Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШАММАЗОВ Айрат Минһаж улы

ШАММАЗОВ Айрат Минһаж улы (31.8.1947, Өфө ҡ.), инженер‑механик. БР ФА академигы (2009), техник фәндәр докторы (1986), профессор (1988). РФ‑тың (2003) һәм БР‑ҙың (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1997), РФ газ...

ҺӨЙӨНДӨКОВ Йәлил Төхвәт улы

ҺӨЙӨНДӨКОВ Йәлил Төхвәт улы (20.9.1960, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Үрге Мәмбәт а.), эколог. БР ФА академигы (2016), биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй. 1990 й. алып Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары...

ХӨСНӨТДИНОВА Эльза Камил ҡыҙы

ХӨСНӨТДИНОВА Эльза Камил ҡыҙы (24.5.1954, Өфө ҡ), генетик. Рәсәй мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2016), БР ФА академигы (2012), биология фәндәре докторы (1997), профессор (1998). РФ‑тың (2004) һәм БР‑ҙың (1999) атҡаҙанған фән эшмәкәре. К.Ш.Әхиәровтың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Биохимия...

ХӨСӘЙЕНОВ Ғайса Батыргәрәй улы

ХӨСӘЙЕНОВ Ғайса Батыргәрәй улы [10.4.1928, БАССР-ҙың Өфө кантоны Үтәгән а. (БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы) — 27.7.2021, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән], әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. БР ФА академигы (1991), филология фәндәре докторы (1971), профессор (1972). БР-ҙың халыҡ яҙыусыһы (2008). РФ-тың (1992) һәм БАССР-ҙың...

ФӘЙЗУЛЛИН Фәнил Сәйет улы

ФӘЙЗУЛЛИН Фәнил Сәйет улы (20.5.1942, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Яңы Ҡарашиҙе а.), философ, социолог. БР ФА акад. (1991), филос. ф. д‑ры (1983), проф. (1984). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Иглин р‑ны Турбаҫлы урта мәктәбе дир. урынбаҫары,...

ТИМЕРБУЛАТОВ Вил Мәмил улы

ТИМЕРБУЛАТОВ Вил Мәмил улы [1.6.1952, БАССР‑ҙың Маҡар районы Ишәй а. (БР‑ҙың Ишембай районы)], хирург. РФА‑ның (2014), Рәсәй медицина ФА‑ның (2005) мөхбир ағзаһы, БР ФА академигы (2009), медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), РФ‑тың (2005), БР‑ҙың (1991),...

САФИН Хәлил Мәсғүт улы

САФИН Хәлил Мәсғүт улы [1.7.1963, БАССР‑ҙың Әбйәлил районы Ҡолғана а. (БР‑ҙың Бөрйән районы)], инженер‑гидротехник. БР ФА академигы (2016), ауыл хужалығы фәндәре докторы (2003), профессор (2006). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2017). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй. 1986 й. алып Әбйәлил...

САДИҠОВ Фәһим Бинйәмин улы

САДИҠОВ Фәһим Бинйәмин улы [16.6.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Яңы Мөслим а. (БР‑ҙың Мәсетле районы) — 23.6.1998, Өфө ҡ.], философ. БР ФА академигы (1998), философия фәндәре докторы (1973), профессор (1974). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Свердловск педагогия институтын тамамлаған (1950)....

РАХМАНҠОЛОВ Дилүс Лотфулла улы

РАХМАНҠОЛОВ Дилүс Лотфулла улы (20.8.1939, Чкалов өлк. Яңы Муса а. — 9.8.2008, Өфө), химик- органик. БР ФА акад. (1991), химия ф. д‑ры (1975), проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1980). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) Өфө нефть техникумында уҡыта. 1968 й. алып ӨДНТУ‑ла: 1971—93 йй....

ПЛЕЧЕВ Владимир Вячеславович

ПЛЕЧЕВ Владимир Вячеславович (18.9.1949, Өфө), хирург. БР ФА акад. (2018), мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1999), РФ‑тың (2010) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. табибы, БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Д.Н.Лазареваның улы. БДМИ‑ны тамамлаған (1972), 1976 й. алып шунда уҡ эшләй:...

