Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЯТ

АЯТ (ғәр. айа — билдә, мөғжизә), айат, Ҡөрьәндә сүрәнең үҙ аллы мәғәнәһе булған иң бәләкәй ритмик өлөшө. Исламдың дөйөм догматик системаһы үҫеше осоронда — Хоҙайҙың төп “билдәһе”. Мосолман диненә ярашлы, А. Алланың ысын һүҙҙәре яҙылған. Мөхәммәт тәүҙә үҙенең вәғәздәрен тәшкил иткән айырым асылыштарҙы...

АЭРОПОРТТАР

АЭРОПОРТТАР (аэро... һәм порт), граждандар авиацияһы саралары м‑н даими рәүештә пассажирҙар, йөк, почта ташыусы һәм һауа суднолары осошон ойоштороуҙы, хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итеүсе транспорт предприятиелары. А. ер өҫтө хеҙмәттәре, күтәрелеү-ултырыу һыҙаттары, аэровокзалы (ҡара: Вокзалдар) булған аэродромдан...

АЭРОЛОГИЯ

АЭРОЛОГИЯ (аэро... һәм ...логия), метеорологияның ирекле атмосфералағы (Ерҙең тейеп торған өҫкө йөҙөнөң тәьҫире беленмәгән ҡатламдарында) физик күренештәрҙе, процестарҙы һәм уларҙы тикшереү ысулдарын өйрәнеүсе бүлеге. Ирекле атмосфераның мөһим физик үҙенсәлектәрен (елдең тиҙлеге һәм йүнәлеше, һауаның...

АЭРОЗОЛДӘР

АЭРОЗОЛДӘР, газ хәлендәге мөхиттә (һауала) таралған ваҡ ҡаты һәм шыйыҡ бөртөксәләрҙән торған дисперслы системалар. А. туҙан, төтөн, томан, смог инә. Бөртөксәләрҙең дәүмәле 100 мкм артмай; дәүмәле 1 мкм кәм булған бөртөксәләр айырыуса хәүефле, сөнки улар тын алғанда кешенең үпкәһенә, аҙаҡ ҡан системаһына...

АЭРОГЕЛДӘР

АЭРОГЕЛДӘР (аэро... һәм лат. gelo — ҡуйырам), гелдәрҙе киптереү юлы м‑н алынған микрокүҙәүле ыуалыусан есемдәр (ҡара: Дисперслы системалар). Алюмогель (алюмин гидроксиды гелен һыуҙан айырыу юлы м‑н алалар), силикагелде (поликремний к‑таһы гелен ҡыҙҙырып киптереү юлы м-н) айыралар. 20 б. 60‑сы йй. башында...

АЭРОВОКЗАЛДАР

АЭРОВОКЗАЛДАР, ҡара: Вокзалдар.

АЭРОБТАР

АЭРОБТАР (аэро... һәм гр. bíos — тормош), мөхиттә молекуляр кислород булғанда йәшәгән һәм үҫкән организмдар. А. бөтә үҫемлектәр һәм хайуандар, күпселек бәшмәктәр һәм күп бактериялар ҡарай. Облигат (мотлаҡ) һәм факультатив (мотлаҡ булмаған) А. айырыла. Облигат А. күҙәнәк (туҡыма) һулышы процесында туҡлыҡлы...

АЭРО...

АЭРО... (гр. аḗr — һауа), ҡушма һүҙҙәрҙең “һауа менән”, “һауа”, “һауа ярҙамында” мә­ғәнәләрен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., аэрогелдәр, аэрология). Тәрж. Р.М.Шәрипова  

АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ ДАУАХАНАҺЫ

АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ ДАУАХАНАҺЫ, муниц. һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. Дауахана стационарҙан (820 койка), диагностика хеҙмәтенән (5 бүлек, 2 лаб.), операция блогынан (22 операция залы), туҡланыу комб‑тынан һ.б. тора. Стационарҙа 18 клиник бүлек бар: гинекология, неврология, нейрохирургия,...

АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ

АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ, ғүмергә хәүеф янаған осраҡтарҙа (травмалар, ағыуланыу, көтөлмәгән киҫкен ауырыуҙар, бала табыу һ.б.) дауалау-иҫкәртеү учреждениеларынан тыш халыҡҡа тәүлек әйләнәһенә кисектергеһеҙ мед. ярҙамы күрһәтеү системаһы. Һәләкәттәр медицинаһы хеҙмәте м‑н тығыҙ бәйләнгән. А.м.я. күрһәтеүҙе...

АШЛАМАЛАР

АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙең туҡланыуын һәм тупраҡтың уңдырышлылығын яҡшыртыусы матдәләр. А. культураларҙың уңдырышлылығын һәм а.х. продукцияһының сифатын (игендең аҡһымын, картуф бүлбеләренең крахмаллылығын, йәшелсә һәм емештәрҙәге витамин миҡдарын һ.б.) күтәрә. Химик составы б‑са органик ашламалар, минераль...

