Список материалов

ӨЙӘҘЕБАШ, Миәкә р‑нындағы ауыл
ӨЙӘҘЕБАШ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Оло Кәркәле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Аксёнов т.‑юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 714 кеше; 1920 – 949; 1939 – 633; 1959 – 483; 1989 – 499; 2002 – 472; 2010 – 423 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ӨЙӘҘЕ, йылға
ӨЙӘҘЕ, йылға, Дим й. уң ҡушылдығы. Миәкә р‑ны Смородиновка а. көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта башлана. Миәкә һәм Бишбүләк р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға. Дим й. (тамағынан 363 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 82 км, басс. майҙаны 984 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына....

ӨЙӘҘ УЧИЛИЩЕЛАРЫ
ӨЙӘҘ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә юғары типтағы башланғыс уҡыу йорттары. Губерна һәм өйәҙ ҡалаларында 1804 й. Устав м‑н бөтә ҡатлам уҡыусыларын гимназияға инеүгә әҙерләү өсөн 2 класлы, 1828 й. Устав м‑н башлыса сауҙагәр, мещан балалары өсөн 3 класлы мәктәп булараҡ ойошторолалар. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында...

ӨЙӘҘ
ӨЙӘҘ, 1) 13 б. — 1708 йй. Рәсәйҙә төп адм.‑терр. берәмек. Ө. аныҡ сиктәре булмаған: Ө. тип эргәһендәге терр‑яһы м‑н ҡала аталған. Улустарға, илдең көнбайышында — засадаларға, губаларға, пятиналарға, сиректәргә, өстән бер өлөшкә; көнсығышта даруғаларға һ.б. бүленгән. 17 б. аҙ. 215‑ләп Ө. иҫәпләнә. 16 б....

ӨЗЛӘҮ
ӨЗЛӘҮ, башҡорттарҙа тамаҡ м‑н үҙенсәлекле ике тауыш сығарып көйләү, ул саҡта түбән ҡыҫылған орган пункты фонында фиоритур характерҙағы (түбәнге тондан барлыҡҡа килгән обертон тауыштарҙың комбинацияһы) һыҙғырыулы юғары тауыштарҙан көй сыға. Ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау техникаһына оҡшаш. Тәүҙә йола‑тылсым...