Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПЯТЯРИ Иван Викторович

ПЯТЯРИ Иван Викторович (4.3.1921, Енисей губ. Енисейск ҡ. — 5.6.1949, Лунинец ҡ.), лётчик, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (Пермь ҡ., 1941) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. башлап Сталинград, Көньяҡ, 4‑се Украина һәм...

ПЯТС Константин

ПЯТС Константин (11.2.1874, Лифляндия губ. Перновск өйәҙе Тахкуранна улусы — 18.1.1956, Калинин өлк., 1990 й. Таллинға күсереп ерләнгән), дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр. Юрьев ун‑тын тамамлаған (1898). 1918—19 йй. Эстон Республикаһының Ваҡытлы хөкүмәте премьер‑министры, 1921 й. алып дәүләт старейшинаһы,...

ПЯТКОВ Виктор Евгеньевич

ПЯТКОВ Виктор Евгеньевич [5.11. 1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сергеевка а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 3.9.2008, Нефтеюганск ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1970). 1945 й. алып Башҡ‑н дуплау экстракттары з‑дында балта оҫтаһы, 1946—50 йй. ӨМЭЗ‑дә металл ҡырҡыусы,...

ПЯТИМАР

ПЯТИМАР, б.э.т. 5—4 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ырымбур өлк. Соль‑Илецк р‑ны Кумакское а. көньяҡ‑көнсығышта Илек й. һул ярында һыу баҫмай торған киртләстә урынлашҡан. К.Ф.Смирнов тарафынан 1956 й. асыла һәм 1960 й. өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам. 20— 60 м, бейеклеге 0,5—5 м) ҡарай. 25 ҡурған...

ПЯТИЛЕТКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Надеждин а/с үҙәге

 ПЯТИЛЕТКА, Н а д е ж д и н, Иглин р‑нындағы ауыл, Надеждин а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 45 км һәм Көҙәй т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 470 кеше; 1939 — 1003; 1959 — 563; 1989 — 238; 2002 — 232; 2010 — 210 кеше. Белорустар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

ПЯТИЛЕТКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Ауструм а/с ҡарай

ПЯТИЛЕТКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Ауструм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 50 км һәм Таутөмән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта Эҫем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 584 кеше; 1959 — 913; 1989 — 374; 2002 — 283; 2010 — 238 кеше. Белорустар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ПЯТИДЕСЯТНИКТАР

ПЯТИДЕСЯТНИКТАР, п я т и д е с я т н и к л ы ҡ, 1901 й. АҠШ‑та барлыҡҡа килгән протестантлыҡ йүнәлеше. Пятидесятница исеме м‑н аталған (ҡара: Ун ике байрам). Билдәһеҙ телдәрҙә һөйләшеү һәләтен (глоссолалия) бирә торған Изге Рух м‑н суҡындырыу, дин м‑н һауыҡтырыу һәм Иисус Христостың мең йыллыҡ идараһы...

ПЯТАЕВА Наталья Вячеславовна

ПЯТАЕВА Наталья Вячеславовна (11.4.1964, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) 1991 й. тиклем һәм 1994 й. алып БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында эшләй (1996—97 йй. һәм 1999— 2000 йй. филол. ф‑ты деканы урынбаҫары). Фәнни эшмәкәрлеге урыҫ теленең тарихи лексикологияһына...

ПЯРИ Виктор Хансович

ПЯРИ Виктор Хансович (13.1.1919, Владимир губ. Гусь‑Хрустальный ҡсб — ?), балетмейстер. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1955). 1938—41 йй. Һарытау театр уч‑щеһында уҡыған. ГИТИС‑ты тамамлаған (1951; педагогы Р.В.Захаров). 1942 й. алып К.С.Станиславский һәм Вл.И.Немирович‑Данченко ис. Мәскәү муз. театр...

ПЬЯНЫЙ БОР МӘҘӘНИӘТЕ

ПЬЯНЫЙ БОР МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуаттың археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 3 б. — б.э. 2 б. ҡарай, иртә (б.э.т. 2 б. аҙ. — б.э.т. 1 б.; Көшөл ҡәберлеге, Юлдаш ҡәберлеге) һәм һуң (б.э. 2—3 бб.; Серёнькин ҡаласығы, Кәкрекүл ҡаласығы, Камышинка ҡаласыҡтары) осорҙарға бүленә. ТР‑ҙың Пьяный Бор а. (хәҙ. Красный...

