Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯНБАРИСОВ Роберт Абдулла улы

ЯНБАРИСОВ Роберт Абдулла улы (7.5.1932, Мәскәү ҡ. — 8.8.1999, Өфө ҡ.), философ. Тарих фәндәре кандидаты (1974), философия фәндәре докторы (1987). Калининград педагогия институтын тамамлаған (1966). 1951 й. башлап Хәрби‑диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1975 й. алып Хәрби‑диңгеҙ академияһында (Ленинград ҡ.),...

ЮЛДАШБАЕВ Әмир Мырҙағәли улы

ЮЛДАШБАЕВ Әмир Мырҙағәли улы (25.12.1940, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Аҡъяр а. — 27.4.2017, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре кандидаты (1972). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2000). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) 1968 й. тиклем ӨАИ‑ла, 1971 й. алып БДПИ‑ла уҡыта (1987—92 йй. философия...

ЭТИКЕТ

ЭТИКЕТ (фр. etiquette), аралашыуҙың билдәле ситуацияларында үҙеңде тотоуҙың уңайлы моделдәрен тәҡдим иткән һәм кешеләрҙең үҙ‑ара мөнәсәбәтенең тышҡы сағылышын көйләгән нормалар һәм ҡағиҙәләр йыйылмаһы. Хәрби, дипломатик, дөйөм граждан, һөнәри һ.б. төрҙәргә бүленә. Гуманизм, эстетизм принциптарына нигеҙләнә,...

ЭТИКА

ЭТИКА (гр. әхлаҡтың асылын, килеп сығышын, тарихи үҫеше һәм йәшәү ēthika), законлыҡтарын өйрәнгән философия фәне. Э. термины б.э.т. 4 б. боронғо грек философы Аристотель тарафынан индерелә. Норматив (кеше тормошоноң әхлаҡ, йәшәү мәғәнәһе проблемаларын, рухи бурысын өйрәнә) һәм ғәмәли (үлем язаһы, эвтаназия,...

ЭСТЕТИКА

ЭСТЕТИКА (гр. aisthētikos — һиҙемле), кешенең донъяны эстетик үҙләштереүенең дөйөм законлыҡтары, матурлыҡ ҡануны б‑са ижадтың асылы һәм формалары т‑дағы философия фәне. Э. термины тәүге тапҡыр 18 б. уртаһында нем. философы А.Г.Баумгартен тарафынан индерелә. Э. структураһында Э. теорияһы һәм тарихы,...

ЭНГЕЛЬС Фридрих

ЭНГЕЛЬС Фридрих (28.11.1820, Бармен ҡ., Германия — 5.8.1895, Лондон ҡ.), философ, сәйәси эшмәкәр. Марксизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе (ҡара: Марксистик философия). Э. менән К.Маркс — 1‑се Интернационалдың (1864—76) ойоштороусылары һәм етәкселәре. 1849 й. Э. Көньяҡ‑Көнбайыш Германияла барған ҡораллы...

ЫСЫНБАРЛЫҠ

ЫСЫНБАРЛЫҠ, й ә ш ә й е ш, философияла төп категорияларҙың береһе һәм онтологияның үҙәк төшөнсәһе. Ы. берәй нәмә (матди предмет, психик феномен йәки бөтә йыһан) йәшәйешенең төп фундаменталь нигеҙе булып тора. Йышыраҡ төшөнсә оппозицияһы элементы булараҡ (мәҫ., Ы. һәм аң, Ы. һәм фекерләү, Ы. һәм асыл)...

ЧУДИНОВ Энгельс Матвеевич

ЧУДИНОВ Энгельс Матвеевич (13.10.1930, Бөрө ҡ. — 3.7.1980, Мәскәү ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1968), профессор (1970). ЛДУ‑ны тамамлаған (1953). 1955 й. алып Бөрө педагогия институтында, 1958 й. — ӨАИ‑ла эшләй (1964 й. — марксистик‑ленинсы философияһы һәм фәнни коммунизм кафедраһы мөдире)....

ФРОЛОВА Ирина Васильевна

ФРОЛОВА Ирина Васильевна (12.4.1970, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2011). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДУ‑ның тарих факультетын (1992) һәм Хоҡуҡ институтын (2003) тамамлаған, 1996—2013 йй. һәм 2017 й. алып шунда уҡ уҡыта, бер үк ваҡытта 2009 й. башлап Идара итеү...

ФИХТЕ И.Г. ИСЕМЕНДӘГЕ ӨФӨ ЙӘМҒИӘТЕ

ФИХТЕ И.Г. ИСЕМЕНДӘГЕ ӨФӨ ЙӘМҒИӘТЕ, Т р а н с ц е н д е н т а л ь  м ә к т ә п, мәҙәни-ағартыу һәм филос. берекмә. 1992 й. БДУ‑ла асыла. Мәскәү, С.‑Петербург, Ҡазан, Ырымбур, Стәрлетамаҡ ҡҡ., ш. уҡ Германия һәм Италияның филос. берекмәләре м‑н хеҙмәттәшлек итә. И.Г.Фихте философияһын тәү сығанаҡтарҙан...

