һәм ҡаҙылдыҡ үҫемлек (Qlyptostrobus europeus Heer, Castanea Kubinyii Kov һ.б.) эҙҙәре булған неогендың ворошилов...

ӨФӨНӨ ӨЙРӘНЕҮ

ӨФӨНӨ ӨЙРӘНЕҮ, тыуған яҡты өйрәнеү ғилеменең Өфө тарихын һәм үҫеш динамикаһын өйрәнгән бүлеге. Өфө тарихы б‑са тәүге мәғлүмәттәр 1768—74 йй. ойошторолған Академик экспедициялар материалдарында баҫыла. 19 б. башында В.А.Ребелинский (ҡара: Ребелинскийҙар), И.К.Кирилов, П.И.Рычков, В.Н.Татищев һ.б. хеҙмәттәренә...

ӨФӨЛӘГЕ СИРКӘҮҘӘР

ӨФӨЛӘГЕ СИРКӘҮҘӘР. Смоленск (Собор) сиркәүе 1586 й. төҙөлә (ҡара: Троица сиркәүе); Покров сиркәүе, кирбестән, урыҫ классицизмы стилендә, 1810—20 йй. Себер урамында (хәҙ. Минһажев урамы, 4) башлыса сауҙагәр Д.С.Жульбиндың аҡсаһына 17 б. башында һалынған 2 ағас сиркәү (Пресвятая Богородица Покровы һәм...

ӨФӨЛӘГЕ МӘСЕТТӘР

ӨФӨЛӘГЕ МӘСЕТТӘР. Беренсе йәмиғ мәсете 1830 й. мөфтөй Ғ.Ғәбдрәхимовтың юллауы б‑са төҙөлә (ҡара: Беренсе йәмиғ мәсете). Икенсе йәмиғ мәсете (ағастан) 19 б. 80‑се йй. С.Ш.Тәвкилев мөфтөй булған осорҙа мәхәллә кешеләре аҡсаһына Нижегородка биҫтәһенең Преображенский урамында (хәҙ. Леваневский) төҙөлә....

ӨФӨ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ӨФӨ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Өфө а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 47 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 90 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. – 725 кеше; 1989 – 1451; 2002 – 1404; 2010 – 1329 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт...

ӨФӨ, планета

ӨФӨ, 8498-се бәләкәй планета (ҡара: Астероидтар). Ҡояштан уртаса 448 млн км, Ерҙән кәмендә 250 млн км самаһы алыҫлыҡта. Диам. – яҡынса 12 км. Оппозициялағы яҡтылығы – 12,3 йондоҙ дәүмәле. Л.В.Журавлёва (Ҡырым астрофизика обсерваторияһы) тарафынан 1990 й. 15 сент. асыла һәм ҡала хөрмәтенә атала. Респ....

ӨФӨ, ҡала

ӨФӨ, ҡала, Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы. Республиканың үҙәк өлөшөндә Ағиҙел, Өфө һәм Дим йй. араһында Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Ҡала төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан 50 км ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған. Майҙаны — 765,2 км2. Халҡы (мең кеше): 1897 й. — 49,2; 1926 — 98,5; 1939...

ӨФӨ, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы

ӨФӨ, Ҡ а р и ҙ е л, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Юрмый тауының (Силәбе өлк.) төньяҡ‑көнсығыш битләүендәге Уралтау һыртында башлана, Өфө күленән ағып сыға. Силәбе һәм Свердловск өлк. буйлап көньяҡтан төньяҡ‑көнбайышҡа, артабан БР‑ҙың Дыуан, Ҡариҙел, Благовещен һәм Нуриман р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайышҡа...

ӨФӨ ЯРУСЫ

ӨФӨ ЯРУСЫ, пермдең аҫҡы (урал яны) бүлегенең өҫкө бүлексәһе (2006 й. тиклем өҫкө бүлегенең составына ингән). Көңгөр ярусында ята, ҡазан ярусы м‑н ҡапланған. А.В.Нечаев тарафынан айырып күрһәтелә (1915), Өфө губернаһы исеме м‑н аталған. Ағиҙел й. түбәнге ағымы басс. стратотипик урында Ө.я. аҫҡы өлөшө...

ӨФӨ ЯЙЛАҺЫ

ӨФӨ ЯЙЛАҺЫ, Башҡортостандың Урал алды төньяғында, БР һәм Свердловск өлк. терр‑яларында Өфө й. урта ағымы буйлап урынлашҡан; бейеклеге диңгеҙ кимәленән 300—500 м. Рельефы ҡалҡыу, денудация‑эрозиялы, битләүҙәре текә төшкән йырындар һәм сағылдар м‑н телгеләнгән; көнсығыш битләүе текә, Йүрүҙән‑Әй тигеҙлеге...

ӨФӨ ЮҒАРЫ ХӘРБИ АВИАЦИЯ ЛЁТЧИКТАР УЧИЛИЩЕҺЫ

ӨФӨ ЮҒАРЫ ХӘРБИ АВИАЦИЯ ЛЁТЧИКТАР УЧИЛИЩЕҺЫ, 1984 й. 1 сент. Өфө кесе авиация белгестәре мәктәбе нигеҙендә ойошторола. Училище составында 12 кафедра (авиация һәм радиоэлектроника ҡорамалдары, аэродинамика һәм осоу динамикаһы, авиация ҡоралын һуғышта ҡулланыу, вертолёт йөрөтөү, ижт. фәндәр, сит телдәр,...

