Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СУЙЫНСЫ УРТА МӘКТӘБЕ

СУЙЫНСЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Дәүләкән р‑нында урынлашҡан. 1901 й. урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. Хотимля а. филиалы эшләй. Компьютер класы, китапханаһы,...

СТӘРЛЕТАМАҠ ФИЗИК КУЛЬТУРА ТЕХНИКУМЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ ФИЗИК КУЛЬТУРА ТЕХНИКУМЫ, 1932 й. Өфөлә Башҡ. пед. техникумының (Өфө) физик культура бүлексәһе булараҡ асыла, 1934 й. алып физик культура техникумы, 1955 й. — Башҡ. респ. физик культура техникумы. 1971 й. Стәрлетамаҡ ҡ. күсерелә, 1974 й. алып С.ф.к.т., 2015 й. башлап Стәрлетамаҡ физик культура,...

СТӘРЛЕТАМАҠ ТӨҘӨЛӨШ, ИҠТИСАД ҺӘМ ХОҠУҠ КОЛЛЕДЖЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ ТӨҘӨЛӨШ, ИҠТИСАД ҺӘМ ХОҠУҠ КОЛЛЕДЖЫ, 1952 й. киске төҙөлөш техникумы булараҡ асыла, 1955 й. алып төҙөлөш техникумы, 1998 й. С.т., и.һ.х.к., 2015 й. Стәрлетамаҡ технология колледжы һәм 3‑сө һөнәрселек лицейы ҡушылғандан һуң Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы. Уҡытыу көндөҙгө...

СТӘРЛЕТАМАҠ ТЕХНОЛОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ ТЕХНОЛОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1970 й. технология техникумы булараҡ асыла, 1992 й. С.т.к., 2015 й. — Стәрлетамаҡ төҙөлөш, иҡтисад һәм хоҡуҡ колледжына ҡушылғандан һуң Стәрлетамаҡ төҙәлеш һәм һөнәри технологиялар колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып...

СТӘРЛЕТАМАҠ СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ТЕХНИКУМЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ТЕХНИКУМЫ, 1955 й. Силәбе юл машиналары эшләү техникумы филиалы базаһында киске машиналар эшләү техникумы булараҡ асыла, 1961 й. алып машиналар эшләү техникумы, 1969 й. — С.с.э.т., 2011 й. — 15‑се һөнәрселек лицейы м‑н берләштерелгәндән һуң Стәрлетамаҡ политехник техникумы....

СТӘРЛЕТАМАҠ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1991 й. пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1997 й. алып С.п.к., 2012 й. — Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәр биреү колледжы. Уҡытыу көндөҙгө, ситтән тороп һәм көндөҙгө- ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә мәктәпкәсә белем биреү, һынлы сәнғәт һәм һыҙым, компьютер селтәрҙәре, ғәмәли информатика,...

СТӘРЛЕТАМАҠ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1935 й. акушерлыҡ мәктәбе булараҡ асыла, 1939 й. алып фельдшер‑акушерлыҡ мәктәбе, 1947 й. — мед. техникумы, 1954 й. — мед. уч‑щеһы, 2003 й. хәҙ. статусын ала. Күмертау ҡ. филиалы бар (1990 й. нигеҙләнгән). Уҡытыу көндөҙгө бүлектә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: акушерлыҡ...

СТӘРЛЕТАМАҠ ЛИЦЕЙЫ №3

СТӘРЛЕТАМАҠ ЛИЦЕЙЫ №3, 1912 й. башланғыс мәктәп булараҡ асыла, 1926 й. алып 7 йыллыҡ фабрика‑завод мәктәбе, 1933 й. — 3‑сө урта мәктәп, 2009 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша, 2 спорт һәм уҡыу залдары, лицей тарихы музейы, техник һәм хеҙмәттәр күрһәтеү тармағы кабинеттары, ял...

СТӘРЛЕТАМАҠ ГИМНАЗИЯҺЫ №1

СТӘРЛЕТАМАҠ ГИМНАЗИЯҺЫ №1, 1991 й. 20‑се урта мәктәп (1983 й. нигеҙләнгән) базаһында асыла. 2 компьютер класы, китапханаһы, медиатекаһы, тренажёр һәм 2 спорт залы, слесарлыҡ һәм ағас эше оҫтаханалары, телестудияһы, тиры, дендрарийы, емеш‑еләк баҡсаһы бар. Уҡыу йортон 2 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2015). Р.Р.Тажиев...

