Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДЯТЛОВ Игнатий Семёнович

ДЯТЛОВ Игнатий Семёнович [12.1.1925, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Иҫке Балаҡатай а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 31.7.1999, Өфө, Өфө р‑ны Йоматау а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). Капитан. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Гурьев хәрби пехота уч‑щеһын (1944), Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1973). 1943—46 йй....

ДЮРОК

ДЮРОК, ит йүнәлешле сусҡа тоҡомо. 19 б. АҠШ‑та урындағы ҡыҙыл Төҫтәге ике сусҡа тоҡомон ҡушыу юлы м‑н сығарыла. Рәсәйгә — 1975 й., Башҡортостанға 1986 й. нәҫелдең ит биреүсәнлеген арттырыу маҡсатында эре аҡ тоҡомло инә сусҡаларҙы ҡасырыу өсөн индерелә. Хайуандарҙың тән төҙөлөш¿ ныšлы, оҙонса кәүҙәле,...

ДЮПИНА Любовь Ивановна

ДЮПИНА Любовь Ивановна (28.5.1955, Чкалов өлк. Урыҫ Ҡондоҙо а.), спортсы. Саңғы ярышы (1978) һәм биатлон (1983) б-са СССР-ҙың спорт мастеры. БР-ҙың күренекле спортсыһы (1993). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы (тренерҙары Ф.М.Әбдрәхимов, П.К.Ямалиев), ДОСААФ-тың Башҡ‑н өлкә ком-ты (Өфө; тренеры М.З.Мөҙәрисов)...

ДЬЯЧКОВ Александр Васильевич

ДЬЯЧКОВ Александр Васильевич [25.10.1921, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Николаевка а. (БР‑ҙың Благовещен районы) — 6.9.1961, шунда уҡ], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. алып фронтта. Уҡсы булып хеҙмәт итә, 1943 й. башлап Воронеж, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында...

ДЬЯКОНОВ Владислав Дмитриевич

ДЬЯКОНОВ Владислав Дмитриевич (22.4.1928, Вологда ҡ. — 13.8.2017, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1985). Соц. Хеҙмәт Геройы (1980). Ленинград политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) Щербаков ҡ. пр‑тиеларында эшләй. 1955 — 86 йй. һәм 1993 й. алып ӨМЭПБ‑ла: 1969 й. башлап производство б‑са...

ДЬЯКОВ Владимир Анатольевич

ДЬЯКОВ Владимир Анатольевич [14.6.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Баҡалы а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 16.11.1995, Мәскәү], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү тарих-архив ин‑тын тамамлаған (1947). 1957 й. алып Мәскәүҙәге СССР‑ҙың Үҙәк дәүләт хәрби-тарих архивында, 1958 й. башлап...

ДЬЯКОВ Анатолий Яковлевич

ДЬЯКОВ Анатолий Яковлевич (24.11.1924, Мәскәү – 12.6.2003, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д-ры (1982), проф. (1984). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1951) 1966 й. тиклем һәм 1968 й. алып ӨДАТУ-ла (1983—88 йй. иҡт., хеҙмәтте ойоштороу һәм нормалаштырыу...

ДЫУАНАЙ

ДЫУАНАЙ, башҡ. ҡәбиләһе. Д. составында йылҡысы ырыуы билдәле. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтай һәм Монголияның монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. Б.э. 1‑се мең йыллығы аҙ. дыуанайҙар Һырдаръя һәм Арал буйы далаларында күсеп йөрөгән. Д. формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡ һәм табын ҡәбиләләре мөхитендә...

ДЫУАН, Дыуан р-нындағы ауыл

ДЫУАН, Дыуан р-нындағы ауыл, Дыуан а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 30 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.-Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 4128 кеше; 1920 — 5565; 1939 — 5190; 1959 — 5134; 1989 — 3745; 2002 — 3703; 2010 — 3669 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Иген...

