Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯҺАЛМА АУЫРЫУҘАР

ЯҺАЛМА АУЫРЫУҘАР, билдәле ауырыуҙың классик билдәләренә өлөшләтә йәки тулыһынса тап килгән, аңлы рәүештә ҡылынған физик, химик йәки биол. тәбиғәтле тышҡы зарарлаусы факторҙар тәьҫирендә тыуҙырылған ауыртыныу торошо. Я.а. төрлө категориялы граждандар тарафынан ниндәй ҙә булһа йөкләмәнән баш тартыу (хәрбиҙәр...

ЯҪЫ ТАБАНЛЫЛЫҠ

ЯҪЫ ТАБАНЛЫЛЫҠ, табан деформацияһы, уға табан көмбәҙенең ныҡ түбәнәйеүе, терәк һәм рессор функциялары боҙолоуы хас. Буй, арҡыры, ҡатнаш, тыумыштан булған (табандың урта һәм артҡы өлөшө һөйәктәре үҫешенең патологияһы фонында) һәм йәшәү барышында барлыҡҡа килгән (тоташтырғыс туҡыманың системалы дисплазияһы,...

ЯКОВЛЕВА Людмила Викторовна

ЯКОВЛЕВА Людмила Викторовна (6.7.1958, Арзамас ҡ.), педиатр, балалар кардиологы. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2014). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) 1985 й. тиклем Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй. 1991 й. алып БДМУ‑ла (2010 й. башлап дипломдан...

ЮЛДАШЕВ Марс Тимербулат улы

ЮЛДАШЕВ Марс Тимербулат улы [14.4.1937, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Аҙнай а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны)], хирург.Мед.ф.д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың (2003) һәм БР‑ҙың (1992) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Якутск ҡала дауаханаһында эшләй. 1965— 66 йй. һәм 1969 й. алып БДМУ‑ла: 1994 й. башлап...

ЭСӘКТӘРҘЕҢ ҮТКӘРМӘҮСӘНЛЕГЕ

ЭСӘКТӘРҘЕҢ ҮТКӘРМӘҮСӘНЛЕГЕ, и л е у с, эсәктәрҙәге тупланманың хәрәкәте туҡталыуға бәйле киҫкен хирургик ауырыу. Механик (странгуляцион, обтурацион һәм ҡат­наш) һәм функциональ (спастик һәм паралитик) Э.ү. айырыла. Кешелә Э.ү. Симптомдары: газдар һәм оло ярауҙың туҡталыуы, ҡорһаҡта ҡатыу алыу рәүешендәге...

ЭПИЛЕПСИЯ

ЭПИЛЕПСИЯ (гр. epilēpsia), ҡ у я н с ы ҡ, баш мейеһенең хроник ауырыуы, хәрәкәт, һиҙемләү, вегетатив йәки психик функциялар боҙолоуы м‑н барған ҡабатланыусы өйәнәктәр (быума) аша беленә. Э. фокаль сикләнгән, таралған; этиологияһы б‑са — идиопатик, симптоматик һәм криптоген формалары айырыла. Э. башланып...

ЭПИДЕМИОЛОГИЯ

ЭПИДЕМИОЛОГИЯ (гр. epidēmia — күмәк ауырыу һәм ...логия), төрлө ауырыуҙарҙың башланып китеү законлыҡтарын һәм киң таралышын өйрәнгән, уларҙы иҫкәртеү һәм ҡаршы көрәшеү ысулдарын эшләгән фән. 20 б. уртаһына тиклем инфекцион ауырыуҙар, 20 б. аҙ. алып ш. уҡ йөрәк‑ҡан тамырҙары, онкология, нервы‑психик...

ЭНЦЕФАЛИТ

ЭНЦЕФАЛИТ (гр. enkе— phalos баш мейеһе), баш мейеһенең шеш ауырыуы. Патологик процестың урыны б‑са полиоэнцефалит (баш мейеһе ҡабығының һоро матдәһендә йәки олон өлөшөндә), лейкоэнцефалит (мейенең аҡ матдәһендә), панэнцефалит (аҡ һәм һоро матдәләрҙә), менингоэнцефалит (шешеүҙең мейе матдәһенән шекәрәгә...

ЭНДОКРИНОЛОГИЯ

ЭНДОКРИНОЛОГИЯ (гр. endon — эстә, krino — бүләм һәм ...логия), эндокрин системаһы † ағзаларының төҙөлөшөн һәм функцияһын, улар тарафынан эшләп сығарылған гормон­дарҙы, ш. уҡ эндокрин ауырыуҙарҙы өйрәнгән клиник медицина өлкәһе. 20 б. 30‑сы йй. Башҡортостанда боғаҡ ауырыуының респ. таралышы (А.М.Агаронов,...

ЭНДОКРИН АУЫРЫУҘАР

ЭНДОКРИН АУЫРЫУҘАР, гормондар эшләп сығарған бер йәки бер нисә эске секреция биҙенең эшмәкәрлеге боҙолғанда (гипер‑, гипо‑йәки дисфункция) барлыҡҡа килгән ауырыуҙар класы. Гипоталамус‑гипофиз система, ҡалҡан биҙе (мәҫ., боғаҡ), ашҡаҙан аҫты биҙенең утрау һымаҡ аппараты (мәҫ., шәкәр диабеты), бөйөр өҫтө...