СТӘРЛЕТАМАҠ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ, Стәрлетамаҡ р‑ны Наумовка а. урынлашҡан. 1921 й. Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантонының Ермолаевка а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) Көйөргәҙе а.х. техникумы булараҡ асыла, 1933 й. алып Көйөргәҙе, 1957 й. — Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумы, 1972 й. — Стәрлетамаҡ р‑ны “Заливной”...

СТӘРЛЕБАШ УРТА МӘКТӘБЕ №1

СТӘРЛЕБАШ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Стәрлебаш р‑нында урынлашҡан. 1909 й. мәктәп базаһында татар донъяуи мәктәбе булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс, 1921 й. — 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1931 й. — өлгөлө мәктәп, 1932 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1935 й. хәҙ....

СТӘРЛЕБАШ МӘҘРӘСӘҺЕ

СТӘРЛЕБАШ МӘҘРӘСӘҺЕ, юғары уҡыу йорто. 1720 й. Нуғай даруғаһының Тәлтем‑Юрматы улусы Стәрлебаш а. (хәҙ. БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) мәсете эргәһендә асыла. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, хәйер, иғәнә аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә процесына мөҙәрис м‑н мәсеттең имам-хатибы етәкселек итә....

СТАТИСТИКА, ИНФОРМАТИКА ҺӘМ ХИСАПЛАУ ТЕХНИКАҺЫ КОЛЛЕДЖЫ

СТАТИСТИКА, ИНФОРМАТИКА ҺӘМ ХИСАПЛАУ ТЕХНИКАҺЫ КОЛЛЕДЖЫ, 1932 й. Башҡ‑н план- иҡт. техникумы булараҡ асыла, 1942 й. алып статистика техникумы, 1967 й. — иҫәпте механизациялау техникумы, 1990 й. — информатика һәм хисаплау техникаһы техникумы, 1992 й. — Өфө статистика, информатика һәм хисаплау техникаһы...

СОЦИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

СОЦИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, социология өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы, махсус һәм өҫтәлмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Махсус С.б.б.б. дөйөм социология, иҡт. социологияһы, идара итеү социологияһынан тора. 1990—99 йй. социология фәнни дисциплина булараҡ бөтә вуздарҙа ла...

СИБАЙ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ

СИБАЙ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ, 1997 й. Сәнғәт училищеһы филиалы булараҡ асыла, 2005 й. хәҙерге статусын ала. 2020 й. К.А.Вәлиев исеме бирелә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә актёрлыҡ сәнғәте, вокал сәнғәте, һынлы сәнғәт, музыкаль инструменттарҙа (халыҡ оркестры инструменттары, ҡыллы, тынлы һәм һуҡма оркестр инструменттары,...

СИБАЙ ПОЛИТЕХНИК КОЛЛЕДЖЫ

СИБАЙ ПОЛИТЕХНИК КОЛЛЕДЖЫ, 1959 й. Баймаҡ тау‑механика техникумы филиалы булараҡ асыла, 1962 й. алып тау‑байыҡтырыу техникумы (1966 й. тиклем киске), 1994 й. — С.п.к., 2013 й. — Сибай сауҙа‑иҡт. колледжы м‑н ҡушылғандан һуң Сибай күп профилле һөнәр биреү колледжы. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә мәғлүмәт эшкәртеүҙең...

СИБАЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

СИБАЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1963 й. пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1994 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә башланғыс кластарҙа уҡытыу, мәктәпкәсә белем биреү, өҫтәмә белем биреү педагогикаһы, музыка белеме, ғәмәли информатика, физик культура б‑са алып барыла. Ағас эше һәм слесарлыҡ оҫтаханалары,...

СИБАЙ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ

СИБАЙ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1959 й. Салауат мед. уч‑щеһының (ҡара: Салауат медицина колледжы) фельдшерлыҡ бүлеге базаһында мед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә дауалау эше, акушерлыҡ эше, шәфҡәт туташы эше һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, компьютер класы,...

СИБАЙ ЛИЦЕЙЫ №9

СИБАЙ ЛИЦЕЙЫ №9, 1981 й. 9‑сы урта мәктәп булараҡ асыла, 1997 й. алып 9‑сы мәктәп‑лицей, 2000 й. хәҙ. статусын ала. Тамаша, күргәҙмә, лекция, бейеү, спорт, тренажёр һәм уҡыу залдары, компьютер һәм мед. кабинеттары, китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү, лицей тарихы һәм хәрби дан музейҙары, тиры, слесарлыҡ,...

САЛҠАҠ УРТА МӘКТӘБЕ

САЛҠАҠ УРТА МӘКТӘБЕ, Борай р‑нында урынлашҡан. 1899 й. земство мәктәбе булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1922 й. — башланғыс мәктәп, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, спорт залы, слесарлыҡ...