Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЩИГАЛЁВТАР

ЩИГАЛЁВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Артемий Иванович Щ. Баяр балаларынан. 1635 й. Себер ханы улы Әбләйҙе тотоуҙа ҡатнаша. 1647 й. хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) 100 сирек ер поместье оклады һәм йылына 6 һум түләү шарты м‑н алына. 1653 й. ҡалмыҡтар м‑н һуғышта...

УРЖУМЦЕВТАР

УРЖУМЦЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Мартемьян Тимофеевич У. 17 б. башында яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр) исемлеге б‑са 250 сирек поместье оклады м‑н түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби...

ТРЕТЬЯКОВТАР

ТРЕТЬЯКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Игнатий Т., атлы стрелец. 1635 й. Ф.И.Каловский (ҡара: Каловскийҙар) етәкс. дворяндар отряды составында ҡалмыҡтарҙың Өфө өйәҙенә барымтаһына ҡаршы Урал аръяғына ебәрелә. Уның улдары: Василий Игнатьевич Т. 1665 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата...

ТӨПӘЕВТӘР

ТӨПӘЕВТӘР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Өсбүлә а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) мишәрҙәре. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Миндәй Төпәев. 19 б. башында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1776 й.) дворян дәрәжәһе бирелә. Уның иң билдәле улдары: Ардыуан Миндәй улы Т. (1757—?), йорт старшинаһы; Иғдисам Миндәйулы...

ТОПОРНИНДАР

ТОПОРНИНДАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур тармағына нигеҙ һалыусы — Степан Егорович Т., капитан. Сембер губ. Сызрань өйәҙе алпауыты. 1790 й. Өфө өйәҙе Ҡаңлы улусы аҫаба башҡорттарынан ер һатып ала, унда Степан а. (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны ш. уҡ исемле ауылы) нигеҙ һала. 1795 й. 206 крепостной крәҫтиәне...

ТИМАШЕВТАР

ТИМАШЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур тармағына нигеҙ һалыусылар — ағалы‑ҡустылы: Михаил Лаврентьевич Т. (1714—?), 1736 й. алып Шишмә драгун, 1738 й. — Алексеевск пехота полктарында (ҡара: Ландмилиция) хеҙмәт итә. Воронеж губ. поместьеһы (крәҫтиәндәрһеҙ) була; Иван Лаврентьевич Т. (1716—?), подполковник....

ТЕРЕҒОЛОВТАР

ТЕРЕҒОЛОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — мырҙа Йәнекәй Ҡолдашевтың (ҡара: Йәнекәевтәр) улы Тереғол Йәнекәй улы Ҡолдашев, 16 б. 2‑се ярт. Ҡасим батшалығының Темников ҡ. хеҙмәт итә. Уның улдары: Тенәш (Теребирҙе), Уразай, Теләш, Көсәкәй Т. 1625 й. хәрби хеҙмәттәре өсөн уларға дворян дәрәжәһе...

ТЕЛЯТЕВТАР

ТЕЛЯТЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Василий Алексеевич Т. (?—1643). Өфөгә хеҙмәткә Ҡазандан күсерелә. 1632 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби хеҙмәткә алына. 1633 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйындағы поместье (17 сирек ер) м‑н бүләкләнә. Тур яланындағы...

ТӘВКИЛЕВТӘР

ТӘВКИЛЕВТӘР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүселәр — Дәүләтмәмәт, Уразлай, Уразмәмәт мырҙалар. Дәүләтмәмәт Т. Ярославль өйәҙендә хеҙмәт иткән, Владимир һәм Ярославль өйәҙҙәрендә поместьеһы булған. Уның улдары: Мәмеш, Болош, Сәфәр һәм Мәмәт. 17 б. — 18 б. башында Т. мырҙаларға Владимир, Ҡасим,...

СЫРТЛАНОВТАР

СЫРТЛАНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе – Ишбулды С. (1757–1833), указлы мулла. Уның улдарынан иң билдәлеләре: Шиһабетдин С. (1793–1813), поход яҫауылы. Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында...

