Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШИШКОВ Михаил Фёдорович

ШИШКОВ Михаил Фёдорович [17.10.1921, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Кәлтә а. (БР‑ҙың Иглин районы) — 5.9.2015, Николаев ҡ., Украина], лётчик, Украина Хәрби Һауа көстәре генерал‑майоры (2001). Советтар Союзы Геройы (1944). СССР‑ҙың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс...

ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы

ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы (15.8.1899, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Биштәкә а., хәҙер БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов а., — 23.2.1943, Украина ССР‑ының Петровское ҡсб ерләнгән), хәрби эшмәкәр. Генерал‑майор (1942). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы....

ХӨСӘЙЕНОВ Хөрмәт Хәмзә улы

ХӨСӘЙЕНОВ Хөрмәт Хәмзә улы (10.3.1920, АСБР‑ҙың Ете ырыу кантоны Яңы Ялсыҡай а., хәҙер БР-ҙың Көйөргәҙе районы Ялсыҡай а., — 2002 й. марты, Сәмәрҡәнд ҡ.), Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. башлап Өфө моторҙар заводында эшләй. 1940 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. октябренән...

ХӘЙҘӘРШИН Ғәйнанша Хәйҙәрша улы

ХӘЙҘӘРШИН Ғәйнанша Хәйҙәрша улы [5.2.1911, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Байғужа а. (БР‑ҙың Яңауыл районы) — 4.12.2006, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Магнитогорск металлургия комбинатында, 1932—34 йй. һәм 1940—41 йй. Яңауыл районының М.В.Фрунзе исемендәге...

ХӘЙҘӘРОВ Әмирйән Сөләймән улы

ХӘЙҘӘРОВ Әмирйән Сөләймән улы [20.11.1911, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Үрге Ҡоҙаш а. (БР‑ҙың Тәтешле районы) — 25.11.1996, шунда уҡ], кавалерист, кесе лейтенант (1944). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тамбов кавалерия училищеһын тамамлаған (1944). 1934 й. тиклем “Урал” колхозында...

ХӘЙБУЛЛИН Ҡотлоәхмәт Ҡотлоғәлләм улы

ХӘЙБУЛЛИН Ҡотлоәхмәт Ҡотлоғәлләм улы [29.12.1921, АСБР‑ҙың Үҫәргән кантоны Сөләймән а. (БР‑ҙың Ейәнсура районы) — 10.11.1943, Белорус ССР‑ының Воломановка а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ейәнсура районының “Ҡыҙыл Һүрәм” колхозында эшләй. 1941 й. октябренәнҮҙәк...

ХАЛИҠОВ Тимербулат Ғәләүетдин улы

ХАЛИҠОВ Тимербулат Ғәләүетдин улы [17.1.1917, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Кинйәбулат а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 17.6.1958, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып һәм 1940—41 йй. БАССР‑ҙың Маҡар районы “Урал” колхозында, 1935 й. башлап Маҡар МТС-ында эшләй....

ФРОЛОВ Александр Павлович

ФРОЛОВ Александр Павлович (27.9. 1921, Тамбов губ. Заворонежское а. — 10.10.1994, Өфө), лётчик, майор (1945). Советтар Союзы Геройы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чугуевск хәрби авиация уч‑щеһын тамамлаған (1941). 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. сент. башлап Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө Украина фронттарында...

ФӘТҠУЛЛИН Әнүәр Әсәҙулла улы

ФӘТҠУЛЛИН Әнүәр Әсәҙулла улы (5.8.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Бүздәк а., хәҙер БР‑ҙың Бүздәк районы Иҫке Бүздәк а., — 21.12.1986, Луцк ҡ.), лётчик, полковник (1973). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1942) һәм Юғары офицерҙар осоу-тактика...

ТОЛОКНОВ Борис Андреевич

ТОЛОКНОВ Борис Андреевич (8.6.1922, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе 1‑се Михайловка а. — 2.2.1945, Гросс-Нойендорф а., Германия), Советтар Союзы Геройы (1945). Капитан. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Төмән хәрби пехота училищеһын тамамлаған (1941). 1940 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. сентябренән Көньяҡ‑Көнбайыш,...

