Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТУПЛЫ ХОККЕЙ

ТУПЛЫ ХОККЕЙ, спорт төрө, боҙло майҙанда сәкән һәм туп м‑н команда уйыны. Башҡортостанда Т.х. 1910 й. алып үҫешә. 1937 й. “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте командаһы РСФСР‑ҙың авт. респ. һәм өлкәләре спартакиадаһының бронза призёры була. 1982 й. Өфөлә “Кировец” спорт комб‑ты ДЮСШ‑нда, 1988 й. — 10‑сы...

ТРАМПЛИНДАН САҢҒЫЛА ҺИКЕРЕҮ

ТРАМПЛИНДАН САҢҒЫЛА ҺИКЕРЕҮ, үҙ эсенә трамплиндан саңғыла һикереүҙе алған спорт төрө (критик көсө 20—120 м). Һикереү техникаһы (стиль) үтәлеше һәм алыҫлығы баһалана. Ике зачёт ынтылышы балдары йыйылмаһына ҡарап һөҙөмтә билдәләнә. Башҡортостанда 1934 й. алып Өфөлә тәүге трамплин (критик ҡеүәте 20 м;...

ТЕННИС

ТЕННИС, уртаһында сетка торған майҙансыҡта (кортта) туп һәм ракеткалар м‑н спорт уйыны. Яңғыҙ (ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар) һәм парлы (ирҙәр, ҡатын‑ҡыҙҙар һәм ҡатнаш) ярыштар айырыла. Башҡортостанда Т. үҫеше Өфөлә 1910 й. Видинеев баҡсаһында (ҡара: Аксаков С.Т. исемендәге баҡса) һәм Ушаков паркында (ҡара:...

ТАУ САҢҒЫҺЫ СПОРТЫ

ТАУ САҢҒЫҺЫ СПОРТЫ, ҡапҡалар м‑н билдәләнгән махсус трассалар б‑са саңғыла ваҡытҡа тауҙан төшөү. Тиҙлеккә төшөү, слалом, слалом‑гигант, супергигант һәм күпбәйге б‑са ярыш төрҙәре айырыла. Башҡортостанда Т.с.с. 20 б. 40‑сы йй. аҙ. Белорет ҡ. үҫеш ала. 1959 й. Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә Т.с.с. бүлеге,...

СТАДИОНДАР

СТАДИОНДАР (гр. stadion — спорт ярыштары өсөн урын), тамашасы өсөн трибуналар м‑н уратып алынған спорт йәҙрәһен (футбол яланы, еңел атлетика өсөн йүгереү юлдары, һикереү һәм ырғытыу урындары), спорт уйындары һәм гимнастика өсөн майҙансыҡтарҙы үҙ эсенә алған комплекслы спорт ҡоролмалары. Башҡортостанда...

СПОРТТА МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР

СПОРТТА МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР, рәсми халыҡ‑ара һәм милли спорт ярыштарында күрһәтелгән ҡаҙаныштар һәм спорт классификацияһы б‑са билдәләнгән нормативтарҙы үтәгәне, пед. һәм тренерлыҡ эшмәкәрлектәре һ.б. өсөн бирелә. 1966 й. БАССР‑ҙың спорт йәмғиәттәре һәм ойошмалары союзы “БАССР‑ҙың иң яҡшы физик культура...

СПОРТ ҺАРАЙҘАРЫ

СПОРТ ҺАРАЙҘАРЫ, төрлө спорт төрҙәре б‑са күнекмәләр һәм ярыштар, тамаша һәм күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар үткәреү өсөн ябыулы архитектур ҡоролмалар. Спорт бассейндары, боҙ майҙансыҡтары, спорт һәм тренажёр залдары, трибуналары, ярҙамсы биналары һ.б. бар. Башҡортостанда тәүге С.һ. 1967 й. Өфө...

СПОРТ ФЕДЕРАЦИЯЛАРЫ

СПОРТ ФЕДЕРАЦИЯЛАРЫ, физик культура һәм спорт өлкәһендә халыҡ‑ара (бөтә донъя һәм төбәк) һәм хөкүмәт ҡарамағында булмаған милли ойошмалар. Башҡортостанда С.ф. 20 б. 50‑се йй. башында ойошторола. БР‑ҙа 85‑тән ашыу С.ф. эшләй (2008): биатлон, бокс, велосипед спорты, грек‑рим көрәше, дзюдо, еңел атлетика,...

СПОРТ ТУРИЗМЫ

СПОРТ ТУРИЗМЫ, спорт төрө, төрлө ҡатмарлы категориялы йәки класлы туристик маршруттар һәм дистанциялар б‑са ярыштар. Һыу, тау, атлы, йәйәүле һ.б. төрҙәре айырыла; дисциплиналары: спорт маршруттары (ситтән тороп ярышыу, унда спортсылар үҙҙәре геогр. районды, маршруттың оҙонлоғон һәм оҙайлығын, ш. уҡ...

СПОРТ ОРИЕНТИРЫ

СПОРТ ОРИЕНТИРЫ, ярышта ҡатнашыусылар спорт картаһы һәм компас ярҙамында төбәктә контроль пункттарҙы үтергә тейешле спорт төрө. С.о. хәрәкәт итеү ысулдары (йүгереү, саңғыла һәм велосипедта) һәм мәсьәләләр үтәлеше (бирелгән йүнәлештә ориентир, тамғаланған трассала, һайлау б‑са, теүәл ориентир) б‑са айырыла....