ФИНОГЕНТОВ Валерий Николаевич

ФИНОГЕНТОВ Валерий Николаевич (5.7.1953, БАССР‑ҙың Ҡандра районы Ҡандра-Әмин а., хәҙер БР‑ҙың Туймазы районы Ҡандра а.), философ. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1995). РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2021). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) БДПИ‑ла, 1980 й. алып Өфө планетарийында,...

ФИЛОСОФИЯ ЙӘМҒИӘТЕ

ФИЛОСОФИЯ ЙӘМҒИӘТЕ, Бөтә Рәсәй ижтимағи фәнни ойошма. Башҡортостан бүлексәһе 1981 й. Өфөлә СССР Филос. йәмғиәте бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1992 й. алып Рәсәй Ф.й. исемен йөрөтә. Составында 300‑ҙән ашыу кеше (2010). Йәмғиәт философтарҙы берләштереү, философик белем таратыу м‑н шөғөлләнә. Йыл һайын...

ФИЛОСОФИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ФИЛОСОФИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, философия өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Махсус (философия тарихы, онтология һәм танып белеү теорияһы, социаль философия) һәм өҫтәлмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Философия фәнни дисциплина булараҡ вуздарҙа мәжбүри предметтар иҫәбенә инә. Башҡортостанда...

ФИЛОСОФИЯ

ФИЛОСОФИЯ (фил... һәм гр. sophía — аҡыл), кеше, йәмғиәт, донъя, Алла (дини Ф.) йәшәйешенең дөйөм мәсьәләләренә төплө яуап эҙләүгә йүнәлтелгән донъяға ҡараш тибы; тәбиғәттең, йәмғиәттең һәм фекер йөрөтөүҙең төп закондары т‑дағы фән. Антик дәүерҙә Ф. йыһан, уның ҡоролошо, тәү нигеҙе, йыһан, кеше һәм йәмғиәт...

ФӘЙЗУЛЛИН Фәнил Сәйет улы

ФӘЙЗУЛЛИН Фәнил Сәйет улы (20.5.1942, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Яңы Ҡарашиҙе а.), философ, социолог. БР ФА акад. (1991), филос. ф. д‑ры (1983), проф. (1984). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Иглин р‑ны Турбаҫлы урта мәктәбе дир. урынбаҫары,...

УРЫҪ ФИЛОСОФИЯҺЫ

УРЫҪ ФИЛОСОФИЯҺЫ, донъя философияһының тарихи, йөкмәтке һәм идея үҙенсәлеген тәшкил иткән бер өлөшө. У.ф. 11 б. барлыҡҡа килә һәм христиан дине (ҡара: Христианлыҡ) ҡабул итеүгә бәйле. 19 б. классик У.ф. формалаша. Уға антропоцентризм, онтологизм, тарихилыҡ, философик фекерҙе үҙенсәлекле итеп белдереү...

УРМАНЦЕВ Юнир Абдулла улы

УРМАНЦЕВ Юнир Абдулла улы (28.4.1931, Стәрлетамаҡ ҡ. — 20.5.2016, Мәскәү ҡ.), философ. Биология фәндәре кандидаты (1963), философия фәндәре докторы (1974). МДУ‑ның философия (1954) һәм биология‑тупраҡ (1955) факультеттарын тамамлаған. 1963—2006 йй. РФА‑ның К.А.Тимирязев исемендәге Үҫемлектәр физиологияһы...

ТРАХТЕНБЕРГ Орест Владимирович

ТРАХТЕНБЕРГ Орест Владимирович (18.8.1889, Санкт‑Петербург ҡ. — 23.5.1959, Мәскәү ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1939). РСФСР‑ҙың Педагогия фәндәре академияһы академигы (1947). Петроград университетын тамамлаған. 1921 й. алып Мәскәү ҡ.: Н.К.Крупская исемендәге Коммунистик тәрбиә биреү академияһында...

ТАЖУРИЗИНА Зөлфиә Абдулхаҡ ҡыҙы

ТАЖУРИЗИНА Зөлфиә Абдулхаҡ ҡыҙы (26.6.1932, Түбәнге Новгород крайы Красная Горка а. — 10.3.2022, Мәскәү ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1995). МДУ‑ны тамамлаған (1955). 1956 й. алып Таулы Алтай педагогия институтында, 1958 й. — 3‑сө Стәрлетамаҡ киске (сменалы) эшсе йәштәр...

СӨЛӘЙМӘНОВ Марат Ноғман ул

СӨЛӘЙМӘНОВ Марат Ноғман улы (5.4.1957, БАССР‑ҙың Әбйәлил районы Гусев а. — 6.1.1996, Өфө ҡ.), философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1991), профессор (1993). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Йәнгел урта мәктәбе директоры урынбаҫары, 1980 й. алып Әбйәлил районы...