Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯЩУК Әлфиә Ғәлим ҡыҙы

ЯЩУК Әлфиә Ғәлим ҡыҙы (27.9. 1958, Өфө), акушер‑гинеколог. Мед. ф. д‑ры (2010), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. табибы (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 1987 й. тиклем Өфөнөң 8‑се дауаханаһында эшләй. 1989 й. алып БДМУ‑ла (2002 й. башлап 2‑се акушерлыҡ һәм гинекология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...

ЯШИН Захарий Михайлович

ЯШИН Захарий Михайлович (18.9. 1885, Ҡазан губ. Тәтеш өйәҙе — 1965, Өфө), агроном. Техник ф. канд. (1935), проф. (1958). Соц. а.х. отличнигы (1943). Үҙәк Рәсәйҙә һәм Алыҫ Көнсығышта рев‑ция хәрәкәтендә ҡатнашыусы (1904—12). Воронеж а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1922) шунда уҡ (өҙөклөктәр м‑н) эшләй...

ЯҺАЛМА ҠОРОЛМАЛАР

ЯҺАЛМА ҠОРОЛМАЛАР, автомобиль юлдарында, тимер юлдарҙың башҡа юлдар, йылғалар, йырындар һ.б. ҡаршылыҡтар м‑н киҫешкән урындарында ҡорола. Я.ҡ. һыу үткәргән объекттар (күперҙәр, торбалар) һәм юлдар киҫешкән урындағы юл күперҙәре, тау юлдарындағы махсус ҡоролмалар (тоннелдәр, эстакадалар һ.б.) инә. 1952...

ЯҺАЛМА ҠАСЫРЫУ

ЯҺАЛМА ҠАСЫРЫУ, инә малды аталандырыу маҡсатында уның енси юлдарына сперманы яһалма индереү ысулы. А.х. малдарын Я.ҡ. тоҡом етештереүселәрҙе интенсив ҡулланырға һәм ҡыҫҡа ваҡытта малдың тоҡом сифаттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Я.ҡ. малды ҡасырыу ваҡытында йоға торған инфекцион ауырыуҙарҙы (бруцеллёз,...

ЯҺАЛМА КҮН

ЯҺАЛМА КҮН, техник, галантерея изделиеларын әҙерләү, аяҡ кейеме, өҫ кейеме, баш кейеме тегеү өсөн тире урынына ҡулланылған полимер материал. Етештереү ысулы, баштағы материал тибы б‑са аяҡ кейеме резинаһына, ҡаты йәки йомшаҡ Я.к. (ҡатырға тибындағы); тәғәйенләнеше б‑са — аяҡ кейеме, өҫ кейеме, галантерея...

ЯҺАЛМА БӨЙӨР

“ЯҺАЛМА БӨЙӨР”, г е м о д и а л и з а т о р, экстракорпораль гемодиализ өсөн аппарат, ҡандан алмашыу продукттарын һәм ағыулы матдәләрҙе сығарыу, организмда һыу‑электролит һәм кислота‑һелте балансын көйләү өсөн ҡулланыла. “Я.б.” эшләү принцибы үҙ эсенә ҡандың физиол. концентрацияларға яҡын төп электролиттарын,...

ЯҺАЛМА АУЫРЫУҘАР

ЯҺАЛМА АУЫРЫУҘАР, билдәле ауырыуҙың классик билдәләренә өлөшләтә йәки тулыһынса тап килгән, аңлы рәүештә ҡылынған физик, химик йәки биол. тәбиғәтле тышҡы зарарлаусы факторҙар тәьҫирендә тыуҙырылған ауыртыныу торошо. Я.а. төрлө категориялы граждандар тарафынан ниндәй ҙә булһа йөкләмәнән баш тартыу (хәрбиҙәр...

ЯҺАҠЛЫ КРӘҪТИӘНДӘР, ҡара: Яһаҡлы кешеләр.

ЯҺАҠЛЫ КРӘҪТИӘНДӘР, ҡара: Яһаҡлы кешеләр.  

ЯҺАҠЛЫ КЕШЕЛӘР

ЯҺАҠЛЫ КЕШЕЛӘР, Урал‑Волга буйында һәм Себерҙә яһаҡтүләүселәр. Шәхсән ирекле булған һәм дәүләт файҙаһына йөкләмәләр үтәгән. Я.к. 18—50 (һуңыраҡ 16—60) йәшлек ирҙәр ингән. Башҡорттар ергә яһаҡ түләгән һәм уны аҫабалыҡ хоҡуғын (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) һаҡлау нигеҙе тип иҫәпләгән. Яһаҡ китаптары...

