Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТОЛОКНОВ Борис Андреевич

ТОЛОКНОВ Борис Андреевич (8.6.1922, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе 1‑се Михайловка а. — 2.2.1945, Гросс-Нойендорф а., Германия), Советтар Союзы Геройы (1945). Капитан. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Төмән хәрби пехота училищеһын тамамлаған (1941). 1940 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. сентябренән Көньяҡ‑Көнбайыш,...

ТАРАСЕНКО Василий Фомич

ТАРАСЕНКО Василий Фомич [4.12. 1920, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Шаровка а. (БР‑ҙың Бәләбәй районы) — 15.8.1995, Рязань ҡ.], артиллерист, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Владивосток танкыға ҡаршы истребитель артиллерия училищеһын тамамлаған (1943). Бәләбәй районының Анненково а....

СЫРТЛАНОВ Муллайәр Исламгәрәй улы

СЫРТЛАНОВ Муллайәр Исламгәрәй улы [1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сыртлан а. (БР‑ҙың Бүздәк районы) — 1944, Украина ССР‑ы], Советтар Союзы Геройы (1944). Сыртлановтар нәҫеленән. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Благовещен районының Иҫке Турбаҫлы а., 1941 й. алып Ҡарағанда ҡ. эшләгән. 1943 й. башлап Воронеж...

СУХОРУКОВ Алексей Яковлевич

СУХОРУКОВ Алексей Яковлевич (20.7.1916, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Преображеновка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы) — 20.2.1973, Салауат ҡ.), майор. Советтар Союзы Геройы (1943). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында, 1940 й. Бессарабияла һәм Төньяҡ Буковинала хәрби хәрәкәттәрҙә һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....

СУХАНОВ Николай Иванович

СУХАНОВ Николай Иванович (1918, Стәрлетамаҡ ҡ. — 31.5.1944, Яссы ҡ. янында, Румыния), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Стәрлетамаҡ тимер юл ст. эшләгән. 1942 й. октябренән алып Воронеж, Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 52‑се армия 373‑сө уҡсылар дивизияһы...

СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы

СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы [29.12.1914, Ырымбур губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Ай‑һай‑Мөрсәләй а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 24.1.1999, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Гвардия капитаны (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү пехота училищеһын тамамлаған (1942). 1933–40 йй. Күгәрсен районының...

СУРКОВ Константин Александрович

СУРКОВ Константин Александрович (30.7.1960, Өфө), һыу аҫты кәмәһе морягы, 1‑се ранг капитаны (1996). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008). Техник ф. канд. (2008). Адмирал С.О.Макаров ис. Тымыҡ океан юғары хәрби‑диңгеҙ уч‑щеһын (Владивосток ҡ., 1982), Советтар Союзы флоты адмиралы Н.Г.Кузнецов ис. Хәрби-...

СТЕПАНОВ Александр Николаевич

СТЕПАНОВ Александр Николаевич (25.9.1910, Өфө ҡ. — 10.5.1991, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө тимер юл ст. эшләгән. 1944 й. авгусынан алып 1‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се гвардия армияһы 13‑сө гвардия уҡсылар дивизияһы 42‑се гвардия уҡсылар...

СТАРЦЕВ Александр Петрович

СТАРЦЕВ Александр Петрович (21.10.1922, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Монастырь Дыуанайҙары а., хәҙер БР‑ҙың Бөрө районы Старцин а., — 9.4.2008, Пермь ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе командирҙар мәктәбен тамамлаған. 1936 й. алып Бөрө районында эшләй. 1941 й. башлап Совет...

СОВЕТТАР СОЮЗЫ ГЕРОЙЫ

 СОВЕТТАР СОЮЗЫ ГЕРОЙЫ, 1934—91 йй. СССР‑ҙағы почётлы исем, дәүләт һәм йәмғиәт алдында шәхси йәки коллектив ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн бирелгән иң юғары баһа. СССР ҮБК‑ның 1934 й. 16 апр. ҡарары м‑н булдырыла. Исем СССР ЮС‑ы Президиумы (1936—37 йй.__ СССР ҮБК) тарафынан бирелгән һәм алынған. Геройға...