АШҠАҘАРСКИЙ Ильясбәк Батыргәрәй улы

АШҠАҘАРСКИЙ (Ҡудашев) Ильясбәк Батыргәрәй улы [3.3.1884, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шөңгәккүл станцияһы ҡсб (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 31.12.1942, Ҡазан], театр эшмәкәре, режиссёр, актёр. Хеҙмәт Геройы (1926). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен (1899), Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған (1904). 1906 й. Ырымбурҙа...

АШҠАҘАР, йылға

АШҠАҘАР, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Фёдоровка р‑ны Өсбү­ләк а. көнбайышҡа табан 2,2 км алыҫлыҡта башлана. Фёдоровка р‑нында төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан аға, Михайловка а. эргәһендә төньяҡ-көнсығышҡа борола һәм Стәрлебаш, Мәләүез, Стәрлетамаҡ р‑ндары буйлап Ағиҙел й. (тамағынан 743 км...

АШҠАҘАР, Йылайыр р‑нындағы ауыл

АШҠАҘАР, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Һабыр а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 45 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 133 км алыҫлыҡта Асҡараҙы й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 118 кеше; 1959 — 191; 1989 — 150; 2002 — 169; 2010 — 169 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп...

АШҠАҘАН АЛДЫ АТОНИЯҺЫ

АШҠАҘАН АЛДЫ АТОНИЯҺЫ, көйшәүсе хайуандарҙың аҙыҡ эшкәртеү ағзаларының (оло ҡарын, бәләкәй ҡарын, ҡатлансыҡ) моторик функцияһы көсһөҙләнеүе йәки эшлектән сығыуы. Йыш ҡына туҡланыу рационы боҙолғанда һәм сифатһыҙ аҙыҡ ашатҡанда һыйырҙарҙа һәм кәзәләрҙә була. А.а.а. ваҡытында хайуандарҙың аппетиты боҙола,...

АШАРҒА ЯРАҠЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР

АШАРҒА ЯРАҠЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, кеше аҙыҡ итеп ҡулланған йәки ашарға яраҡлы ҡырағай һәм культуралы үҫемлектәр. Башҡортостанда иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары, баҡса культуралары, йәшелсә культуралары, май биреүсе культуралар, емеш культуралары киң файҙаланыла. Ҡулланылыу үҙенсәлеге б‑са ҡырағай А.я.ү....

АШАРҒА ЯРАҠЛЫ БӘШМӘКТӘР

АШАРҒА ЯРАҠЛЫ БӘШМӘКТӘР, кеше өсөн ашарға яраҡлы аскомицеттар (бүрекбаштар, тубырсыҡбаштар, трюфелдәр) һәм базидиомицеттар (эшләпәле бәшмәктәрҙең күпселеге). 500‑гә яҡын төрө билдәле, БР‑ҙа 150‑нән ашыу төрө бар. Хужалыҡтағы әһәмиәте б‑са А.я.б. категорияларға айырыла: 1‑се (аҡ бәшмәк, гөрөздә, деликатес,...

АШАП ЗАВОДЫ

АШАП ЗАВОДЫ, 1741 й. А.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) Уҫы даруғаһы Ғәйнә һәм Ирәкте улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Оло Ашап й. (Айран й. ҡушылдығы) буйында ба­ҡыр иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Демидовтар, 1862 й. алып Соҡсон тау заводтары акционерҙар ширҡәте,...

АШАЛЫУ

АШАЛЫУ, ер өҫтөндә тау тоҡомдарының үҙгәреү һәм емерелеү процесы. Физик (механик) һәм химик А. айырыла. Физик А. — т‑ра үҙгәреү, ярыҡтарҙа һыу туңыу һәм иреү һ.б. тәьҫире аҫтында тоҡомдарҙың емерелеүе. Физик А. һөҙөмтәһендә төп тоҡомдар сыҡҡан урында төрлө ҙурлыҡтағы ватыҡ материал барлыҡҡа килә: таш...

АЧЕРИ-БИАТЛОН

АЧЕРИ-БИАТЛОН, спорт төрө, биатлон төрө, билдәләнгән сиктәрҙә сәпкә уҡ атыу м‑н барған саңғы ярышы. БР‑ҙа А.‑б. үҫешә башлауы 1997 й. Бөрө ҡ. ДЮСШ‑нда тәүге А.‑б. бүлеге асылыуға бәйле. 2000 й. А.‑б. бүлектәре Өфө р‑ны СДЮШОР‑ында (Авдон а.) һәм Белорет ҡ. ДЮСШ‑нда асыла. 1998 й. Бөрөлә А.‑б. б‑са 1‑се...