Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДЕГТЯРЬ Николай Иванович

ДЕГТЯРЬ Николай Иванович (27.12.1916, Полтава губернаһы Шевченко а. — 3.8.1986, Октябрьский ҡ., Украина ССР‑ы Котельва ҡсб ерләнгән), лётчик, гвардия полковнигы. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чугуев хәрби авиация училищеһын (1938), офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын...

ДӘҮЛӘТОВ Бәкер Рәхим улы

ДӘҮЛӘТОВ Бәкер Рәхим улы [23.5.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Әмир а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 31.3.1982, Тажик ССР‑ының Турсунзаде ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем БАССР‑ҙа һәм Тажик ССР‑ында эшләй. 1937—39 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. окт....

ДӘҮЛӘТОВ Әбдрәүеф Ғәни улы

ДӘҮЛӘТОВ Әбдрәүеф (Ғәбдрәүеф) Ғәни улы [27.3.1916, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Хәлил а. (БР‑ҙың Әбйәлил районы) — 27.10.1943, Белорус ССР‑ы Нивки а. янында, Асаревичи а. эргәһендә ерләнгән], кавалерист, гвардия лейтенанты (1943). Советтар Союзы Геройы (1944). 1939 й. Көнбайыш Украинала хәрби...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Миңлеғәли Хәбибулла улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Миңлеғәли Хәбибулла улы [28.10.1923 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 8.3.1921), БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Өршәкбаш-Ҡарамалы а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 8.3.1944, Украина ССР-ы Дудчаны а. янында], Советтар Союзы Геройы (1944). Гвардия лейт. (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Буйнаҡ хәрби пехота уч-щеһын...

ҒИЛӘЖЕТДИНОВ Тажетдин Баһауетдин улы

ҒИЛӘЖЕТДИНОВ Тажетдин Баһауетдин улы [2.5.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Оло Баҙраҡ а. (БР‑ҙың Борай районы) — 14.8.2012, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән], артиллерист, майор (2000). Советтар Союзы Геройы (1945). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Гурьев хәрби пехота...

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Абдулла Ғөбәйҙулла улы

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Абдулла Ғөбәйҙулла улы [5.5.1904, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Ибраһим а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 10.3.1945, Альтдамм ҡ., Германия, Гросс‑Юстин торама пункты эргәһендә ерләнгән, Германия], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Өршәк” совхозының (Шишмә районы) трактор...

ҒӘТИӘТУЛЛИН Шакир Йосоп улы

ҒӘТИӘТУЛЛИН Шакир Йосоп улы (21.9.1916, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Мулла а., хәҙер Октябрьский ҡ. эсендә, — 21.7.1972, Октябрьский ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. апреленән Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында...

ҒӘЛИМОВ Вәхит Ғәзим улы

ҒӘЛИМОВ Вәхит Ғәзим улы [1921, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Балаҡ а. (БР‑ҙың Саҡмағош районы) — 28.10.1943, Украина ССР‑ы Вишнёвый утары, Днепровское а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем Иҫке Балаҡ а. колхозда, Ленинград һәм Петрозаводск ҡҡ. заводтарҙа...

ҒӘЛИМЙӘНОВ Сәлимйән Ғәлимйән улы

ҒӘЛИМЙӘНОВ Сәлимйән Ғәлимйән улы (25.9.1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Төлсөкбаш а., хәҙ. БР‑ҙың Асҡын р‑ны Төлгөҙбаш а., — 12.7.2005, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930—37 йй. — Асҡын р‑нының “Дуҫлыҡ" к‑зында, 1940—41 йй. “Төлгөҙ" сәнәғәт артелендә эшләй. 1937—40 йй....

ҒӘЙФУЛЛИН Абдрахман Зәйнулла улы

ҒӘЙФУЛЛИН Абдрахман Зәйнулла улы [6.9.1908, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Яубүләк а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 17.4.1945, Хоэнвутцен ҡсб янында, Германия], Советтар Союзы Геройы (1945). Гвардия лейтенанты. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. юғары коммунистик а.х. мәктәбен (Өфө, 1935), РККА‑ның командирҙар составын...

