Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПЕТРОВ Михаил Петрович

ПЕТРОВ Михаил Петрович [17.11. 1904, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Шәрәшле а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 15.8.1967, Винница ҡ.], полковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу юғары атыу‑тактика курстарын (Солнечногорск ҡ., 1943),...

ПЕТРАЧКОВ Павел Анатольевич

ПЕТРАЧКОВ Павел Анатольевич (30.8.1979, Омск ҡ. — 4.2.2010, Чечен Респ. Алхазурово а. янында, Пенза ҡ. ерләнгән), Рәсәй Федерацияһы Геройы (2010). Лейтенант (2008). 1999—2000 йй. һәм 2004— 10 йй. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Пенза пед. ун‑тын тамамлаған (2007). 1998—2000 йй. һәм 2004...

ПАШКОВ Алексей Фёдорович

ПАШКОВ Алексей Фёдорович (17.3. 1920, АСБР‑ҙың Дыуан‑Ҡошсо кантоны Атау а. — 17.1.1998, Өфө), артиллерист, капитан. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Сталинград танк уч‑щеһын (1945), офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын (1949) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1943...

ПАШКЕВИЧ Алексей Васильевич

ПАШКЕВИЧ Алексей Васильевич (24.12.1916, Петроград губернаһы Александровка ҡсб — 28.8.1967, Ленинград ҡ.), лётчик, генерал‑майор (1957). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында һәм 1950—53 йй. Корея һуғышында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияны тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1955)....

ПАШИРОВ Валентин Дмитриевич

ПАШИРОВ Валентин Дмитриевич (21.8.1924, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Топорнино а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а., — 6.11.1943, Украина ССР‑ының Хотив а. ерләнгән), танкист, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан хәрби танк уч‑щеһын тамамлаған (1943). 1941 й. алып...

ПАТРАКОВ Александр Фёдорович

ПАТРАКОВ Александр Фёдорович [3.7.1910, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Нөгөш а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 15.7.1943, Курск өлк. Степановка а.], сапёр, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Балаҡатай р‑нының “Пахарь” к‑зында, 1935 й. — Алағуз с‑зында, 1937 й....

ПАСОВ Николай Трофимович

ПАСОВ Николай Трофимович (6.12. 1914, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 8.6. 1978, Өфө), өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент финанс‑иҡт. ин‑тын (1940), Сухуми хәрби пехота уч‑щеһын (1942), “Выстрел" РККА‑ның команда составын камиллаштырыу...

ПАРАМОНОВ Константин Ефимович

ПАРАМОНОВ Константин Ефимо‑ вич [3.6.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Милисоновка а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 26.11.1943, Украина ССР‑ының Разумовка а.], лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби пехота уч‑щеһын, офицерҙар курстарын тамамлаған. БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Приют...

ПАНФИЛОВ Александр Вячеславович

ПАНФИЛОВ Александр Вячеславович (3.6.1959, БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Надеждин а.), хәрби эшмәкәр. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2002). Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2005). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2007). Ген.‑майор (2007). Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә (1999—2004) ҡатнашыусы. А.И.Лизюков ис. Һарытау...

ПАНТЕЛЬКИН Анатолий Александрович

ПАНТЕЛЬКИН Анатолий Александрович [15.9.1919, АСБР‑ҙың Юрматы кантоны Кирюшкин а. (БР‑ҙың Фёдоровка районы) — 14.3.1945, Венгрия], лётчик, майор (1945). Советтар Союзы Герой (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Осоусылар хәрби авиация мәктәбен тамамлаған (Сталинград ҡ., 1941). 1936—39 йй. Стәрлетамаҡ ҡ....

ПАВЛОВ Пётр Егорович

ПАВЛОВ Пётр Егорович [12.7.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Петровка а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 8.8.1958, Силәбе ҡ.], Советтар Сою‑ зы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Йылайыр р‑нының “Яңы тормош" к‑зында, 1942 й. — Свердловск өлк. Бокситы ҡасабаһында эшләй. 1943 й. башлап Төньяҡ‑Көнбайыш,...

ОРСАЕВ Егор Орсаевич

ОРСАЕВ Егор Орсаевич [12.6.1910, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Камай а. (БР‑ҙың Мишкә районы) — 25.9.1951, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мишкә районының “Ленин юлы” колхозында бригадир булып эшләй. 1942 й. алып Сталинград, Дон, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт...

ОРГИН Константин Петрович

ОРГИН Константин Петрович [10.7. 1910, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Савельевка утары (Ырымбур өлк. Төйлөгән р‑ны) — 5.10.1964, Күмертау ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чкалов өлк. (хәҙ. Ырымбур өлк.) “Савельевка” к‑зында эшләй. 1941 й. алып Ленинград фронтында хеҙмәт итә. Герой...

ОЗИМИН Михаил Иванович

ОЗИМИН Михаил Иванович [11.9. 1898, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Кропачёв Станцияһы ҡсб (Силәбе өлк.) — 24.8.1946, Тбилиси], ген.-лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1945). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Юғары хәрби мәктәпте (Омск ҡ., 1921), “Выстрел” курстарын (1931), М.В.Фрунзе ис....

ОГЛОБЛИН Иван Васильевич

ОГЛОБЛИН Иван Васильевич (1.1. 1921, АСБР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Тирлән заводы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а., — 13.12.2011, Һарытау ҡ.), лётчик, полковник. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби пилоттар мәктәбен, Хәрби-һауа акад. (1956) тамамлаған. Тирлән...

ОВЧИННИКОВ Григорий Семёнович

ОВЧИННИКОВ Григорий Семёнович [18.4.1898, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Осиновка а. (БР‑ҙың Бөрө районы) — 25.7.1943, Краснодар крайы Неберджай станцияһы], Советтар Союзы Геройы (1944). Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1924 й. алып Сталинград ҡ. эшләй. 1918—23 йй. һәм 1941 й. башлап...

ОВЧАРОВ Степан Семёнович

ОВЧАРОВ Степан Семёнович [1909, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Константиновка а. (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 14.10.1943, Украина ССР‑ының Калужино а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. ноябренән Воронеж һәм Ялан фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армияның...

ОБУХОВ Николай Феоктистович

ОБУХОВ Николай Феоктистович (22.5.1921, Вятка губернаһы Власово а. — 11.11.1990, Черновцы ҡ., Украина), өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1941). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияла уҡыған (Бәләбәй ҡ., 1943), Юғары хәрби-сәйәси курстар тамамлаған (1944). 1940 й....

НУРҠАЕВ Талип Латип улы

НУРҠАЕВ Талип Латип улы [9.3.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Үҫтем а. (БР‑ҙың Баҡалы районы) — 24.9.1997, Октябрьский ҡ.], капитан (1947). Советтар Союзы Геройы (1944). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1985), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1975), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе. Б.В. һуғышында...

НОРТЕНКО Василий Иванович

НОРТЕНКО Василий Иванович (17.3.1922, Украина ССР‑ы Чаплино ст. — 6.4.2003, Туймазы ҡ.), танкист, майор (2000). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Харьков танк уч‑щеһын (1942), Юғары үҙйөрөшлө артиллерия мәктәбен (Мәскәү, 1949) тамамлаған. 1941 й. алып Совет Армияһында. 1943 й....