Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

САЛАУАТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

САЛАУАТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1961 й. пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1994 й. алып С.п.к., 2012 й. — Салауат мәғариф һәм проф. технологиялар колледжы. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә һәм экстернат формаһында мәктәпкәсә белем биреү, башланғыс белем биреүҙә коррекция пед., ғәмәли информатика, туризм, ҡунаҡхана сервисы,...

САЛАУАТ МУЗЫКА КОЛЛЕДЖЫ

САЛАУАТ МУЗЫКА КОЛЛЕДЖЫ, 1961 й. музыка уч‑щеһы булараҡ асыла, 2008 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә инструменталь башҡарыу, эстрада музыка сәнғәте (эстрада оркестры инструменттары), халыҡ йырын яңғыҙ һәм хор м-н башҡарыу, хор м‑н дирижёрлыҡ итеү, музыка теорияһы һөнәрҙәре б‑са алып барыла....

САЛАУАТ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ

САЛАУАТ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1955 й. фельдшерлыҡ мәктәбе булараҡ асыла. 1960 й. алып мед. уч‑щеһы, 2006 й. хәҙ. статусын ала. 1959 й. фельдшерлыҡ бүлеге Сибай ҡ. (ҡара: Сибай медицина колледжы) күсерелә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә акушерлыҡ эше, дауалау эше, шәфҡәт туташы эше һөнәрҙәре б‑са алып барыла....

САЛАУАТ ИНДУСТРИАЛЬ КОЛЛЕДЖЫ

САЛАУАТ ИНДУСТРИАЛЬ КОЛЛЕДЖЫ, 1957 й. Өфө урман техникумы (ҡара: Урман хужалығы техникумы) базаһында урман техникумы булараҡ асыла. 1958 й. алып Ишембай нефтехимия техникумы м‑н берләштерелгәндән һуң индустриаль техникум, 1994 й. хәҙ. статусын ала. 2014 й. Һөнәрселек училищеһы №19 ҡушыла. Уҡытыу көндөҙгө...

САҠМАҒОШ УРТА МӘКТӘБЕ №1

САҠМАҒОШ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Саҡмағош р‑ны. 1922 й. БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Ҡалмаш а. (хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла. 1928 й. ш. уҡ кантондың Саҡмағош а. (хәҙ. Саҡмағош р‑ны) күсерелә, 1929 й. алып колхозсы йәштәр мәктәбе, 1936 й. Саҡмағош өлгөлө башланғыс...

САБЫЙҘАР ЙОРТО

САБЫЙҘАР ЙОРТО, етем балаларҙы, ата‑әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы, үҫешендә физик һәм психик тайпылыштар булған балаларҙы тәрбиәләү, уларға дауалау‑иҫкәртеү ярҙамы күрһәтеү, медик‑психологик‑пед. реабилитациялау өсөн тәғәйенләнгән учреждениелар. С.й. һаулыҡ һаҡлау органдары ҡарамағында, улар...

РЕАЛЬ УЧИЛИЩЕЛАР

РЕАЛЬ УЧИЛИЩЕЛАР, Рәсәйҙә тәбиғәт‑матем. циклы фәндәрен тәрән өйрәнгән тулы булмаған урта йәки урта уҡыу йорттары. 1872 йылғы уставҡа ярашлы реаль гимназиялар урынына ойошторолалар. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында булалар. Ҡаҙна, ҡала йәмғиәттәре, земстволар һәм айырым кешеләр аҡсаһына тотолалар....

ПСИХОЛОГИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ПСИХОЛОГИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, психология өлкәһендә юғары квали‑ фикациялы белгестәр әҙерләү системаһы; өҫтәлмә махсус белем биреү төрө, кешеләрҙең үҙ‑ара мөнәсәбәттәре м‑н бәйле проф. бурыстарҙы хәл итеү өсөн төрлө тармаҡ белгестәрен әҙерләү. П.б.б. соц.‑гуманитар, тәбиғәт‑ғилми һәм дөйөм проф. психология...

ПСИХОЛОГИЯ

ПСИХОЛОГИЯ (психо... һәм ...логия), кешеләрҙең һәм хайуандарҙың психик тормошо законлыҡтары, механизмдары һәм факттары т‑дағы фән. Тәүҙә П. өйрәнгән күренештәр “күңел” тигән дөйөм термин эсенә алынып, философия бүлегенең предметы була, был бүлек 16 б. П. тип атала башлай. 17—18 бб. механистик филос....

ПРОФСОЮЗ КАДРҘАРЫНЫҢ КВАЛИФИКАЦИЯҺЫН КҮТӘРЕҮ ИНСТИТУТЫ

ПРОФСОЮЗ КАДРҘАРЫНЫҢ КВАЛИФИКАЦИЯҺЫН КҮТӘРЕҮ ИНСТИТУТЫ, өҫтәлмә проф. белем биргән мәғариф учреждениеһы. 1961 й. стационар проф. курстарбулараҡ асыла, 1990 й. алып уҡытыу-методик үҙәге, 1993 й. — Өҙлөкһөҙ белем биреү һәм соц. прогнозлау үҙәге, 1998 й. башлап БР Профсоюздар федерацияһының П.к.к. к.и....