ӨФӨ ЮҒАРЫ ПАРТИЯ МӘКТӘБЕ

 ӨФӨ ЮҒАРЫ ПАРТИЯ МӘКТӘБЕ, етәксе партия һәм совет кадрҙарын әҙерләгән юғары уҡыу йорто. 1958 й. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге 4 йыллыҡ Өлкә партия мәктәбе (1956 й. ойошторолған) нигеҙендә асыла. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты етәкселегендә була. Уҡытыу‑методик етәкселекте КПСС ҮК эргәһендәге...

ӨФӨ ЭШСЕ ҺӘМ ҺАЛДАТ ДЕПУТАТТАРЫ СОВЕТЫ

ӨФӨ ЭШСЕ ҺӘМ ҺАЛДАТ ДЕПУТАТТАРЫ СОВЕТЫ, Д е п у т а т т а р С о в е т ы, революцион властың һайланма органы. 1917 й. 5 мартында Өфө эшселәре һәм гарнизондың хәрби частары вәкилдәре йыйылышы ҡарары б‑са ойошторола. Советҡа һалдат (82), эшсе (72), мосолман һалдаттары (38) деп., Социал‑революционерҙар...

ӨФӨ ЭШҠЫУАРЛЫҠ, ЭКОЛОГИЯ ҺӘМ ДИЗАЙН КОЛЛЕДЖЫ

ӨФӨ ЭШҠЫУАРЛЫҠ, ЭКОЛОГИЯ ҺӘМ ДИЗАЙН КОЛЛЕДЖЫ, 1909 й. Сауҙа мәктәбе булараҡ асыла, 1919 й. алып Өфө һөнәрселек коммерция кластары, 1921 й. — сәнәғәт‑иҡт. мәктәбе, 1922 й. — сәнәғәт‑иҡт. техникумы. 1926 й. Өфө контора‑сауҙа өйрәнсектәр мәктәбе (ҡара: Һөнәрселек лицейы №136) составына инә, 1936 й. башлап...

ӨФӨ ЭЛЕКТРОЛАМПА ЗАВОДЫ — ЯҠТЫЛЫҠ

ӨФӨ ЭЛЕКТРОЛАМПА ЗАВОДЫ — ЯҠТЫЛЫҠ, 1941 й. эвакуацияланған 191‑се завод базаһында (Мәскәү өлк. Фрязино ҡасабаһы) 643‑сө завод булараҡ ойошторолған (1942 й. радиолампалар, 1945 й. дөйөм тәғәйенләнешле лампалар, 1947 й. миниа‑ тюр лампалар етештереү үҙләштерелә), 1961 й. алып Өфө электролампа з‑ды (1984...

ӨФӨ ЭЛАСТОМЕР МАТЕРИАЛДАР, ИЗДЕЛИЕЛАР ҺӘМ КОНСТРУКЦИЯЛАР ЗАВОДЫ

ӨФӨ ЭЛАСТОМЕР МАТЕРИАЛДАР, ИЗДЕЛИЕЛАР ҺӘМ КОНСТРУКЦИЯЛАР ЗАВОДЫ, ААЙ. Резина‑техник продукция етештерә. Составына резина‑техник изделиелар әҙерләү производствоһы комплексы; резиналы туҡымалар, һауала осоу һәм ҡотҡарыу техникаһы изделиелары, пневмоҡоролмалар производстволары; үҙәк лаб. инә. 2012 й. 976...

ӨФӨ ЭКСПЕРИМЕНТАЛЬ МЕБЕЛЬ ФАБРИКАҺЫ

ӨФӨ ЭКСПЕРИМЕНТАЛЬ МЕБЕЛЬ ФАБРИКАҺЫ. 1965 й. Өфө фанер‑мебель комб‑ты составындағы Мебель ф‑каһының (ҡара: “Башмебель”) Өфө ултырғыстар цехы булараҡ асыла, 1986 й. алып Өфө ултырғыстар ф‑каһы, 1987 й. — Ө.э.м.ф., 1996 й. — ААЙ, 2008 й. ябыла. Составына эксперименталь, ултырғыс цехтары ингән. 2005 й....

ӨФӨ ШЫРПЫ ФАБРИКАҺЫ

ӨФӨ ШЫРПЫ ФАБРИКАҺЫ, ЯСЙ. Шырпы (көнкүреш, камин, һунар, махсус тәғәйенләнешле, сувенир шырпылар), мед. шпателдәре, туңдырма өсөн таяҡсалар, шпон, махсус ағас таяҡсалар, ағас һауыттар һ.б. етештерә. Составына шырпы етештереү, һыҙырыу цехтары, ағас эше оҫтаханаһы инә. 2012 й. 210 кеше эшләгән. Продукцияһы...

ӨФӨ ЦИРКЫ

ӨФӨ ЦИРКЫ, Рәсәй дәүләт цирк компанияһы филиалы. Өфө дәүләт циркы 1968 й. 5 нояб. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы Т.В.Дурова етәкс. программа м‑н асыла. 2 мең урынлыҡ тамаша залы, адм. кабинеттары, көнкүреш бүлмәләре, грим бүлмәләре, балет‑спорт залы, “Арена” дөйөм ятағы һ.б. бар. 1970 й. БАССР МС‑ы ҡарары м‑н...

ӨФӨ ҺЫҘЫМ ПРИБОРҘАРЫ ЗАВОДЫ

ӨФӨ ҺЫҘЫМ ПРИБОРҘАРЫ ЗАВОДЫ, идара итеү һәм инженерҙар хеҙмәтен механизациялау һәм автоматлаштырыу сараларын етештереү пр‑тиеһы. 1941 й. “Металлист” (Өфө) һәм “Ударник” (Днепропетровск ҡ. эвакуацияланған) артелдәре базаһында “Завод №11” артеле булараҡ ойошторолған; 1953 й. алып артель, 1956 й. — “Металлоштамп”...