СОЛТАНОВТАР

СОЛТАНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһы Бүләр улусы Мәстей а. (ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ғәбделйәлил С. (1750—?), поручик (1791). 1771—73 йй. Польша походында ҡатнашыусы. Йорт старшинаһы, 1798 й. алып 11‑се башҡ. кантоны башлығы. Уның улдарынан иң билдәлеләре:...

СИПАЙЛОВТАР

СИПАЙЛОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусылар сығышы м‑н Смоленск шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы) була. 1654 й. Кама аръяғы сик һыҙығында Зәй ҡәлғәһенә урынлашалар. Билдәлеләре: Михаил Петрович С. (1766—?) һәм Яков Петрович С. (1769—?), прапорщиктар, Ырымбур сик буйы...

СӘФӘРОВТАР

СӘФӘРОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһының Шәмшәҙе улусы Мәҫкәү а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) башҡорттары. Билдәлеләре: Әбделвәхит Йәғәфәр улы С. (1764—1848), йорт старшинаһы. Уның улдары: Әбделхәким Әбделвәхит улы С. (1795— 1857), поход старшинаһы; Әбделбасир Әбделвәхит улы С. (1800—39), зауряд‑яҫауыл...

РЕБЕЛИНСКИЙҘАР

РЕБЕЛИНСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Семён Р. (?—1807), протоиерей. Р.Г.Игнатьевтың мәғлүмәттәре б‑са, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда Өфөнөң баш күтәреүселәр тарафынан ҡамалыуы т‑да яҙып ҡалдырған. Уның улдары: Пётр Семёнович Р. (1753—1810), Троица сиркәүе настоятеле,...

ПОГОРСКИЙҘАР

ПОГОРСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Лаврентий (Шувалко) П., яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләрҙән. 16 б. аҙ. Кадом өйәҙенең Кадом ҡәлғәһендә хеҙмәт иткән. Уның улдары: Андрей Лаврентьевич һәм Кондратий Лаврентьевич П. Болалы ваҡытта (16...

ПИСЕМСКИЙҘАР

ПИСЕМСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Венедикт (Бишенсе) П., баяр балаларынан. 1603 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында 25 сирек ер алған, 1630 й. унда алпауыт ауылы барлыҡҡа килгән. Уның улы Гаврила Венедиктович П. (?—1687), 1630 й. түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм...

ПЕКАРСКИЙҘАР

ПЕКАРСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Николай П., 16 б. аҙ. Речь Посполитаянан рус хеҙмәтенә килә. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Григорий Иванович П. Баяр балаларынан. 1646 й. Ҡазандан Өфөгә ҡалмыҡ эштәре б‑са ебәрелә. 1652 й. уның поместье оклады 300 сирек ер тәшкил итә, Шаҡша й....

ӨМӨТБАЕВТАР

ӨМӨТБАЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нуғай даруғаһы Йомран-Табын улусы Ибраһим а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Өмөтбай Мырҙашев. 1683 й. Йомран-Табын улусы ерҙәрен биләүгә батша грамотаһы ала. Үҙ улусы‑ нан аманат була. Ө. нәҫеленән иң билдәлеләре: Көҫәпҡол Ғәббәс улы Ө....

НУҒАЙБӘКОВТАР

НУҒАЙБӘКОВТАР, кантон башлыҡтары. Бөгөлмә өйәҙе Юрмый улусы Урсай а. (ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны) башҡорттары. Көрмәнкәй Н. билдәле, 1803—20 йй. 12‑се башҡ. кантоны башлығы була. Уның улы — Шаһингәрәй Көрмәнкәй улы Н. (1790—?), сотник (1829), 1820—36 йй. 12‑се башҡ. кантоны башлығы. 1836 й. вазифаһынан алына,...

НОВИКОВТАР

НОВИКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Гаврилович Н. (1730—?), Ырымбур пехота полкында хеҙмәт итә. 1780 й. Боғорослан өйәҙ суды заседателе. Боғорослан өйәҙендә Новиковка а. хужа була. Уның улдары: Алексей Иванович Н. (1765—?), титулярный советник. 1790 й. Өфө выждан суды ағзаһы;...