ТАРАСЕНКО Василий Фомич

ТАРАСЕНКО Василий Фомич [4.12. 1920, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Шаровка а. (БР‑ҙың Бәләбәй районы) — 15.8.1995, Рязань ҡ.], артиллерист, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Владивосток танкыға ҡаршы истребитель артиллерия училищеһын тамамлаған (1943). Бәләбәй районының Анненково а....

СЫРТЛАНОВ Муллайәр Исламгәрәй улы

СЫРТЛАНОВ Муллайәр Исламгәрәй улы [1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сыртлан а. (БР‑ҙың Бүздәк районы) — 1944, Украина ССР‑ы], Советтар Союзы Геройы (1944). Сыртлановтар нәҫеленән. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Благовещен районының Иҫке Турбаҫлы а., 1941 й. алып Ҡарағанда ҡ. эшләгән. 1943 й. башлап Воронеж...

СУХОРУКОВ Алексей Яковлевич

СУХОРУКОВ Алексей Яковлевич (20.7.1916, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Преображеновка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы) — 20.2.1973, Салауат ҡ.), майор. Советтар Союзы Геройы (1943). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында, 1940 й. Бессарабияла һәм Төньяҡ Буковинала хәрби хәрәкәттәрҙә һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....

СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы

СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы [29.12.1914, Ырымбур губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Ай‑һай‑Мөрсәләй а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 24.1.1999, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Гвардия капитаны (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү пехота училищеһын тамамлаған (1942). 1933–40 йй. Күгәрсен районының...

СУРКОВ Константин Александрович

СУРКОВ Константин Александрович (30.7.1960, Өфө), һыу аҫты кәмәһе морягы, 1‑се ранг капитаны (1996). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008). Техник ф. канд. (2008). Адмирал С.О.Макаров ис. Тымыҡ океан юғары хәрби‑диңгеҙ уч‑щеһын (Владивосток ҡ., 1982), Советтар Союзы флоты адмиралы Н.Г.Кузнецов ис. Хәрби-...

СЕРАФИМОВ Максим Владимирович

СЕРАФИМОВ Максим Владимирович (8.1.1995, Өфө ҡ. — 27.2.2022, тыуған яғында ерләнгән). Өлкән лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Рязань юғары һауа-десант команда училищеһын тамамлаған (2018). 2013 й....

СӘХӘБЕТДИНОВ Риф Рәйес улы

СӘХӘБЕТДИНОВ Риф Рәйес улы (9.12.1955, Өфө ҡ.), лётчик, генерал‑майор (2003). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). РФ‑тың атҡаҙанған хәрби лётчигы (2005). Афғанстандағы (1983—84), Тажикстандағы (1994), Төньяҡ Кавказдағы (1996—2002) хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын...

СӘЙЕТОВ Ғабдулхай Сәйет улы

СӘЙЕТОВ Ғабдулхай Сәйет улы [3.4.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Текән а. (БР‑ҙың Балтас районы) — 27.7.2000, БР‑ҙың Тәтешле районы Сорғолдо а.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тәтешле районының “Спартак” колхозында эшләй. 1943 й. майынан Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында...

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ ГЕРОЙЫ

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ ГЕРОЙЫ, Рәсәйҙә иң юғары почётлы исем. 1992 й. 20 мартындағы «Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен индереү һәм махсус айырма билдәһе — “Алтын Йондоҙ” миҙалы булдырыу тураһында»ғы РФ законы м‑н булдырыла. Исем РФ Президенты тарафынан бирелә һәм алына. Геройға махсус айырма билдәһе — “Алтын...

РАФИҠОВ Мансур Миңлебай улы

РАФИҠОВ Мансур Миңлебай улы [8.12.1964, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Күгәрсен а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], танкист, полк. (2006). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996). 1994—95 йй. Чечен Респ. хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Ҡазан юғары танк команда уч‑щеһын (1986), РФ Ҡораллы Көстәренең Дөйөм ғәскәри акад. (Мәскәү,...