Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МУСИН Ноғман Сөләймән улы

МУСИН Ноғман Сөләймән улы [17.7.1931, БАССР‑ҙың Маҡар районы Ҡолғона а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 31.10.2021, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән], яҙыусы. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2001), БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Рәсәйҙең тәбиғәтте һаҡлау отличнигы (1977). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963)....

МӨБӘРӘКОВА Гөлли Арыҫлан ҡыҙы

МӨБӘРӘКОВА Гөлли Арыҫлан ҡыҙы (9.9.1936, Өфө ҡ. — 20.2.2019, шунда уҡ), актриса. СССР‑ҙың (1990) һәм РСФСР‑ҙың (1981) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1975) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡаҙанған артисы. Профессор (1993). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). А.Ҡ.Мөбәрәковтың ҡыҙы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков,...

МӨБӘРӘКОВ Арыҫлан Ҡотләхмәт улы

МӨБӘРӘКОВ Арыҫлан Ҡотләхмәт улы [Ҡотләхмәтов Арыҫлан Мөбәрәк улы, 15.12.1908, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Асы а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 5.5.1977, Өфө], актёр, режиссёр. СССР‑ҙың халыҡ (1955), РСФСР‑ҙың (1944) һәм БАССР‑ҙың (1940) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1948). Башҡ. сәнғәт техникумын...

МОРТАЗИН Рәүеф Әхмәт улы

МОРТАЗИН Рәүеф Әхмәт улы [15.1. 1910, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Темәс а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 10.4. 1994, Өфө], композитор. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1957). Композиторҙар союзы ағзаһы (1940). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1927— 30 йй. Башҡ. сәнғәт техникумында (Д.Л.Сазонов класы) уҡыған, Мәскәү консерваторияһы...

МИРЗАҺИТОВ Әсхәт Мәсғүт улы

МИРЗАҺИТОВ Әсхәт Мәсғүт улы [13.10.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Бикмәт а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 24.11.1989, Өфө, ш. уҡ райондың Ҡандра ҡсб ерләнгән], драматург. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (1961). 1948—49 йй. Йомағужа һәм Ауырғазы (ҡара: Салауат башҡорт...

МӘҺӘҘИЕВ Дәүләткирәй Дәүләтбай улы

МӘҺӘҘИЕВ Дәүләткирәй Дәүләтбай улы [1.6.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Абҙан а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 24.2.2004, Өфө], тәржемәсе, журналист. Журналистарсоюзыағзаһы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Б.Д.Мәһәҙиевтеңағаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1965). 1946 й. алып “Сталинсе” гәз. редакцияһында, ВЛКСМ‑дыңАбҙанрайонком‑тында...

ЛОТФУЛЛИН Әхмәт Фәтҡулла улы

ЛОТФУЛЛИН Әхмәт Фәтҡулла улы (4.2.1928, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Әбйәлил а., хәҙ. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар а., — 10.7.2007, Өфө, БР‑ҙың Белорет р‑ны Абҙаҡ а. ерләнгән), рәссам. Рәсәй художество акад. академигы (1997). СССР‑ҙың (1989) һәм РСФСР‑ҙың (1982) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың...

ҠЫУАТОВА Леонора Сафа ҡыҙы

ҠЫУАТОВА Леонора Сафа ҡыҙы (9.11.1948, Өфө), балет артисы, балетмейстер, педагог. РСФСР‑ҙың (1982), БАССР‑ҙың (1974) халыҡ һәм атҡ. (1971) артисы. Ҡыуатовтар нәҫеленән, С.С.Ҡыуатовтың ҡыҙы. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1967; педагогы И.А.Трофимова) БДОБТ‑ла эшләй: солист, 1993 й....

ҠУДАШ Сәйфи

ҠУДАШ Сәйфи [ысын исеме Ҡудашев Сәйфетдин Фәттәхетдин улы; 21.9.1894, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Келәш а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 29.6.1993, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. БАССР‑ҙың халыҡ шағиры (1964). РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә...

ҠАДИРОВА Нәзифә Жәүәт ҡыҙы

ҠАДИРОВА Нәзифә (Нәсифә) Жәүәт ҡыҙы (13.4.1954, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ахун а.), йырсы. РФ‑тың атҡ. (2005), БАССР‑ҙың халыҡ (1987) һәм атҡ. (1982), ТР‑ҙың атҡ. (1996) артисы. 1971 й. алып Башҡ. филармонияһы солисы. Көслө, үҙенсәлекле тауышҡа, хисле һәм тәьҫирле башҡарыу оҫталығына эйә. Репертуарында С.Ә.Низаметдиновтың...