ПШЕНИЧНЮК Анатолий Харитонович

ПШЕНИЧНЮК Анатолий Харитонович (2.1.1936, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Летенка ҡсб — 5.1.2016, Өфө), археолог. Тарих ф. канд. (1968). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) 2014 й. тиклем ТТӘИ‑лә эшләй (1978— 2006 йй. бүлек мөдире). Фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Уралдың иртә тимер быуатына,...

ПШЕНИЧНЮК Анатолий Иванович

ПШЕНИЧНЮК Анатолий Иванович (16.11.1949, Дәүләкән ҡ. — 18.4.2015, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй. 1986 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, 2008 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре конденсирланған...

ПШЕНИЧНЫЙ Павел Дмитриевич

ПШЕНИЧНЫЙ Павел Дмитриевич (12.11.1903, Харьков губ. Савинцы биҫтәһе — 1.5.1985, Киев), зоотехник. Украина а.х. фәндәре академияһы акад. (1956), а.х. ф. д‑ры (1948), проф. (1949). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1969). Харьков зоотехния ин‑тын тамамлаған (1926). 1938—43 йй. БАХИ‑ла эшләй: а.х. малдарын...

ПУШКИНСКИЙ, Иглин р‑нындағы ауыл

ПУШКИНСКИЙ, В о с т о к, Иглин р‑нындағы ауыл, Ҡалтыман а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 229 кеше; 1959 — 415; 1989 — 288; 2002 — 249; 2010 — 202 кеше. Белорустар йәшәй (2002). Халҡы “Элита” ЯСЙ‑нда эшләй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ПУШКИН Александр Сергеевич

ПУШКИН Александр Сергеевич [26.5.1799, Мәскәү — 29.1.1837, Петербург, Святогорск монастыры зыяратында ерләнгән (Псков губ.)], урыҫ яҙыусыһы. Яңы урыҫ әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы, урыҫ әҙәби телен булдырыусы. Ижадында бер нисә әҙәби осор (18 б. шартлы художестволы системаһынан алып үҫешкән реализмға тиклем)...

ПУШКИН Александр Иванович

ПУШКИН Александр Иванович (7.9. 1907, Тверь губ. Микулино а. — 20.3. 1970, Ленинград), балет артисы, педагог. РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1968). Ленинград театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1925; педагогы В.И.Пономарёв) С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры солисы, 1953 й. алып педагог‑репетиторы,...

ПУШКАРЁВА Марина Алексеевна

ПУШКАРЁВА Марина Алексеевна (7.1.1965, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2006). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) шунда уҡ, 1994 й. алып Өфө ҡ. 135‑се мәктәбендә эшләй. 2000 й. башлап Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһында, бер үк ваҡытта М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар...

ПУШКАРЁВ Василий Александрович

ПУШКАРЁВ Василий Александрович (5.3.1959, Ырымбур өлкәһе Абдулла районы Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы совхозының 1‑се бүлексәһе), онколог. Медицина фәндәре докторы (2007). РФ‑тың (2012), БР‑ҙың (2004) атҡаҙанған табибы, БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) 1986...

ПУШКАРЁВ Алексей Михайлович

ПУШКАРЁВ Алексей Михайлович (7.3.1967, Өфө), уролог. Мед. ф. д‑ры (2008). БДМИ‑ны тамамлаған (1992). 1993 й. алып Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында эшләй. 1994—2000 йй. һәм 2004 й. башлап Респ. клиник дауаханаһында (1999—2000 йй. һәм 2005 й. алып бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 2004 й. башлап БДМУ‑ла;...

ПУЧКОВ Фёдор Абрамович

ПУЧКОВ Фёдор Абрамович (19.5.1886, Һамар губернаһы Быҙаулыҡ ҡ. — 2.2.1953, Колма ҡ., АҠШ), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Генерал‑майор (1919). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Император Николай хәрби академияһын тамамлаған (С.‑Петербург ҡ., 1914). 1903—18 йй. рус армияһында, 1918 й....