Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МЯЧИН Константин Алексеевич

МЯЧИН Константин Алексеевич [17.8.1886, Ырымбур губ. Ырымбур өйәҙе Михайловка а. (Ырымбур өлк.) — 16.9.1938, Мәскәү], революция хәрәкәте һәм Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Советттарҙың 2‑се Бөтә Рәсәй съезы делегаты (Мәскәү, 1917). 1907 й. башлап Өфө губернаһында хәрби ойошмалар...

МЯСНИКОВТАР

МЯСНИКОВТАР, завод хужалары. Сембер сауҙагәрҙәренән. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Семён М. Уның улдары: Иван Семёнович М. (?— 1780), И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) м‑н берлектә Архангел баҡыр иретеү заводын, Белорет заводын, Богоявленск заводын, Верхотор заводын, Воскресенка заводын, Йүрүҙән-Ивановка...

МЫШЫ

МЫШЫ (Alces alces), ҡуш тояҡлылар отрядының боландар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 3 м тиклем, мундаһының бейеклеге 180 см, массаһы 400 кг тиклем. Төҫө ҡуңыр‑һоро, өҫкө ире‑ не, ҡорһағы һәм аяҡтары аҡ төҫтә. Башы ҙур, оҙонса, көмрө танаулы, ата мышыларҙың...

МЫШКИН Владимир Александрович

МЫШКИН Владимир Александрович (29.8.1944, Дүшәмбе ҡ. — 22.10.2018, Өфө ҡ.), токсиколог. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Медицина хеҙмәте полковнигы (1987). БДМИ‑ны тамамлаған (1967), 1969 й. алып шунда уҡ эшләй (1987—97 йй. уҡыу-уҡытыу бүлеге начальнигы — хәрби һәм экстремаль медицина...

МЫСЫР, Мысыр Ғәрәп Республикаһы

МЫСЫР, М ы с ы р Ғ ә р ә п Р е с п у б л и к а һ ы, Африканың төньяҡ‑көнбайышындағы һәм Азияның Синай ярымутрауындағы дәүләт. Майҙаны — 1001,4 мең км2. Баш ҡалаһы — Ҡаһирә. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 80,9 млн кеше (2011), 90%‑ы — мысырҙар (М. ғәрәптәре). Рәсми тел — ғәрәп теле. Диндарҙарҙың...

МЫСОВЦЕВО, Өфө р‑нындағы ауыл

МЫСОВЦЕВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Жуков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Авдон т. юл ст. 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 177 кеше; 1920 — 254; 1939 — 285; 1959 — 328; 1989 — 278; 2002 — 223; 2010 — 259 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына, 1859 й. алып билдәле...

МЫРҘАШ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

МЫРҘАШ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Айыусы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 37 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 256 кеше; 1920 — 314; 1939 — 315; 1959 — 310; 1989 — 160; 2002 — 194; 2010 — 185 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

МЫРҘАНОВ Марат Мырҙан улы

МЫРҘАНОВ Марат Мырҙан улы (28.10.1937, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Ҡәйүп а. — 25.9.2012, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. табибы (1995), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1987). БДМИ‑ны тамамлаған (1966), 1971 й. алып ш. уҡ эшләй (1986—89 йй. онкология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...

МЫРҘАЛАР

МЫРҘАЛАР, башҡ. ҡәбиләһе. Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә ҡараған. Ырыу составы: аҡсыуаш, балтағол, барҡылдаҡ, бишәй, бүреҫ, йәтимдәр, ҡаҙаҡ, ҡоҙғон, ҡотлосура, ҡырҙы, манғол, миндияр, сипай, сулпы, сырҙы, таҙ, тауир, таулы, туңғатар, шайтан. Тамғалары: . Этник яҡтан б.э. 1‑се мең йыллығының 2‑се ярт....