ЯҺАҠ КИТАПТАРЫ

ЯҺАҠ КИТАПТАРЫ, яһаҡлы кешеләр һәм яһаҡтүләү т‑да мәғлүмәтте үҙ эсенә алған Себер һәм Волга буйы улустары исемлеге. Түләүселәргә түләү т‑да квитанция бирелгән. 16 б. уртаһынан — 18 б. башынан Я.к. төҙөүгә Ҡазан һарайы приказы етәкселек иткән. 1701 й. приказ архивындағы янғындан һуң аҫаба һәм финанс...

ЯҺАҠ

ЯҺАҠ, Урал‑Волга буйы һәм Себер халыҡтарына һалынған натуралата йәки аҡсалата һалым. Рус поданныйлығын ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттар Монгол империяһына, Алтын Урҙаға, 15 б. уртаһынан Нуғай Урҙаһына, Ҡазан ханлығына, Себер ханлығына Я. түләгән. Я. (һунарсынан инә төлкө йәки ярты һыуһар йәки улустан...

ЯХЪЯ, Салауат р‑нындағы ауыл

ЯХЪЯ, Салауат р‑нындағы ауыл, Ишембай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Бирҙәш й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 609 кеше; 1920 — 609; 1939 — 512; 1959 — 432; 1989 — 268; 2002 — 368; 2010 — 333 кеше....

ЯХИНА Әнисә Алтынтимер ҡыҙы

ЯХИНА Әнисә Алтынтимер ҡыҙы (11.5.1952, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Табылды а.), эстрада артисы. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡ. (1988) артисы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡорт цирк студияһын (1976), ӨДСИ‑не (1989; Ғ.Ғ. Ғиләжев курсы) тамамлаған. 1970 й. алып Башҡорт ҡурсаҡ театры актрисаһы, 1974 й. —...

ЯХИН Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы

ЯХИН Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы (9.6.1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Йөннө а., хәҙ. БР‑ҙың Илеш р‑ны Йөннө а., — 25.6.1999, ш. уҡ р‑ндың Иҫәнбай а.), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Белорет металлургия комб‑тының электр м‑н иретеп йәбештереүсеһе....

ЯХИН Риза Хажиәхмәт улы

ЯХИН Риза Хажиәхмәт улы (13.6. 1935, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Абдрахман а. — 15.12.1998, БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Йылайыр с‑зының Сосновка бүлексәһе ҡсб, хәҙ. ш. уҡ р‑ндың Сосновка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). 1952—95 йй. Баймаҡ р‑нының “Йылайыр” с‑зы комбайнсыһы. Юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге күрһәткестәренә...

ЯХИН Илшат Ғәббәс улы

ЯХИН Илшат Ғәббәс улы (18.5.1973, БАССР‑ҙың Учалы районы Ҡотой а. — 16.2.2022, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), баянсы, композитор. БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2016). Өфө сәнғәт училищеһын (1992; З.Ф.Мөслимов класы), ӨДСИ‑не (1998; М.И.Ғәйнетдинов, Р.Ғ.Рәхимов класы) тамамлаған. 1993 й. алып...

ЯХИМОВИЧ Варвара Львовна

ЯХИМОВИЧ Варвара Львовна (17. 12.1913, Варшава — 19.8.1994, Өфө), геолог‑стратиграф. БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1959), проф. (1969). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1964), РСФСР‑ҙың атҡ. геологы (1984). Һарытау ун‑тын тамамлаған (1941). 1931 й. алып Урта Волга геол.‑гидро‑геодезия...

ЯХАНОВ Андрей Викторович

ЯХАНОВ Андрей Викторович (23.7. 1973, Өфө), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1997). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.С.Чередник). 1990—97 йй., 2000—02 йй., 2004— 07 йй. “Салауат Юлаев” хоккей клубы, 1997 й. алып Милли...

ЯФАЕВ Рауэль Хәсәнйән улы

ЯФАЕВ Рауэль Хәсәнйән улы (3.1. 1923, Өфө — 25.4.2008, С.‑Петербург), эпидемиолог. Мед. ф. д‑ры (1964), проф. (1967). Мед. хеҙмәте полк. (1962). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1999). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 2‑се мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1944) 1‑се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре составында...

ЯФАЕВ Әхмәт Вәлиәмәт улы

ЯФАЕВ Әхмәт Вәлиәмәт улы (1899, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Бүздәк а., — 30.9.1979, Өфө), агроном. А.х. ф. канд. (1936). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1961), СССР‑ҙың соц. а.х. отличнигы (1949). К.А. Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған (1927). 1929 й. алып Шишмә...