СИДОРЕНКО Александр Филиппович

СИДОРЕНКО Александр Филиппович (15.1.1915, Томск губ. Новосвободный ҡсб — 20.6.1982, Өфө), артиллерист, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). 1939 й. Халхин‑Гол й. буйындағы ҡораллы бәрелештә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Горький хәрби‑сәйәси уч‑щеһын тамамлаған (1945). Иркутск өлк. урман сәнәғәте...

СЕРГЕЕВ Дмитрий Степанович

СЕРГЕЕВ Дмитрий Степанович [30.10.1922, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Анненский ҡсб (БР‑ҙың Благовещен р‑ны) — 13.3.2003, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. окт. алып Сталинград, Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се...

СЕРАФИМОВ Максим Владимирович

СЕРАФИМОВ Максим Владимирович (8.1.1995, Өфө ҡ. — 27.2.2022, тыуған яғында ерләнгән). Өлкән лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Рязань юғары һауа-десант команда училищеһын тамамлаған (2018). 2013 й....

СӘХӘБЕТДИНОВ Риф Рәйес улы

СӘХӘБЕТДИНОВ Риф Рәйес улы (9.12.1955, Өфө ҡ.), лётчик, генерал‑майор (2003). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). РФ‑тың атҡаҙанған хәрби лётчигы (2005). Афғанстандағы (1983—84), Тажикстандағы (1994), Төньяҡ Кавказдағы (1996—2002) хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын...

СӘЙЕТОВ Ғабдулхай Сәйет улы

СӘЙЕТОВ Ғабдулхай Сәйет улы [3.4.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Текән а. (БР‑ҙың Балтас районы) — 27.7.2000, БР‑ҙың Тәтешле районы Сорғолдо а.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тәтешле районының “Спартак” колхозында эшләй. 1943 й. майынан Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында...

САФИН Алмаз Миңлеғәле улы

САФИН Алмаз Миңлеғәле улы (4.10.1985, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Раевка эшселәр ҡсб — 14.1.2023, Кременная ҡ., БР‑ҙың Әлшәй районы Шафран а. ерләнгән). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2023). Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә (2014—17) һәм Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла...

РЯБОВ Андрей Фёдорович

РЯБОВ Андрей Фёдорович [29.10.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Воскресенск ҡсб (БР‑ҙың Мәләүез районы) — 14.2.2004, Ишембай ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. алып Көньяҡ‑Көнбайыш, 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 12‑се армия 203‑сө уҡсылар дивизияһы...

РОГАЛЁВ Пётр Леонтьевич

РОГАЛЁВ Пётр Леонтьевич (13.8.1912, Екатеринослав губ. Белоцерковка а. — 5.3. 1988, Өфө), полк. (1956). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында һәм 1950— 53 йй. Корея һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1956). 1931 й. алып Рубежное ҡасабаһында заводта__ эшләй, 1933...

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ ГЕРОЙЫ

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ ГЕРОЙЫ, Рәсәйҙә иң юғары почётлы исем. 1992 й. 20 мартындағы «Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен индереү һәм махсус айырма билдәһе — “Алтын Йондоҙ” миҙалы булдырыу тураһында»ғы РФ законы м‑н булдырыла. Исем РФ Президенты тарафынан бирелә һәм алына. Геройға махсус айырма билдәһе — “Алтын...

РАФИҠОВ Мансур Миңлебай улы

РАФИҠОВ Мансур Миңлебай улы [8.12.1964, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Күгәрсен а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], танкист, полк. (2006). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996). 1994—95 йй. Чечен Респ. хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Ҡазан юғары танк команда уч‑щеһын (1986), РФ Ҡораллы Көстәренең Дөйөм ғәскәри акад. (Мәскәү,...