ДЫУАН-МӘСЕТЛЕ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ДЫУАН-МӘСЕТЛЕ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Дыуан-Мәсетле а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 32 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 94 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 641 кеше; 1920 — 995; 1939 — 988; 1959 — 854; 1989 — 651; 2002 — 669; 2010 — 681 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ДЫУАН-ҠОШСО КАНТОНЫ

ДЫУАН-ҠОШСО КАНТОНЫ, 1919 й. сентябрендә Дыуан кантонының — 10 һәм Ҡошсо кантонының 10 улусынан АСБР составында ойошторола. Төньяҡта һәм көнсығышта — Красноуфимск өйәҙе, көньяҡ-көнсығышта — Златоуст өйәҙе, көньяҡ-көнбайышта — Өфө өйәҙе һәм Көҙәй кантоны, көнбайышта Златоуст һәм Бөрө өйәҙҙәре менән сиктәш...

ДЫУАН УРТА МӘКТӘБЕ

ДЫУАН УРТА МӘКТӘБЕ, Дыуан районы. 1840 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1865 й. алып өйәҙ писарҙар уч‑щеһы, 1870 й. — башланғыс халыҡ мәктәбе, 1906 й. — башланғыс земство мәктәбе, 1918 й. —1‑се баҫҡыс мәктәп, 1932 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1934 й. – тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ....

ДЫУАН СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ

ДЫУАН СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Сорт һынау, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш урман-дала зонаһы шарттарында иген, ҡуҙаҡлы иген һәм мал аҙығы культуралары сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтерергә тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1937 й. ойошторола. Дыуан р‑ны Һикеяҙ а. урынлашҡан. Сорт агротехникаһы б‑са...

ДЫУАН РАЙОНЫ

ДЫУАН РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта — Свердловск өлк., көнсығышта — Мәсетле, көньяҡ-көнсығышта — Ҡыйғы, көньяҡта — Салауат, көньяҡ-көнбайышта — Нуриман, көнбайышта Ҡариҙел һәм Асҡын р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына...

ДЫУАН КАНТОНЫ

ДЫУАН КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған автономиялы Башҡортостандың Д.к. сиктәре нигеҙ итеп алынған. Кантон составына Златоуст өйәҙенең 10 улусы (Балаҡатай, Дыуан-Мәсетле, Ибрай, Ҡалмаҡҡол, Мырҙалар, Нәсибаш, Түбәнге Ҡыйғы, Үрге Ҡыйғы, Һикеяҙ һәм 2‑се Әйле)...

ДЫУАН АГРАР ТЕХНИКУМЫ

ДЫУАН АГРАР ТЕХНИКУМЫ, Дыуан р‑ны Дыуан а. урынлашҡан. 1898 й. һөнәрселек уч‑щеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — а.х. техникумы. 1983 й. техникум һәм “Дыуан” с‑зы нигеҙендә “Дыуан” совхоз‑техникумы ойошторола, 2000 й. башлап аграр техникум. 2016 й. ябыла. Уҡытыу көндөҙгө һәм...

ДЫУАН

ДЫУАН, башҡ. ҡәбиләһе. Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтай, Үҙәк Азияның монгол, төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Дыуан” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, монголдарҙа һәм үзбәктәрҙә билдәле. 13 б. — 14 б. башында ҡәбилә Ағиҙел й. урта ағымында урынлаша. 14 б....

ДҮШӘМБИКӘ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ДҮШӘМБИКӘ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Дүшәмбикә а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 11 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Дүшәмбикә й. (Ҡыйғы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 882 кеше; 1920 — 1061; 1939 — 935; 1959 — 818; 1989 — 573; 2002 — 644; 2010 — 622...

ДҮСМӘТ, Яңауыл, Борай р-нындағы ауыл

ДҮСМӘТ, Яңауыл, Борай р-нындағы ауыл, Борай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 4 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 437 кеше; 1920 — 449; 1939 — 395; 1959 — 344; 1989 — 168; 2002 — 122; 2010 — 96 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

ДҮСӘН, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ДҮСӘН, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бикҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Приют т. юл ст. К.-Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Саҡмағош й. (Дим й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 591 кеше; 1920 — 777; 1939 — 600; 1959 — 502; 1989 — 513; 2002 — 496; 2010 — 413 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....