ҒӘҘЕЛШИН Хәмит Ғабдулла улы

ҒӘҘЕЛШИН Хәмит Ғабдулла улы [10.7.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Айыт а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 10.1.1999, Бишкәк], элемтәсе, полковник. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. С.М.Будённый ис. Хәрби элемтә акад. тамамлаған (Ленинград, 1952). 1941 й. алып Совет Армияһында. Окт. башлап...

ҒӘБДРӘШИТОВ Фазулла Ғабдулла улы

ҒӘБДРӘШИТОВ Фазулла Ғабдулла улы [25.10.1903, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Ҡандра а. (БР‑ҙың Туймазы районы) — 5.4.1975, БАССР‑ҙың Бүздәк районы Бүздәк ҡсб], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем һәм 1946 й. алып Туймазы һәм Бүздәк район ҡулланыусылар союздарының...

ҒАЙСИН Хәсән Нәзир улы

ҒАЙСИН Хәсән Нәзир улы [8.5.1908, Ырымбур губ. шул уҡ исемле өйәҙе Ҡарай а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 12.8.1991, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1931—41 йй. Көйөргәҙе р‑нының В.М.Молотов ис. к‑зында эшләй. 1942 й. июненән Калинин, 1‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия...

ГУСЛЯКОВ Георгий Иванович

ГУСЛЯКОВ Георгий Иванович (14.1.1922, Алыҫ Көнсығыш Республикаһы Оло Куналей а. — 27.2.1998, Бүрәт Респ. Тарбағатай а.), Рәсәй Федерацияһы Геройы (1994). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. июлендә Ленинградтан Өфөгә эвакуациялана, 1942 й. ғин. армияға алына, июлдән Сталинград, Дон, 1‑се Украина һәм...

ГУРЕЕВ Сергей Николаевич

ГУРЕЕВ Сергей Николаевич (7.10.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ. — 14.1.2013, Киев), артиллерист, лейтенант (1947). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Киев үҙйөрөшлө артиллерия уч‑щеһын (1945), офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын (1947) тамамлаған....

ГУЛЕВАТЫЙ Кирилл Дмитриевич

ГУЛЕВАТЫЙ Кирилл Дмитриевич (17.3.1912, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Үрге Ҡолсом а. — 18.10.1996, Пятигорск ҡ.), артиллерист, гвардия полковнигы (1943). Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет­финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1952). 1932 й. тиклем...

ГУБИН Евгений Иванович

ГУБИН Евгений Иванович (25.2.1923, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Тирлән Заводы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а., – 4.3.1991, Һамар ҡ.), лётчик, подполковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында  ҡатнашыусы. Свердловск хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1941), Тамбов лётчиктарҙы...

ГРИБ Иван Евдокимович

ГРИБ Иван Евдокимович [4.3.1911, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Ивановка а. (БР‑ҙың Дәүләкән районы) — 23.1.1987, Славянск ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). Гвардия капитаны (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Одесса хәрби пехота училищеһын тамамлаған (Уральск ҡ., 1943). 1930—33 йй. һәм 1935—40 йй....

ГРАЧЁВ Иван Николаевич

ГРАЧЁВ Иван Николаевич [1903, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Үрге Углич а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 20.10.1943, Украина ССР‑ы Ковпыта а.], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1928 й. алып Өфө р‑нының “Ҡарламан” с‑зында эшләй, 1938—41 йй. Йәрмәкәй р‑нының 8‑се Март ис. с‑зы дир. урынбаҫары....

ГОРШКОВ Василий Николаевич

ГОРШКОВ Василий Николаевич [17.12.1920, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Байгилде а. (хәҙер БР‑ҙың Дүртөйлө районы) — 31.8.1944, Украин ССР-ы Микуличин ст. янында, Заречье а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1943). Кесе лейтенант (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенанттар курстарын тамамлаған (1944)....