Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы

ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы (15.8.1899, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Биштәкә а., хәҙер БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов а., — 23.2.1943, Украина ССР‑ының Петровское ҡсб ерләнгән), хәрби эшмәкәр. Генерал‑майор (1942). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы....

ФРУНЗЕ Михаил Васильевич

ФРУНЗЕ Михаил Васильевич (21.1. 1885, Етеһыу өлк. Пишпек ҡ. — 31.10. 1925, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. 1904 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Гимназия тамамлаған (Верный ҡ., 1904). 1915—16 й. Чита ҡ. статистик булып эшләгән. 1916 й. алып рус армияһында, 1918 й. — Ҡыҙыл Армияла. 1917...

ФРЕЙМАН Фёдор Юрьевич фон

ФРЕЙМАН Фёдор (Фердинанд) Юрьевич фон (26.10.1725 — 3.11. 1796), хәрби эшмәкәр. Ген.‑поручик (1777). 1741—43 йй. рус-швед һуғышында, 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1772 й. Яйыҡ казактары ихтилалын, Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡанашыусы. 1742 й. алып рус армияһында. 1773 й. окт. В.А.Карҙың...

ФИЛИППОВ Владимир Иванович

ФИЛИППОВ Владимир Иванович (1.9.1955, Өфө), хәрби эшмәкәр. Ген.-полковник (2003). 1994—96 йй. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Кострома юғары химик һаҡланыу хәрби команда уч‑щеһын (1977), Химик һаҡланыу хәрби акад. (1987), РФ Ҡораллы көстәре Ген. штабының Хәрби акад. (1999; икеһе лә —...

ПУЧКОВ Фёдор Абрамович

ПУЧКОВ Фёдор Абрамович (19.5.1886, Һамар губернаһы Быҙаулыҡ ҡ. — 2.2.1953, Колма ҡ., АҠШ), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Генерал‑майор (1919). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Император Николай хәрби академияһын тамамлаған (С.‑Петербург ҡ., 1914). 1903—18 йй. рус армияһында, 1918 й....

ПСТЫГО Иван Иванович

ПСТЫГО Иван Иванович [10.4.1918, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Сухополь а. (БР‑ҙың Архангел районы) — 23.2.2009, Мәскәү ҡ.], хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Геройы (1978). СССР‑ҙың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1967). Авиация маршалы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑һауа көстәренең Юғары командирҙар...

ПОДВОЙСКИЙ Николай Ильич

ПОДВОЙСКИЙ Николай Ильич (16.2.1880, Чернигов губ. Кунашов‑ ка а. — 28.7.1948, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. 1901 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917 й. окт. РСДРП(б) ҮК эргәһендәге Бөтә Рәсәй хәрби ойошмалар бюроһы рәйесе, Петроградтағы Октябрь ҡораллы күтәрелеше етәкселәренең береһе,...

ПИЧУГИН Юрий Александрович

ПИЧУГИН Юрий Александрович (8.1.1923, Өфө — 3.2.2000, Мә.скәүҡ.), хәрби эшмәкәр. Ген.‑полковник (1984). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Э. Дзержинский ис. Артиллерия‑инженерия акад. тамамлаған (Мәскәү, 1953). 1941 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. башлап Брянск, Үҙәк, 1—3‑сө Белоруссия фронттарының. 61‑се...

ПЕРОВСКИЙ Василий Алексеевич

ПЕРОВСКИЙ Василий Алексеевич (9.2.1795, Чернигов губ. Почеп а. — 6.12.1857, Таврия губ. Алупка ҡсб, ш. уҡ губернаның Балаклава ҡ. ерләнә), дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Ген.‑адъютант (1833), кавалериянан генерал (1843). Граф (1855). 1812 й. Ватан һуғышында, 1828—29 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү...

ПАНИН Пётр Иванович

ПАНИН Пётр Иванович (24.3.1721, Калуга губ. Везовка а. — 15.4.1789, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Ген.‑аншеф (1762). Граф (1767). 1735—39 йй. һәм 1768—74 йй. рус‑төрөк, 1741—43 йй. рус‑швед һуғыштарында, 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1735 й. алып рус...

