Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗОЛОЕВ Татаркан Магометович

ЗОЛОЕВ Татаркан Магометович (17.11.1905, Терек өлкәһе Волын-Магометан а. — 15.7.1985, Мәскәү ҡ.), нефтсе‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1962). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1975). 1942—63 йй. “Туймазынефть” нефть промыслаһы идаралығының...

ЗНАМЕНСКИЙ Сергей Евгеньевич

ЗНАМЕНСКИЙ Сергей Евгеньевич (30.8.1957, Лебедянь ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2008). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Геология институтында эшләй: 1989 й. алып өлкән, 2008 й. — төп ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге алтын мәғдәне ятҡылыҡтарының һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының...

ЗЕЛЕНЦОВ Анатолий Александрович

ЗЕЛЕНЦОВ Анатолий Александрович (22.1.1854, Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе — ?), тау инженеры. Санкт‑Петербург тау институтын тамамлағандан һуң (1876) Уралда эшләй. 1877—78 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнаша. 1879 й. Екатеринбург тау округының Түбәнге Исәт заводында эш башлай, 1879 й. майында Горноблагодатный...

ЗЕЛЕНКОВ Евгений Петрович

ЗЕЛЕНКОВ Евгений Петрович (1851 — 23.8.1901, Санкт‑Петербург ҡ.), тау инженеры, эшҡыуар. Фән кандидаты. Санкт‑Петербург университетын тамамлағандан һуң (1870) Ырымбур губернаһының алтын приискыларында эшләй. 1886 й. Успенский приискыһында — хлоринация ысулы, 1895 й. (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1897)...

ЗАҺИРОВ Наил Хәйбулла улы

ЗАҺИРОВ Наил Хәйбулла улы [20.11.1925, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы районы) — 27.9.2014, Красноярск ҡ.], тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1971). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР‑ҙың төҫлө металлургия отличнигы (1970, 1978). Б.В. һуғышында...

ЗАКИРОВ Сөмбәт Нәби улы

ЗАКИРОВ Сөмбәт Нәби улы (9.10.1936, Өфө ҡ. — 30.12.2020, Мәскәү ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1973). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтында эшләй; 1987 й. алып РФА‑ның Нефть һәм газ проблемалары институтында...

ЗАВАРИЦКИЙ Александр Николаевич

ЗАВАРИЦКИЙ Александр Николаевич (2.3.1884, Өфө ҡ. — 23.7.1952, Мәскәү ҡ.), геолог, петрограф. СССР ФА академигы (1939), геология‑минералогия фәндәре докторы, профессор (1921). Петербург тау институтын тамамлағандан һуң (1909) 1940 й. тиклем шунда уҡ эшләй: 1921 й. алып геология һәм мәғдән ятҡылыҡтары...