ЭМБРИОЛОГИЯ

ЭМБРИОЛОГИЯ (гр. embrion яралғы һәм ... логия), аталанғандан алып тыуғанға †— тиклем яралғының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеүе (тере бала тыуҙырыусы хайуандар), йомортҡанан сығыу (йомортҡа һалыусы хайуандар), метаморфоз осоро тамамланыу (ҡарышлауыҡ үҫеше стадияһы булған хайуандар) йәки йомортҡа күҙәнәгендәге...

ШИНСКИЙ Григорий Эльевич

ШИНСКИЙ Григорий Эльевич (3.5. 1922, Украина ССР‑ының Житомир ҡ. — 6.1.2015, Ижевск), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (1966), проф. (1968). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. БДМИ‑ны тамамлаған (1943). 1948 й. алып Респ. тире‑венерология диспансерында (Өфө) эшләй: 1956 й. алып...

ШИЗОФРЕНИЯ

ШИЗОФРЕНИЯ (гр. schіzō — бүлгеләү һәм phrēn — аҡыл, фекер), баш мейеһенең хроник ауырыуы, психик процестарҙың, хәрәкәттең диссоциацияһы һәм шәхестең үҙгәреүе (әүҙемлектең кәмеүе, аутизм һ.б.) м‑н бергә бара. Ш. формалары: ге­бефрения, кататония, параноидлы һ.б.; барышы типтары: өҙлөкһөҙ, өйәнәк һымаҡ‑прогредиент...

ШӘМИҒОЛОВ Фәнил Булат улы

ШӘМИҒОЛОВ Фәнил Булат улы (24.3.1965, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әбделмәмбәт а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2008). БР‑ҙың атҡ. табибы (2003). БДМИ‑ны тамамлаған (1992). 1997 й. алып (өҙөклөк м‑н) БДМУ‑ла уҡыта (2008 й. башлап дипломдан һуң белем биреү ин‑тының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм йәмәғәт...

ШӘКӘР ДИАБЕТЫ

ШӘКӘР ДИАБЕТЫ, ашҡаҙан аҫты биҙенең етерлек кимәлдә инсулин эшләп сығармауына һәм туҡымаларҙың уға ҡарата һиҙгерлеге түбәнәйеүенә бәйле барлыҡҡа килгән эндокрин ауырыу. 1‑се типтағы (ашҡаҙан аҫты биҙенең b‑күҙәнәктәре тара­фынан инсулин эшләп сығарыу түбәнәйеү) һәм 2‑се типтағы (туҡымаларҙың инсулинға...

ШАКИРОВ Дамир Фәйез улы

ШАКИРОВ Дамир Фәйез улы (15.2. 1956, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ‑Миәкә а.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2002), проф. (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Респ. санитария мәғарифы йортонда эшләй. 1982 й. алып (өҙөклөк м‑н) БДМУ‑ла уҡыта. 1991—93 йй. “Биос” пр‑тиеһының (Өфө) өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни...

ЧУРБАНОВ Николай Илларионович

ЧУРБАНОВ Николай Илларионович (26.10.1887, Һарытау губ. Чибирлей а. — 24.11.1948, Өфө), патологоанатом. Мед. ф. д-ры (1943), проф. (1943). Һарытау ун-тын тамамлағандан һуң (1924) Төньяҡ-поляр химия-бактериология ин-тында (Архангельск ҡ.) бүлек мөдире, 1928 й. алып Бүрәт-Монгол АССР-ының өлкә суд-мед....

ЧЕХОВ А.П. ИСЕМЕНДӘГЕ ШИФАХАНА

ЧЕХОВ А.П. ИСЕМЕНДӘГЕ ШИФАХАНА. 1900—2009 йй. эшләгән. Аксёнов т. юл ст. 12 км алыҫлыҡта Әлшәй р-нында урынлашҡан. Андреев ҡымыҙ дауаханаһы (шифахана) булараҡ ойошторола, 20 б. 20-се йй. А.П.Чехов исеме бирелә, 1927 й. башлап миҙгелле дәүләт һаулыҡ йорто, 40-сы йй. аҙ. — туберкулёзға ҡаршы ҡымыҙ дауаханаһы,...

ЧЕВПЕЦОВ Валентин Романович

ЧЕВПЕЦОВ Валентин Романович (5.2.1925, БАССР-ҙың Бөрө кантоны Дүртөйлө а., хәҙ. Дүртөйлө ҡ., — 4.12.1990, Өфө), гигиенист. Мед. ф. д-ры (1972), проф. (1977). Б.В. һуғы­шында ҡатнашыусы. БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1952) Ҡаҙаҡ ССР-ында: Тимертау ҡ. санитария- эпидемиология станцияһында баш табип, 1955...

ҺИҘИӘТОВА Ирина Михайловна

ҺИҘИӘТОВА Ирина Михайловна (29.4.1964, Өфө), генетик. Биол. ф. д‑ры (2009), проф. (2011). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2015). Ф.А. Нәҙершинаның ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлаған (1986). 1991 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында: 2000 й. башлап өлкән, 2003 й. — төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2010 й. алып БДУ‑ла...