МОРТАЗИН Муса Лут улы

МОРТАЗИН Муса Лут улы (20.2. 1891, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Көсөк а., хәҙ. БР‑ҙың Учалы р‑ны Көсөк-Маяҡ а., — 27.9.1937, Мәскәү), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. 1920 й. алып РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1920 й. совет-поляк һуғышында ҡатнашыусы....

МИХЕЛЬСОН Иван Иванович

МИХЕЛЬСОН Иван Иванович (1740, Рига губ. — 5.8.1807, Бухарест, Витебск губ. Иваново а. ерләнгән), хәрби эшмәкәр. Кавалериянан ген. (1797). Дворяндарҙан. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын тар-мар итеүҙә, 1768—74 йй. һәм 1806—12 йй. рус-төрөк һуғышында,...

МИҢЛЕҒОЛОВ Шәрип Хәби улы

МИҢЛЕҒОЛОВ Шәрип Хәби улы [14.6.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Һыуыҡҡул а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 7.1.2003, Өфө], хәрби эшмәкәр. Полк. (1969). Венгрияла (1956) һәм Чехословакияла (1968) ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашҡан. Тбилиси пехота уч‑щеһын (1948) һәм М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (Мәскәү, 1960) тамамлаған....

МАСЛОВ Владимир Петрович

МАСЛОВ Владимир Петрович [14.4. 1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Дурасов ширҡәте ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Дурасов а., — 24.9.1988, Мәскәү], хәрби эшмәкәр. Адмирал (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Юғары хәрби-диңгеҙ уч‑щеһын (Ленинград, 1950), СССР Ҡораллы көстәре Ген. штабының Хәрби...

МАНСУРОВ Павел Дмитриевич

МАНСУРОВ Павел Дмитриевич  (1726—98), хәрби эшмәкәр. Ген.-поручик  (1777). Дворяндарҙан. 1741—  43 йй. рус-швед, 1756—63 йй. Ете  йыллыҡ һуғыштарҙа, Крәҫтиәндәр  һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа  ҡатнаша. 1736 й. алып рус армияһында.  1773 й. нояб. Ырымбур губернаһында  ихтилалды баҫтырыу  өсөн А.И.Бибиков...

ЛОБОВ Владимир Николаевич

ЛОБОВ Владимир Николаевич (22.7. 1935, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Борай а.), хәрби эшмәкәр. Хәрби ф. д‑ры (1987), проф. (1991). Армия ген. (1989). Чехословакиялағы ҡораллы бәрелештә ҡатнашыусы (1968). Рязань артиллерия уч‑щеһын (1959), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (1967) һәм СССР Ҡораллы көстәре Ген. штабының...

ЛАСКИН Иван Андреевич

ЛАСКИН Иван Андреевич [1.11.1901, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Васильевка а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 1.7.1988, Минск], хәрби эшмәкәр. Ген.-лейтенант (1943). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Хәрби мәктәпте (Киев, 1923), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (Мәскәү, 1934), К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад....

ЛАРИОНОВ Александр Леонтьевич

ЛАРИОНОВ Александр Леонтьевич, хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор. Дворяндарҙан. Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1773 й. алып Ҡазан губернаһының һәм Ырымбур губернаһының гарнизон командалары обер-кригскомиссары. 1774 й. ғин. башлап Ҡазан улан корпусы командиры. Кама аръяғында һәм Ҡазан даруғаһының көнбайышында...

КОСЬМИН Владимир Дмитриевич

КОСЬМИН Владимир Дмитриевич (24.6.1884, Курск ҡ. — 25.4.1950, Сидней ҡ., Австралия), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.-майор (1919). 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Император Николай хәрби акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1911). 1918 й. авг. алып 1‑се...

КОЛЧАК Александр Васильевич

КОЛЧАК Александр Васильевич (4.11.1874, С.‑Петербург губ. Александровское а. — 7.2.1920, Иркутск ҡ.), хәрби эшмәкәр, гидрограф, Рәсәйҙең Юғары хакимы (1918 й. 18 нояб. — 1920 й. 5 ғин.). Адмирал (1918). Дворяндарҙан. 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы....