Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӨФӨ ҺЫҒЫЛМАЛЫ ВАЛДАР ЗАВОДЫ

ӨФӨ ҺЫҒЫЛМАЛЫ ВАЛДАР ЗАВОДЫ, ААЙ. Составында һығылмалы валдар, металл шлангылар эшләү, механика, энерге‑ тика участкалары; склад хужалығы бар. 2012 й. 70 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын сит илдәргә сығарыла. 1941 й. эвакуацияланған “Металлорукав” Мәскәү з‑ды...

ӨФӨ ҺАҢҒЫРАУҘАР МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

ӨФӨ ҺАҢҒЫРАУҘАР МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО. 1958 й. Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Һаңғырауҙар мәҙәниәт йорто булараҡ асыла, 1999 й. алып Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Ө.һ.м.й. 70 урынлыҡ тамаша залы, репетициялар залы бар. Үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективтары эшләй: “Агидель” хореография төркөмө (1976...

ӨФӨ ХУДОЖЕСТВО МУЗЕЙЫ ДУҪТАРЫ ТҮҢӘРӘГЕ

ӨФӨ ХУДОЖЕСТВО МУЗЕЙЫ ДУҪТАРЫ ТҮҢӘРӘГЕ, рәссамдар, музыканттар һәм сәнғәт һөйөүселәр Ю.Ю.Блюменталь (рәйес), Ҡ.С.Дәүләткилдеев, В.А.Евладова, М.Н.Елгаштина, С.А.Примак (секретарь), А.Э.Тюлькин, А.А.Черданцев һ.б. инициативаһы б‑са 1923 й. Өфөлә ойошторола. Өфөлә йәшәүселәрҙән башҡа түңәрәктә Д.И.Архангельский...

ӨФӨ ФӘННИ ҮҘӘГЕ

ӨФӨ ФӘННИ ҮҘӘГЕ. РФА‑ның Башҡортостан Республикаһындағы ғилми учреждениеһы. 1951 й. СССР ФА‑ның Башҡ‑н филиалы булараҡ ойошторола (1964—67 йй. структур бүлексәләре РСФСР МС‑ының Ғилми-тикшеренеү эштәрен координациялау б‑са дәүләт ком‑ты ҡарамағына тапшырыла), 1988 й. алып СССР ФА УрБ‑ның (1991 й. башлап...

ӨФӨ ФӘН ҺӘМ ТЕХНОЛОГИЯЛАР УНИВЕРСИТЕТЫ

ӨФӨ ФӘН ҺӘМ ТЕХНОЛОГИЯЛАР УНИВЕРСИТЕТЫ, 2022 й. Башҡорт дәүләт университетын һәм Авиация техник университетын берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Университет составына 3 факультет (авиация двигателдәре, энергетика һәм транспорт; башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика; “БДК‑ӨМЭПБ” эргәһендәге...

ӨФӨ ФАРМАЦЕВТИКА ФАБРИКАҺЫ

ӨФӨ ФАРМАЦЕВТИКА ФАБРИКАҺЫ, “Валеро” ЯАЙ‑ның структур бүлексәһе. Автомобиль, юл, мед., офистар, производстволар өсөн аптечкалар комплектациялау эшен башҡарған. 1998 й. ойошторола. 2012 й. “Аделфарм” ЯАЙ тип үҙгәртеп ҡорола. 2000 й. 70 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР‑ҙың автотранспорт,...

ӨФӨ ФАНЕР‑ПЛИТА КОМБИНАТЫ

ӨФӨ ФАНЕР‑ПЛИТА КОМБИНАТЫ, ЯСЙ. Составында ағас‑сүс плиталары етештереү, фанер, автотранспорт цехтары; ыҫмала етештереү, ағас эше, ремонт‑механика, ремонт‑төҙөлөш, электроремонт участкалары бар. 2012 й. 1168 кеше эшләгән; 13040 мең м2 ағас‑сүс плитаһы, 50,1 мең м3 фанер етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа...

ӨФӨ ФАНЕР КОМБИНАТЫ

ӨФӨ ФАНЕР КОМБИНАТЫ, ЯСЙ. Составында ағас‑юнысҡы плиталары, фанер производстволары; автотранспорт, ремонт‑төҙөлөш, ремонт‑механика цехтары; ыҫмала етештереү участкаһы; пар энергияһын файҙаланыу хужалығы бар. 2012 й. 1199 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм...

ӨФӨ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ӨФӨ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1960 й. “Башмежколхозстрой” берекмәһенең урман әҙерләү контораһы булараҡ ойошторола, 1974 й. алып Ө.у.с.х., 90‑сы йй. урман участкалары акциялаштырыла, 1996 й. “Өфө” дәүләт урман сәнәғәте комплексына үҙгәртелә, 2007 й. ябыла. Составына...

ӨФӨ УРМАН КОМБИНАТЫ

ӨФӨ УРМАН КОМБИНАТЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, ағас ағыҙыу м‑н шөғөлләнгән. 1948 й. Өфө моторҙар базаһында Өфө транспорт ағас ағыҙыу контораһы булараҡ ойошторола, 1964 й. алып “Башлес” комб‑тының Өфө ағас ағыҙыу ПБ, 1973 й. — Өфө ағас ағыҙыу контораһы, 1983 й. — Өфө урман комб‑ты, 1997 й. — ДУП, 1948...