ҠАДИРОВ Рафаэль Рәшит улы

ҠАДИРОВ Рафаэль Рәшит улы (2.9.1957, БАССР‑ҙың Ғафури районы Туғай а.), рәссам. РФ-тың (2020) һәм БР‑ҙың (2009) атҡаҙанған рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 16‑сы урта мәктәптә, сәнғәт мәктәбендә уҡыта, 1991— 92 йй. һәм 2005 й. алып картиналар галереяһы директоры...

КУЗНЕЦОВ Лев Владимирович

КУЗНЕЦОВ Лев Владимирович (5.3.1923, Ленкорань ҡ. — 13.8.1992, Өфө), скульптор. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1976). Рәссамдар союзы ағзаһы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. И.Е.Репин ис. Рәсем сәнғәте, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1963) Өфөлә эшләй: Өфө сәнғәт уч‑щеһы...

КЛЕМЕНТ Александр Васильевич

КЛЕМЕНТ Александр Васильевич (1.9.1948, Ҡырғыҙ ССР‑ы Ҡаджи-Сай ҡсб), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1985). Свердловск архитектура ин‑тын тамамлаған (1978). 1966—71 йй. һәм 1981—83 йй. Шилка, Свердловск ҡҡ. сәнәғәт пр‑тиеларында, 1978—80 йй. “Башкиргражданпроект” ин‑тында, 1983 й. алып БАССР‑ҙың...

КИНЕЛЬСКИЙ Дан

КИНЕЛЬСКИЙ Дан [ысын исеме Иҙрисов Абдулла Мәхмүтйән улы; 15.12.1896, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Иҫке Ҡолшәрип а. (Ырымбур өлк. Әсекәй р‑ны) — 5.11.1982, БАССР-ҙың Иглин р‑ны Рәсмәкәй а., БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Ҡыйышҡы а. ерләнгән], педагог. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1949), РСФСР‑ҙың...

КИЛДЕЙӘРОВА Флүрә Әхмәтша ҡыҙы

КИЛДЕЙӘРОВА Флүрә Әхмәтша ҡыҙы (15.1.1952, БАССР‑ҙың Учалы районы Илсеғол а.), йырсы (сопрано). Профессор (2013). РФ‑тың халыҡ (2002) һәм атҡаҙанған (1995), БАССР‑ҙың халыҡ (1989) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1981; М.А.Букатованың хор менән дирижёрлыҡ итеү класы, Р.А.Мусинаның яңғыҙ йырлау класы)...

КЕРБЕЛЬ Лев Ефимович

КЕРБЕЛЬ Лев Ефимович (7.11.1917, Чернигов губ. Семёновка а. — 14.8. 2003, Мәскәү), скульптор. СССР‑ҙың (1977) һәм РСФСР‑ҙың (1967) халыҡ рәссамы. СССР Художество акад. академигы (1975). Соц. Хеҙмәт Геройы (1985). СССР‑ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы (1942). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Суриков ис. Мәскәү...

КӘРИМ Мостай

КӘРИМ Мостай [ысын исеме Кәримов Мостафа Сафа улы; 20.10.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Келәш а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 21.9.2005, Өфө], яҙыусы. БР ФА‑ның почётлы акад. (1992), Соц. Хеҙмәт Геройы (1979). БАССР‑ҙың халыҡ шағиры (1963). РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1982). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1939)....

КАЛИТОВ Георгий Ғәйниәхмәт улы

КАЛИТОВ Георгий Ғәйниәхмәт улы (7.9.1952, БАССР‑ҙың Балтас районы Түбәнге Иванай а. — 27.11.2021, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2012), атҡаҙанған (2003) рәссамы, БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Рәссамдар союзы ағзаһы (1995). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1980;...

ИҪӘНҒОЛОВ Фәрит Әхмәҙулла улы

ИҪӘНҒОЛОВ Фәрит Әхмәҙулла улы [6.3.1928, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ҡарлыманбаш а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 20.5.1983, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1949), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1960) тамамлаған. 1949 й....

ИСРАФИЛОВ Рифҡәт Вәкил улы

  ИСРАФИЛОВ Рифҡәт (Рәфҡәт) Вәкил улы (6.8.1941, БАССР-ҙың Мәсетле районы Яңы Мөслим а.), режиссёр, педагог. РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1982), БАССР-ҙың (1977), ТР‑ҙың (1993), Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Профессор (1993). Театр эшмәкәрҙәре...