НИҒМӘТУЛЛИН Роберт Искәндәр улы

НИҒМӘТУЛЛИН Роберт Искәндәр улы (17.6.1940, Мәскәү), инженер-механик, математик. РФА‑ның (1991), БР ФА‑ның (1997) акад., физика‑матем. ф. д‑ры (1971), проф. (1974). Тереғоловтар нәҫеленән, И.Н.Ниғмәтуллиндың улы. Н.Э.Бауман ис. Мәскәү юғары техник уч‑щеһын (1963), МДУ‑ны (1965) тамамлаған. 1963 й. алып...

НАПАЛКОВ Валентин Васильевич

НАПАЛКОВ Валентин Васильевич (30.7.1941, Горький ҡ.— 20.10.2021, Өфө ҡ.), математик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1990), БР ФА академигы (1991), физика‑математика фәндәре докторы (1977), профессор (1980). Горький университетын тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй. 1971 й. алып Математика институтында:...

МОСТАФИН Әхәт Ғәзизйән улы

МОСТАФИН Әхәт Ғәзизйән улы (21.1.1957, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ҡолсора а.), химик. БР ФА акад. (2009), химия ф. д‑ры (1999), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Баймаҡ р‑ны Ҡолсора урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1980 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй (1991 й. —...

МИФТАХОВ Мансур Сәһәрйәр улы

МИФТАХОВ Мансур Сәһәрйәр улы (23.7.1947, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Боғҙан а.), химик. БР ФА акад. (2018), химия ф. д‑ры (1988), проф. (1991). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (1994) атҡ. фән эшмәкәре. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) Миәкә р‑нының Боғҙан урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1972 й. алып Органик химия ин‑тында...

МИНСКЕР Карл Самойлович

МИНСКЕР Карл Самойлович (14.6. 1929, Киев — 23.5.2003, Өфө), химик. БР ФА акад. (1991), химия ф. д‑ры (1967), проф. (1969). РСФСР‑ҙың (1987) hәм БАССР‑ҙың (1977) атҡ. фән эшмәкәре, СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1973). Мәскәү нескә химия технологияhы ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) Түб. Новгород өлк. Дзержинск...

МӘХМҮТОВ Әнәс Хөсәйен улы

МӘХМҮТОВ Әнәс Хөсәйен улы [15.1.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Яңы Уҫман а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 31.7.2020, Өфө ҡ.], иҡтисадсы. БР ФА академигы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1983), профессор (1984). РСФСР‑ҙың (1990) һәм БАССР‑ҙың (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары профессиональ...

МӘЖИТОВ Нияз Абдулхаҡ улы

  МӘЖИТОВ Нияз Абдулхаҡ улы [20.8.1933, БАССР‑ҙың Красноусол районы Туғай а. (БР‑ҙың Ғафури районы) — 11.10.2015, Өфө ҡ.], археолог. БР ФА академигы (2006), тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Пермь университетын тамамлағандан һуң (1956) ТТӘИ‑лә (1967 й....

МАҒАЗОВ Риза Шәйехйән улы

МАҒАЗОВ Риза Шәйехйән улы [10.3.1932, БАССР‑ҙың Ҡырғыҙ‑Миәкә р‑ны Яңы Ишле а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны)], микробиолог. БР ФА акад. (1991), Сыуашстан Респ. ФА‑ның почётлы акад. (1994), мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1988). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2004), БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1980), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы...

ҠУНАҠОВА Райхана Вәлиулла ҡыҙы

ҠУНАҠОВА Райхана Вәлиулла ҡыҙы (9.9.1946, Медногорск ҡ.), химик‑технолог. БР ФА акад. (2012), химия ф. д‑ры (1989), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РФ‑тың почётлы фән һәм техника хеҙм‑ре (2006). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1969) Өфө элемтә аппаратураһы з‑дында,...

ҠАЙБЫШЕВ Оскар Әкрәм улы

ҠАЙБЫШЕВ Оскар Әкрәм улы (28.3.1939, Мәскәү — 2.6.2017, Анталья ҡ., Төркиә, Өфөлә ерләнгән), металлофизик. БР ФА акад. (1991), техник ф. д‑ры (1976), проф. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр ин‑тын тамамлағандан һуң (1962) 1964 й. тиклем 20‑се почта йәшниге пр‑тиеһында...