СПОРТ НАГРАДАЛАРЫ

СПОРТ НАГРАДАЛАРЫ, спортсының хеҙмәттәрен күреү таныҡлығы, дәртләндереүҙең бер формаһы. С.н. 19 б. 2‑се ярт. алып заманса спорт төрҙәре үҫешеү, милли һәм халыҡ‑ара спорт ярыштары ойоштороу, спорт берекмәләрен булдырыу м‑н индерелә. С.н. донъя, континент һәм милли рекордтар өсөн бирелә, уларға Олимпия...

СПОРТ МӘКТӘПТӘРЕ

СПОРТ МӘКТӘПТӘРЕ, спортсыларҙы әҙерләгән махсус учреждениелар. С.м. 3 төрө айырыла: балалар- үҫмерҙәр, олимпия резервы (махсус) һәм юғары спорт оҫталығы. Башҡортостанда беренсе С.м. 1946 й. Өфөлә асыла (ҡара: Юғары спорт оҫталығы мәктәбе). Респ. 130‑ға яҡын С.м. эшләй (2008), шулар араһында Биатлон...

СПОРТ ҠОРОЛМАЛАРЫ

СПОРТ ҠОРОЛМАЛАРЫ, һауыҡтырыу һәм уҡыу‑күнекмәләр дәрестәре, төрлө спорт төрҙәре б‑са ярыштар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән айырым биналар һәм төҙөлөш комплекстары. Спорт‑тамаша (демонстрация), уҡыу- күнекмәләр һәм физкультура‑һауыҡтырыу ҡоролмалары айырыла. БР‑ҙа 10,3‑тән ашыу С.ҡ. эшләй: 132 спорт бассейны,...

СПОРТ КЛУБТАРЫ

СПОРТ КЛУБТАРЫ, спортсыларҙы һәм спорт яратыусыларҙы берләштергән йәмәғәт йәки шәхси ойошмалар. С.к. төп маҡсаты һәм бурыстары: матди‑техник базаны үҫтереү, физкультура‑һауыҡтырыу һәм спорт сараларын, спортсыларҙы һәм командаларҙы төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашыуға әҙерләү өсөн уҡыу‑күнекмәләр йыйындарын...

СПОРТ ЙӘМҒИӘТТӘРЕ

СПОРТ ЙӘМҒИӘТТӘРЕ, физик культура, спорт һәм туризмды үҫтереү маҡсатында булдырылған күмәк йәмәғәт берекмәләре. Башҡортостанда тәүге С.й. 1925 й. Өфөлә ойошторола (ҡара: “Динамо”). Респ. “Динамо”, “Спартак” С.й. һәм Профсоюздар спорт йәмғиәте эшләй (2008). Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина...

СПОРТ ГИМНАСТИКАҺЫ

СПОРТ ГИМНАСТИКАҺЫ, гимнастик снарядтарҙа, ирекле күнегеү һәм таяныслы һикереү ярыштарын үҙ эсенә алған спорт төрө. Айырым төрҙәрҙәге һәм күпбәйгеләге ярыштар айырыла. Башҡортостанда С.г. үҫеше 20 б. 20‑се йй. башында “Сокол” Өфө гимнастика клубы асылыуға бәйле. 1923 й. С.г. 1‑се Бөтә башҡорт олимпиадаһы...

СПОРТ

СПОРТ (ингл. sport), физик культураның состав өлөшө, физик тәрбиәләү сараһы һәм ысулы, төрлө физик күнекмәләр б‑са ярыштар ойоштороу системаһы. Һәүәҫкәр (күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы) һәм проф. С. айырыла. Башҡортостанда күп халыҡ ҡатнашлығындағы С. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1923 й. Башҡ‑н ҮБК эргәһендә...

СПАРТАКИАДА

СПАРТАКИАДА, традицион комплекслы күмәк спорт ярыштары. СССР‑ҙа беренсе С. 20 б. 20‑се йй. башынан үткәрелә башлай. 1928 й. БАССР йыйылма командаһы тәүге тапҡыр РСФСР‑ҙың авт. респ. һәм өлкә спартакиадаһында ҡатнаша, 1932 й. 1‑се Урал‑Кузбасс спартакиадаһының бронза призёры була. 1956—91 йй. СССР һәм...

СОФТБОЛ

СОФТБОЛ (ингл. soft — йомшаҡ һәм ball — туп), спорт төрө, бейсболдың бер төрө, туп һәм бита м‑н команда уйыны. Башҡортостанда С. үҫеше 1987 й. Өфө р‑ны Николаевка а. урта мәктәбендә беренсе секция асылыуға бәйле (ҡара: “Башҡортостан”). Өфөлә (18‑се һәм 90‑сы урта мәктәптәр), Булгаков, Нөрлө, Чесноковка,...

СӘХӘБЕТДИНОВ Эдуард Радик улы

СӘХӘБЕТДИНОВ Эдуард Радик улы (11.6.1982, Өфө), спортсы. Грек‑рим көрәше б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡ. физик культура ин‑тын (2006), БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тын (2007) тамамлаған. “Өфөлө” ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Н.Ю.Мазов). Чехияла (Хомутов ҡ., 1998) һәм Португалияла (2001)...