Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №56

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №56, 1949 й. Октябрьский ҡ. 28‑се фабрика‑завод өйрәнсектәр мәктәбе булараҡ асыла. 1958 й. башлап 2‑се техник уч‑ще, 1963 й. — 30‑сы ҡала ПТУ, 1984 й. — 56‑сы урта ПТУ, 1995 й. — 56‑сы Һ.л., 2014 й. Октябрьский нефть колледжы м‑н берләштерелә. Туймазы р‑ны Ҡандра а. филиалы була (1994...

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №136

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №136, 1925 й. Өфөлә контора‑сауҙа өйрәнсектәр мәктәбе булараҡ асыла. 1936 й. башлап ашнаҡсылар һәм һатыусылар әҙерләү б‑са уҡыу‑курс комб‑ты, 1940 й. — сауҙа‑кулинария өйрәнсектәр мәктәбе, 1967 й. — кулинария уч‑щеһы, 1985 й. — 136‑сы ПУ, 1992 й. — 136‑сы юғары ПУ, 1995 й. — 136‑сы...

ҺАМАР УРТА МӘКТӘБЕ

ҺАМАР УРТА МӘКТӘБЕ, Хәйбулла р‑нында урынлашҡан. 1894 й. 2 йыллыҡ сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1918 й. алып 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, уҡыу оҫтаханаһы, тамаша һәм спорт залдары, китапханаһы,...

ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, халыҡ мәктәптәре, Рәсәйҙә революцияға (1917) тиклем халыҡ массалары уҡый алырлыҡ башланғыс уч-щеларҙың дөйөм атамаһы. 1786—1804 йй. төп халыҡ училищеларының һәм кесе халыҡ училищеларының рәсми исеме. “Башланғыс халыҡ училищелары тураһында положение” (1864, 1874) б-са Х.у. бөтә ведомстволарҙың,...

ХАЗАНКИН Вениамин Григорьевич

ХАЗАНКИН Вениамин Григорьевич (12.5.1950, Белорет ҡ.), педагог. Техник ф. канд. (1980). Р.Г.Хазанкиндың ҡустыһы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй (өлкән ғилми хеҙм-р). 1986 й. алып ӨАИ-ла, 1989 й. — Урал төбәк эксперименталь уҡытыу-ғилми комплексы (Өфө) ректоры. 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт...

ФЁДОРОВКА УРТАМӘКТӘБЕ №1

ФЁДОРОВКА УРТА МӘКТӘБЕ №1, Фёдоровка р‑нында урынлашҡан. 1875 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1907 й. алып земство мәктәбе, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 й. башлап тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. статусын ала, 1981 й. хәҙ. исемен...

ФӘТҠУЛЛИН Хөсәйен Ямалетдин улы

ФӘТҠУЛЛИН Хөсәйен Ямалетдин улы [5.9.1887, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 12.5.1979, шунда уҡ], педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1943), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлағандан...

ҮҪМЕРҘӘР КЛУБТАРЫ ҺӘМ ЙӘШТӘР ҮҘӘКТӘРЕ

ҮҪМЕРҘӘР КЛУБТАРЫ ҺӘМ ЙӘШТӘР ҮҘӘКТӘРЕ, 11—12 йәштән 15—16 йәшкә тиклемге бәлиғ булмағандар һәм 30 йәшкә тиклемге йәштәр араһында ҡарауһыҙлыҡты һәм закон боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, реабилитациялау, ялды ойоштороу, социалләштереү өсөн тәғәйенләнгән махсус учреждениелар. РФ‑тың “Етем балаларҙы һәм ата‑әсә ҡарауынан...

ҮРГЕ ТӘТЕШЛЕ УРТА МӘКТӘБЕ №1

ҮРГЕ ТӘТЕШЛЕ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Тәтешле р‑нында урынлашҡан. 1895 й. 2 класлы башланғыс уч‑ще булараҡ асыла, 1919 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 20‑се йй. уртаһынан — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1933 й. — 7 йыллыҡ мәктәп, 1937 й. — урта мәктәп, 1973 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Китапханаһы, 2 компьютер класы,...

ҮРГЕ ҠАРЫШ УРТА МӘКТӘБЕ

ҮРГЕ ҠАРЫШ УРТА МӘКТӘБЕ, Балтас р‑нында урынлашҡан. 1749 й. Батырша тарафынан Себер даруғаһы Танып улусы Ҡарышбаш а. мәҙрәсә булараҡ асыла. 1919 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1929 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1932 й. — 7 йыллыҡ, 1937 й. — урта мәктәп, 1992 й. — Ғ.Ғәлиев—Батырша исемен ала. Түб. Ҡарыш,...

