Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯҢЫРТЫП ЕТЕШТЕРЕҮ

ЯҢЫРТЫП ЕТЕШТЕРЕҮ, ниндәй ҙә булһа бер системаның — биол. (мәҫ., зат, популяция, экосистема) йәки соц. (мәҫ., индивид, ғаилә, ил) — өҙлөкһөҙ хәрәкәте һәм йәшәү процесын яңырта барыуы. Иҡтисадта Я.е. ябай, сикләнгән, киңәйтелгән булырға мөмкин һәм уға етештереүҙең ярашлы рәүештә үҙгәрмәгән, бәләкәйләнә...

ЯҢЫ ӨФӨ НЕФТЬ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ

ЯҢЫ ӨФӨ НЕФТЬ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ, “Башнефть” АНК ААЙ филиалы. Төрлө маркалағы яғыулыҡ һәм майҙар алып углеводород сеймалын эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Пр‑тие составына яғыулыҡ, газ‑каталитик, май, тауар, сервис производстволары инә, улар нефть сеймалын әҙерләүҙән башлап 60‑тан ашыу төр нефть продукттары алыусы...

ЯНҒУРАЗОВ Әхмәт Мөхәмәтвәли улы

ЯНҒУРАЗОВ Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (10.9.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Бүздәк а., — 12.9. 1978, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1953). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1933). 1934—37 йй....

ЯМАНЙЫЛҒА УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ЯМАНЙЫЛҒА УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ААЙ. Ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Нуриман р‑ны Ҡыҙыл Шишмә а. урынлашҡан. Составына Яманйылға, Первомайский ағас‑таҡта әҙерләү пункттары; таҡта ярыу‑тара, ағас әйберҙәр сығарыу, ремонтлау, трактор, тепловоз, вагон цехтары; тар колеялы т. юлы (1933 й. 1‑се...

ЯҒЫУЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ

ЯҒЫУЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ, яғыулыҡтың төрлө төрҙәрен сығарыу һәм эшкәртеү б‑са сәнәғәт тармаҡтары йыйылмаһы; нефть ­сығарыу сәнәғәтен,­ нефть­ эшкәртеү­ сәнәғәтен,­газ­ сә­нәғәтен, күмер­ сәнәғәтен, торф һәм һәүерташ сәнәғәттәрен үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Я.с. үҫеше 20 б. 30‑сы йй. Ишембай­ нефть­ ятҡылы­ғын,­...

ЭШҺЕҘЛЕК

ЭШҺЕҘЛЕК, иҡт. әүҙем халыҡтың бер өлөшөнөң хужалыҡ эшмәкәрлегендә мәшғүл булмауы. Тәбиғи (ҡулайлы эш урынын эҙләү м‑н бәйле), ҡабатланған (производствоның иҡт. үҫеше түбәнәйеүгә бәйле), ҡыҫҡа ваҡытлы һәм оҙаҡҡа һуҙылған Э. айырыла. Асыҡ (рәсми Э.), йәшерен (халыҡтың өлөшләтә мәшғүллеге) һәм күсмә формаларҙа...

ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ

ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, сәнәғәт һәм а.х. сеймалын эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән сәнәғәт тармаҡтары йыйылмаһы. Башҡортостандың Э.с. яғыулыҡ сәнәғәте (күмер һәм нефть сығарыу сәнәғәтенән тыш), нефтехимия сәнәғәте, химия сәнәғәте (тау химияһы сәнәғәтенән тыш), машиналар эшләү, ҡара металлургия, төҫлө металлургия,...

ЭШ ХАҠЫ

ЭШ ХАҠЫ, милли килемдең аҡсалата формала билдәләнгән өлөшө, ул һәр бер хеҙм‑р тарафынан сарыф ителгән хеҙмәт күләме һәм сифаты б‑са бүленә, шәхси маҡсатта ҡулланыла; хеҙмәт өсөн түләү. Э.х. дәүмәле эшсе көсөнә һорау һәм тәҡдимгә ҡарап билдәләнә, ш. уҡ хеҙм‑рҙең квалификацияһына, башҡарылған эштең ҡатмарлылығына...

ЭНГЕЛЬС Фридрих

ЭНГЕЛЬС Фридрих (28.11.1820, Бармен ҡ., Германия — 5.8.1895, Лондон ҡ.), философ, сәйәси эшмәкәр. Марксизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе (ҡара: Марксистик философия). Э. менән К.Маркс — 1‑се Интернационалдың (1864—76) ойоштороусылары һәм етәкселәре. 1849 й. Э. Көньяҡ‑Көнбайыш Германияла барған ҡораллы...

ЭЛЕМТӘ

ЭЛЕМТӘ, төрлө техник саралар ярҙамында мәғлүмәт тапшырыу һәм ҡабул итеү; иҡтисад тармағы. Почта элемтәһе һәм электр элемтәһе айырыла. Башҡортостанда даими почта элемтәһе 1735 й. алып эшләй. 1863 й. Петербург—Ырымбур телеграф элемтәһе линияһында аралыҡ пункты булған Өфө телеграфы асыла. Һамар­Златоуст...