ПРОФИЛЛЕ УҠЫТЫУ

ПРОФИЛЛЕ УҠЫТЫУ, өлкән класс уҡыусыларының проф. ҡыҙыҡһыныуҙарына һәм ниәттәренә ярашлы, уҡытыу барышында айырым предметтарҙы тәрән өйрәнеүҙе тәьмин иткән дифференциациялау һәм индивидуалләштереү сараһы. Дөйөм белем биреүҙең өлкән баҫҡысында профилле уҡытыу концепцияһына (2002), РФ Хөкүмәтенең “Урта...

ПРОГИМНАЗИЯЛАР

ПРОГИМНАЗИЯЛАР, Рәсәйҙәге тулы булмаған урта уҡыу йорттары, гимназияның башланғыс кластарына тап килгәндәр. Ирҙәр, ҡатын‑ҡыҙҙар, хәрби П. булған. Гимназияларҙың һәм прогимназияларҙың уставына (1864) һәм “Ҡатын‑ҡыҙҙар гимназиялары һәм прогимназиялары тураһында положение” ға (1870) ярашлы, 2‑се һәм 3‑сө...

ПЕРМЬ ТАТАР-БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ

ПЕРМЬ ТАТАР‑БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ, 1929 й. Урал пед. техникумының (Свердловск ҡ.) филиалы булараҡ асыла. 1940 й. алып Молотов татар‑башҡ. пед. техникумы, 1942 й. Молотов өлк. Ҡуян а. күсерелә. БАССР Мәғариф ХК ҡарамағында булған. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре б‑са...

ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе һ.б. әҙерләгән урта махсус уҡыу йорттары (ҡара: Музыка белеме биреү, Педагогик белем биреү). Революциянан (1917) һуң уҡытыусылар мәктәптәре һәм семинариялары (ҡара: Благовещен уҡытыусылар семинарияһы, Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе,...

ПЕДАГОГИКА

ПЕДАГОГИКА (гр. paidagógiké), 1) кешене тәрбиәләү һәм уҡытыу т‑дағы фән; 2) тәрбиә биреү, белем биреү һәм уҡытыу м‑н бәйле булған фәнни тикшеренеүҙәр өлкәһе; 3) тәрбиә биреү, уҡытыу, белем биреү стратегияһына, маҡсаттарына, йөкмәткеһенә һәм тактикаһына бәйле идеялар, фекерҙәр, ҡараштар (дини, ижт.,...

ПЕДАГОГИК БЕЛЕМ БИРЕҮ

ПЕДАГОГИК БЕЛЕМ БИРЕҮ, педагогика өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Бөтә типтағы уҡыу йорттары (ҡара: Юғары белем, Башланғыс профессиональ белем, Урта профессиональ белем, Мәғариф) өсөн пед. кадрҙар әҙерләү һәм яңынан әҙерләү б‑са бер‑береһе м‑н үҙ‑ара бәйле учреждениелар...

ӨФӨ ЭШҠЫУАРЛЫҠ, ЭКОЛОГИЯ ҺӘМ ДИЗАЙН КОЛЛЕДЖЫ

ӨФӨ ЭШҠЫУАРЛЫҠ, ЭКОЛОГИЯ ҺӘМ ДИЗАЙН КОЛЛЕДЖЫ, 1909 й. Сауҙа мәктәбе булараҡ асыла, 1919 й. алып Өфө һөнәрселек коммерция кластары, 1921 й. — сәнәғәт‑иҡт. мәктәбе, 1922 й. — сәнәғәт‑иҡт. техникумы. 1926 й. Өфө контора‑сауҙа өйрәнсектәр мәктәбе (ҡара: Һөнәрселек лицейы №136) составына инә, 1936 й. башлап...

ӨФӨ СӘНҒӘТ МӘКТӘБЕ

ӨФӨ СӘНҒӘТ МӘКТӘБЕ, өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. 1977 й. 1‑се балалар художество мәктәбе һәм 6‑сы музыка мәктәбе, Орджоникидзе С. исемендәге мәҙәниәт һарайының музыкаль-хор студияһы базаһында Өфө сәнғәт мәктәбе (Башҡортостанда тәүге) булараҡ асыла, 2004 й. алып Өфө балалар сәнғәт...

ӨФӨ ИР БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ

ӨФӨ ИР БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ, 1828 й. асыла. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Инеү имтихандарын тапшырған 10 йәше тулған бөтә ҡатлам балалары ла ҡабул ителә. Уҡыу түләүле була (йылына 10 һум). Әҙерлек класы эшләй. Уҡыу курсы — 8 йыл. Программа гимназияның традицион уҡыу предметтарынан тора,...

ӨҪТӘЛМӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

ӨҪТӘЛМӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, шәхесте танып белеүгә, ижадҡа дәртләндереү һәм өҫтәлмә белем биреү программаларын һәм хеҙмәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн тәғәйенләнгән белем биреү ойошмалары. Балалар өсөн Ө.б.б.у. төп бурыстары: һөнәри үҙбилдәләнеш һәм ижади хеҙмәт өсөн шарттар тыуҙырыу; йәмғиәттә...