ҮРГЕ ЙӘРКӘЙ ГИМНАЗИЯҺЫ №1

ҮРГЕ ЙӘРКӘЙ ГИМНАЗИЯҺЫ №1, Илеш р‑нында урынлашҡан. 1917 й. башланғыс мәктәп булараҡ асыла, 1936 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе м‑н ҡушылғандан һуң урта мәктәп, 1976 й. — 1‑се урта мәктәп, 2007 й. хәҙ. статусын ала. Китапханаһы, 2 компьютер класы, интернаты, тамаша һәм спорт залдары, уҡытыу оҫтаханаһы,...

УЧИЛИЩЕЛАР

УЧИЛИЩЕЛАР, Рәсәйҙә проф., урта махсус, ш. уҡ ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары; революцияға (1917) тиклем — башланғыс, урта махсус һәм проф. уҡыу йорттары (ҡара: Ер үлсәү училищеһы, Коммерция училищеһы, Мәхәллә училищелары, Өйәҙ училищелары, Реаль училищелар, Халыҡ училищелары һ.б.). 1930 йй. алып байтаҡ...

УСМАНОВ Ғәлимйән Усман улы

УСМАНОВ Ғәлимйән Усман улы (18.6.1880, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Һынны‑Илсембәт а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Һынны а., — 10.5.1974, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Күсәрбай а.), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1949). 1904—05 йй. рус‑япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы....

УСМАНОВ Ғайса Мортаза улы

УСМАНОВ Ғайса Мортаза улы [20.11.1925, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ахун а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 1.8.2005, шунда уҡ], педагог. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлаған (1953). 1950 й. алып Учалы р‑нының Ахун урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1955...

УРТА ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ

УРТА ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ, проф. белемдең икенсе баҫҡысы, маҡсаты — урта квалификациялы белгестәр әҙерләү; ижади һәм проф. фекерләүҙе үҫтерергә булышлыҡ иткән дөйөм теоретик һәм махсус белемдәр һәм проф. күнекмәләр йыйылмаһы. Ҡайһы бер һөнәрҙәр өсөн У.п.б. — проф. әҙерлектең юғары баҫҡысы (балет, цирк...

УРТА БЕЛЕМ

УРТА БЕЛЕМ, дөйөм белемдең икенсе баҫҡысы, маҡсаты — уҡыусыларҙың тейешле уҡыу программаларын үҙләштереүе; юғары белем өсөн нигеҙ булып тора. Дөйөм У.б. һәм урта профессиональ белем айырыла (ҡара: Мәғариф). Башҡортостанда У.б. формалашыуы мәсеттәрҙә (ҡара: Мәҙрәсә) мосолман дини мәктәптәре таралыуға...

УРАЛ ЯНЫ СЫУАШ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ

УРАЛ ЯНЫ СЫУАШ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ. 1918 й. Өфөлә сыуаш уҡытыусылар семинарияһы булараҡ асыла, 1920 й. алып 3 йыллыҡ пед. курстары, 1922 й. — У.я.с.п.т., 1937 й. башлап пед. уч‑щеһы. 1930 й. Бәләбәй ҡ. күсерелә, 1941 й. Бәләбәй пед. уч‑щеһы (ҡара: Бәләбәй педагогия колледжы) составына инә. Сыуаш һәм...

УРАҘ АГРАР ЛИЦЕЙЫ

УРАҘ АГРАР ЛИЦЕЙЫ, Учалы районында урынлашҡан. 1906 й. мәктәп булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1966 й. — урта мәктәп, 1996 й. башлап хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. 2020 й. Т.Й.Ғиниәтуллин исеме бирелгән. Учалы районы Ишмәкәй а....

УНИВЕРСИТЕТТАР

УНИВЕРСИТЕТТАР (лат. universitas — йыйылма), әҙерлек йүнәлештәренең (һөнәрҙәрҙең) киң спектры б‑са юғары белем һәм вуздан һуң проф. белем биреү программаларын тормошҡа ашырған юғары ғилми уҡыу йорттары; юғары квалификациялы хеҙм‑рҙәрҙе, ғилми һәм ғилми‑пед. хеҙм‑рҙәрҙе әҙерләй, яңынан әҙерләй һәм (йәки)...

УҠЫУ‑УҠЫТЫУ ОКРУГТАРЫ

УҠЫУ‑УҠЫТЫУ ОКРУГТАРЫ, Рәсәйҙә бер нисә губернаның уҡыу йорттарынан урындағы идара системаһын ойошторған уҡытыу‑адм. бүлексәләр. “Халыҡ мәғарифының яҡынса ҡағиҙәләре”нә (1803) ярашлы булдырыла. 6 У.‑у.о. билдәле, 20 б. башында — 12. Университеттар эргәһендәге училище ком‑ттары, 1835 й. алып Халыҡ мәғарифы...