ӨФӨ УҠЫУ ЙОРТТАРЫ УҠЫУСЫЛАРЫН ФИЗИК ТӘРБИӘЛӘҮ ЙӘМҒИӘТЕ

ӨФӨ УҠЫУ ЙОРТТАРЫ УҠЫУСЫЛАРЫН ФИЗИК ТӘРБИӘЛӘҮ ЙӘМҒИӘТЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1907 й. 15 дек. А.С.Цветков тарафынан ойошторола. Ир‑ат та, ҡатын‑ҡыҙ ҙа, бөтә дин кешеләре лә дәрәжәһенә һәм мөлкәтенә ҡарамай ҡабул ителгән. Йәмғиәт ағзаларының физик тәрбиәләү системаһына саңғыла йүгереү, һыбай йөрөү, гимнастика,...

ӨФӨ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯЛАРЫ

ӨФӨ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯЛАРЫ. 1‑се Өфө совет уҡсылар дивизияһы РККА составында 1918 й. июнендә Н.И.Подвойский бойороғо б‑са Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларының 2‑се һәм 3‑сө дружиналарынан ойошторола. Уның составына 1‑се һәм 2‑се совет уҡсылар полктары, артиллерия һәм атлы дивизиондар, бронеотряд инә. Дивизия...

ӨФӨ ТЭЦ-тары

ӨФӨ ТЭЦ-тары, “Башҡортостан генерациялау компания” һы ЯСЙ филиалдары. Электр һәм йылылыҡ энергияһы эшләп сығара. 1-се Өфө ТЭЦ-ы. 1935 й. Черниковка эшселәр ҡасабаһында Өфө крекинг-заводы ТЭЦ-ы булараҡ (ҡара: Өфө нефть эшкәртеү заводы) нигеҙ һалына, 1938 й. 1-се сираты сафҡа индерелә; 1940 й. алып Өфө...

ӨФӨ ТРИКОТАЖ ФАБРИКАҺЫ

ӨФӨ ТРИКОТАЖ ФАБРИКАҺЫ, ЯСЙ. Ҡатын‑ҡыҙҙар кейеме, мәктәп формаһы, өй өсөн текстиль етештерә. Составына экс‑ перименталь, бәйләү, киҫеү‑әҙерләү, тегеү цехтары; лаб. инә. Фирма магазиндары селтәре бар. 2013 й. 164 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1939 й. “Трикотаж”...

ӨФӨ ТРАНСФОРМАТОРҘАР ЗАВОДЫ

ӨФӨ ТРАНСФОРМАТОРҘАР ЗАВОДЫ, “ЭЛЕКТРОЗАВОД” холдинг компанияһы ААЙ‑ның айырым бүлеге (Мәскәү). Көс биреү, май һәм ҡоро бүлеү трансформаторҙары, комплектлы трансформатор подстанциялары етештерә. Составында көс биреү һәм бүлеү трансформаторҙары, комплектлы трансформатор подстанцияһы производстволары бар....

ӨФӨ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ КОМБИНАТЫ

ӨФӨ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ КОМБИНАТЫ. 1904 й. ойошторола, 1907 й. Өфө силикат кирбес з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла (ҡеүәте йылына 3—3,5 млн дана, 2 ҡыҫҡысы, 2 һүндереү барабаны, 4 тупик автоклавы, быу ҡаҙаны булған), 1931 й. алып “Башкирстройматериалы” берекмәһе (ҡара: “Башстром”) составында; 60‑сы...

ӨФӨ ТИМЕР‑БЕТОН ЗАВОДЫ №2

ӨФӨ ТИМЕР‑БЕТОН ЗАВОДЫ №2, ААЙ. Составына 2 форма эшләү, арматура, бетон ҡатнаштырыу, механика, автотранспорт, энергетика цехтары; контроль һәм сифат лаб. инә. 2012 й. 308 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1956 й. ойошторола, 1994 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела СССР‑ҙа...

ӨФӨ ТИМЕР‑БЕТОН ЗАВОДЫ №1

ӨФӨ ТИМЕР‑БЕТОН ЗАВОДЫ №1. 1959 й. 21‑се Төҙөлөш‑монтаж тресының (ҡара: Трест №21) ярҙамсы пр‑тиелары контораһы базаһы (1948 й. асылған) һәм төҙөлөш индустрияһы базаһы (1956) нигеҙендә 5‑се тимер‑бетон заводы булараҡ ойошторолған, 1964 й. алып “Башжелезобетон” (ҡара: “Башстройконструкция”) берекмәһенең...

ӨФӨ ТИМЕР-БЕТОН ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ“ ЭКОЛОГ” БАШСПЕЦНЕФТЕСТРОЙ

ӨФӨ ТИМЕР-БЕТОН ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ “ЭКОЛОГ” БАШСПЕЦНЕФТЕСТРОЙ, ЯАЙ. Составына тимер-бетон изделиелар етештереү б‑са 3 цех инә. 2009 й. 104 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1962 й. “Башспецнефтестрой” тресы составында ойошторола, 1990 й. алып ҠП, 1993 й. хәҙ. статусын...

ӨФӨ ТИМЕР ЮЛ ОҪТАХАНАЛАРЫ МАСТЕРОВОЙҘАРЫ ҺӘМ ЭШСЕЛӘРЕНЕҢ ПАТРИОТИК ЙӘМҒИӘТЕ

ӨФӨ ТИМЕР ЮЛ ОҪТАХАНАЛАРЫ МАСТЕРОВОЙҘАРЫ ҺӘМ ЭШСЕЛӘРЕНЕҢ ПАТРИОТИК ЙӘМҒИӘТЕ, 1905—06 йй. Өфөлә уң монархистарҙың ҡара груһсылар ойошмаһы. 6 дек. Өфө т. юл оҫтаханаларында (ҡара: Өфө тепловоздар ремонтлау заводы) ойошторола. Революцион хәрәкәткә ҡаршы [ҡара: революция (1905—07)] сығыш яһаған эшселәрҙе...