ЭЛЕКТР ЭНЕРГЕТИКАҺЫ

ЭЛЕКТР ЭНЕРГЕТИКАҺЫ, электр энергияһын етештереү, тапшырыу һәм бүлеүгә махсуслашҡан сәнәғәт тармағы; энергетиканың төп өлөшө булып тора. Сеймал сифатында һоро күмер, тәбиғи газ, мазут файҙаланыла. Башҡортостанда тәүге электр станциялары 19 б. аҙ. — 20 б. башында Белорет, Бөрө, Бәләбәй, Дәүләкән, Өфө,...

ЭЛЕКТР ТЕХНИКАҺЫ СӘНӘҒӘТЕ

ЭЛЕКТР ТЕХНИКАҺЫ СӘНӘҒӘТЕ, электр энергияһын етештереү, тапшырыу һәм ҡулланыу өсөн электр техникаһы продукцияһын сығарған машиналар эшләү тармағы. Баш­ҡортостанда 1941 й. Өфөгә бер нисә Э.т.с. пр‑тиеһы эвакуацияланғандан һуң үҫеш ала, 1961 й. Октябрьский түбән вольтлы электр аппаратураһы з‑ды (ҡара:...

ЭКОНОМИК ХӘҮЕФ

ЭКОНОМИК ХӘҮЕФ, и ҡ т и с а д и х ә ү е ф, хужалыҡ ҡарарын тормошҡа ашырыу йәки билдәле эште башҡарыу һөҙөмтәһендә финанс, матди һ.б. яҡтан зыян күреү ихтималлығы. Э.х. иҡт. эшмәкәрлек шарттарының үҙгәреүсәнлегенә бәйле. Микрокимәлдә уңайһыҙ иҡт. хәл пр‑тиены банкротлыҡҡа килтереүе мөмкин. Э.х. кәметеү...

ЩЁТКИН Леонид Иванович

ЩЁТКИН Леонид Иванович (17.3. 1927, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Сибай руднигы ҡсб, хәҙ. Сибай ҡ., — 11.5.2007, Белорет ҡ.), металлург. 1948 й. алып Одесса канат з‑дында мастер. 1949—87 йй. Белорет металлургия комб‑тында эшләй: техник‑тикшереүсе, 1953 й. баш­лап инженер, 1956 й. алып өлкән инженер, 1958...

ШУРУПОВ Евгений Васильевич

ШУРУПОВ Евгений Васильевич (28.5.1951, Стәрлетамаҡ ҡ. — 22.10. 1998, шунда уҡ), химик‑технолог. СССР‑ҙың химия сәнәғәте отличнигы (1985), СССР‑ҙың почётлы химигы (1990), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлаған (1973). 1975 й. алып “Каустик” ЯАЙ‑нда эшләй: лаб., цех, ғилми‑техник үҙәк начальнигы....

ШТАЙГЕР Готлиб Христианович

ШТАЙГЕР Готлиб Христианович (28.11.1924, Одесса өлк. Первомайский ҡсб — 16.11.2017, Белорет ҡ.), төҙөүсе. РСФСР‑ҙың проф.‑техник белем биреү отличнигы (1965). 1941—93 йй. (өҙөклөк м‑н) “Башуралстрой” тресында төҙөлөш‑монтаж идаралығы ташсыһы, 1972 й. алып ташсы‑монтажсы, 1973 й. башлап 2‑се төҙөлөш...

ШЛЁМОВ Валерий Николаевич

ШЛЁМОВ Валерий Николаевич [14.2.1950, Тирлән ҡсб (Белорет ҡ.), хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а.], электрик. СССР‑ҙың почётлы металлургы (1976). 1971—2010 йй. Белорет металлургия комб‑тында эшләй: электромонтёр, 1983 й. алып һәм 2005 — 09 йй. электр ҡорамалдарын ремонтлау мастеры, 1999 й. башлап электрик. 1987...

ШКАПОВ ГАЗ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ

ШКАПОВ ГАЗ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ. Эйәрсен нефть газын һәм еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Бәләбәй р‑ны Приют ҡасабаһында урынлашҡан. Составына компрессор станцияһы (1959 й. асылған); газды көкөрттән таҙартыу (1982), май абсорбциялау, газ фракциялау ҡулайламалары; тауар‑резервуар...

ШИЛКИН Константин Михайлович

ШИЛКИН Константин Михайлович (17.4.1901, Ырымбур губ. Троицк ҡ. — 11.9.1976, Белорет ҡ.), металлург. Ленин­град индустриаль ин‑тын (1934), Башҡ‑н инженер‑техник хеҙм‑рҙәрҙең һәм хужалыҡ етәкселәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тын (1939, Өфө) тамамлаған. 1916—56 йй. (өҙөклөк м‑н) Белорет металлургия...

ШӘКӘР СӘНӘҒӘТЕ

ШӘКӘР СӘНӘҒӘТЕ, шәкәр ҡомо һәм шаҡмаҡлы шәкәр етештереү б‑са аҙыҡ-тәм сәнәғәте тармағы. Сеймал сифатында шәкәр сөгөлдөрө, шәкәр ҡамышы файҙаланыла. Башҡортостанда Ш.с. 1941 й. алып респ. илдең көнбайыш райондарынан шәкәр з‑дтарының ҡорамалдары эвакуацияланғандан һуң үҫеш ала. Беренсе булып 1951 й. Ҡарлыман...