МЫРҘАҠАЕВ Фәрүәз Ғиниәт улы

МЫРҘАҠАЕВ Фәрүәз Ғиниәт улы (15.6.1935, БАССР‑ҙың Ишембай р‑ны Үрге Әрмет а. — 14.6.1995, Өфө), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1974), проф. (1984). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) һәм 1963— 83 йй. Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар...

МЫРҘАҠАЕВ Факил Сәлих улы

МЫРҘАҠАЕВ Факил Сәлих улы (14.11.1950, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Ҡаран‑Ҡуңҡаҫ а.), яҙыусы, тәржемәсе. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Журналистар союзы (1979), Яҙыусылар союзы (1997) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1983). 1971 й. алып “Октябрь”, 1975 й. — “Совет Башҡортостаны” (1985 й. алып бүлек мөдире)...

МЫРҘАҒОЛ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

МЫРҘАҒОЛ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 67 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 592 кеше; 1920 — 579; 1939 — 361; 1959 — 294; 1989 — 109; 2002 — 100; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Тавричанка...

МЫРҘАҒӘЛИН Радмир Дамир улы

МЫРҘАҒӘЛИН Радмир Дамир улы (23.2.1958, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Бәхтегәрәй а.), тележурналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Журналистар союзы ағзаһы (1986). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) “Башҡортостан” ТРК ФДУП‑ында эшләй: 1986 й. алып өлкән мөхәррир, 1992 й. — ижади берекмә етәксеһе, 1999 й....

МЫРҘАҒӘЛИМОВ Ғәзиз Ғәбиҙулла улы

МЫРҘАҒӘЛИМОВ Ғәзиз Ғәбиҙулла улы [15.8.1923, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Наҡай а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 11.6.1990, ш. уҡ өлкә һәм райондың Дәрбиш а.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армияның...

МЫРҘАБУЛАТОВ Сөләймән Шәңгәрәй улы

МЫРҘАБУЛАТОВ Сөләймән Шәңгәрәй улы [15.4.1890, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Абҙан а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 9.1.1931, Мәскәү], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1918 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1921) алып РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1913—17 йй. рус армияһында, 1918—19...

МЫРҘАБАЕВА Флүзә Рәжәп ҡыҙы

МЫРҘАБАЕВА Флүзә Рәжәп ҡыҙы (25.9.1950, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Иҫке Мораҙым а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Мораҙым а.), журналист, шағирә. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2003). Журналистар союзы (1996), Яҙыусылар союзы (1999) ағзаһы. 1973 й. алып “Звезда”, 1980 й. — “Башҡортостан” (1999...

МЫРҘАБАЕВА Рәсимә Тимерйәр ҡыҙы

МЫРҘАБАЕВА Рәсимә Тимерйәр ҡыҙы (20.2.1953, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Яңы Мораҙым а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Мораҙым а.), инфекционист. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. табибы (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 1980 й. тиклем Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында, 1983—85 йй. Өфөнөң 4‑се...

МЫРҘАБАЕВ Хәсән Хәмзә улы

МЫРҘАБАЕВ Хәсән Хәмзә улы (8.12.1951, БАССР‑ҙың Ейәнсура районы Ибрай а.), гистолог. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2003). БДМИ‑ны тамамлаған (1978), 1981 й. алып шунда уҡ эшләй: 1999—2020 йй. гистология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2003—15 йй. педиатрия факультеты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге...

МЫРҘА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

МЫРҘА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡыйышҡы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 11 км һәм Таҙлар т. юл ст. Т.‑Көнб. 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 285 кеше; 1920 — 350; 1939 — 368; 1959 — 224; 1989 — 177; 2002 — 183; 2010 — 172 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

МЫРҘА 1‑се, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

МЫРҘА 1‑се, Т ү ш а у ы л, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Өфө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 61 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 76 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 105 кеше; 1920 — 185; 1939 — 237; 1959 — 278; 1989 — 191; 2002 — 209; 2010 — 222 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғысмәктәп (Өфө...