Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯҪМЫҠ БОРСАҠ

ЯҪМЫҠ БОРСАҠ (Lens), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 5 төрө билдәле (шуларҙың 4‑әүһе ҡырағай); Урта диңгеҙ буйында, Кесе һәм Урта Азияла, Кавказ аръяғында таралған. Башҡортостанда ябай Я.б. (эре орлоҡло Я.б. һәм ваҡ орлоҡло Я.б. бүленә) үҫтерелә. Бер йыллыҡ үлән кеүек үҫемлек. Һабағы төҙ...

ЯРМА КУЛЬТУРАЛАРЫ

ЯРМА КУЛЬТУРАЛАРЫ, үҫтерелгән үҫемлектәр, орлоҡтары башлыса ярма әҙерләү өсөн файҙаланыла. Күпселек Я.к. (дөгө, могар, сорго, тары һ.б.) — бажат һымаҡтар ғаиләһе, ҡарабойҙай — ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһе вәкилдәре. Я.к. йылы яратыусы үҫемлектәр, сорго һәм тары ҡоролоҡҡа сыҙамлы культураларға ҡарай,...

ЯРҘАМСЫ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ

ЯРҘАМСЫ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, пр‑тиеның, ойошманың, учреждениеның а.х. продукцияһын етештереүҙе арттырыу, хеҙмәт коллективтары ағзаларының өҫтәлмә аҙыҡ‑түлеккә ихтыяжын тәьмин итеү (ашханаларҙы, балалар баҡсаларын, лагерҙарҙы, ял базаларын тәьмин итеү, хеҙм‑рҙәргә һатыу) маҡсатында булдырылған һәм юридик шәхес...

ЯҢАУЫЛ ЭЛЕВАТОРЫ

ЯҢАУЫЛ ЭЛЕВАТОРЫ, ААЙ. Составына элеватор (1953 й. асылған), 2 тирмән (1956, 1995), макарон цехы (2000), складтар һ.б. инә. Магазины, умарталығы, икмәкханаһы һ.б. бар. 1958—2002 йй. Я.э. эргәһендә ҡатнаш мал аҙығы з‑ды эшләй. 2008 й. 97 кеше эшләгән. Элеватор һыйҙырышлығы — 80 мең т, механизацияланған...

ЭШ ЙЫЛҠЫСЫЛЫҒЫ

ЭШ ЙЫЛҠЫСЫЛЫҒЫ, аттарҙы а.х. һәм транспорт (ҡара: Артмаҡлы‑менге транспорт, Егеүле транспорт) эштәрендә (еккелә, эйәр һәм йөк аҫтында) һ.б. файҙаланыу м‑н бәйле булған йылҡысылыҡтыңүҫеш йүнәлештәренең береһе. Атты ҡулланыуҙың төп төрө булып уның еккеләге эше тора. Ҡолондарҙы еккелә һәм эйәр аҫтында...

ЭОС

ЭОС, гибрид клевер сорты. 2005 й. И.П.Леонтьев, А.Л.Золотов, А.Д. Карасов [Балаҡатай р‑нының “Карасов А.Д.” крәҫтиән (фермер) хужалығы] тарафынан ҡырағай популяцияларҙан күпләп һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 50—60 см, төҙ, 6—7 быуын араһы бар, бер аҙ тарбаҡлы. 35—40%‑ын япраҡ ҡаплаған....

ШОМБОЯ

ШОМБОЯ (Orobanche), шомбоя һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған хлорофилһыҙ паразит үҫемлектәр заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән ке­үек үҫемлектәр. Тамырҙары гаусторияларға (ҡыҫҡа итләс сүстәр) үҙгәргән, улар...

ШӘРӘФЕТДИНОВ Әҙһәм Ғәни улы

ШӘРӘФЕТДИНОВ Әҙһәм Ғәни улы [25.12.1928, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ахун а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 24.9.2016, Мәләүез ҡ., Өфөлә ерләнгән], хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1972). СССР‑ҙың а.х. (1969) һәм РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы (1982) отличнигы. ӨАИ‑ны тамамлаған (1952). 1953 й. алып Учалы р‑нында...

ШАКИРЙӘНОВ Мәғәнәүи Шакирйән улы

ШАКИРЙӘНОВ Мәғәнәүи Шакирйән улы (5.9.1930, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Ҡораласыҡ а.), үҫемлекселек белгесе. 1954—91 йй. Дүртөйлө р‑нында эшләй: 1960 й. алып “Әсән” к‑зының, 1965 й. — “Уңыш” к‑зының комплекслы бригадаһында бригадир. Ш. бригадаһы үҫемлекселектә һәм малс‑ҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә: 1986...

ЦИТРОН

ЦИТРОН, ц е д р а т (Citrus medica), рута һымаҡтар ғаиләһенең цитрус затына ҡараған үҫемлек. Тыуған ере — Көньяҡ Ҡытай һәм Һиндостан. Тропиктарҙа һәм субтропиктарҙа үрсетелә. Башҡортостанда бүлмә шарттарында (Павловский Ц.) һәм ябыҡ грунтта үҫтерелә. Бейеклеге 3,5 м тиклем булған ҡыуаҡлыҡ йәки ағас....

ҺЫРҒАНАҠ

ҺЫРҒАНАҠ (Нippophaё), ноҡот һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 12 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда эт муйылы һымаҡ Һ. үҫтерелә. Ике өйлө, сәнскеле, ныҡ тарбаҡлы ҡыуаҡ йәки ағас, бейеклеге 3,5 м тиклем, ҡараһыу һоро ҡабыҡлы. Япрағы һаплы, сиратлы, бөтөн,...

ҺЫЙЫРСЫЛЫҠ

ҺЫЙЫРСЫЛЫҠ, 1) башҡорттарҙа традицион хужалыҡ системаһында төп шөғөл (ҡара: Хужалыҡ‑мәҙәни типтар). Көньяҡ Уралда Һ. неолит аҙ. барлыҡҡа килгән, был турала Дәүләкән, Ҡарабалыҡты, Мауыҙҙы, Мулла һ.б. тораларҙағы һыйыр малы һәм һарыҡ‑кәзә һөйәктәренең табылдыҡтары раҫлай. Энеолитта төбәктең тәбиғәт‑климат...

ҺУТЛЫ МАЛ АҘЫҠТАРЫ

ҺУТЛЫ МАЛ АҘЫҠТАРЫ, ҡатнашмалы һыу миҡдары юғары булған (40%‑тан ашыу) мал аҙыҡтары. Һ.м.а. йәшел мал аҙығы, тамыраҙыҡтар, бүлбеаҙыҡтар, ҡауын‑ҡарбуз культуралары, силос, сенаж инә. 1 кг Һ.м.а. туҡлыҡлылығы — 0,10—0,34 мал аҙығы берәмеге, ҡоро матдәһе еңел үҙләштерелеүсе углеводтарға (крахмал, шәкәр)...

ҺУҒАРЫУЛЫ ИГЕНСЕЛЕК

ҺУҒАРЫУЛЫ ИГЕНСЕЛЕК, а.х. культураларын һуғарыу шарттарында үҫтереү. Ҡоролоҡло һәм йылдың айырым осорҙарында дым м‑н етерлек тәьмин ителмәгән райондарҙа барлыҡҡа килгән игенселек төрҙәренең береһе. Һуғарыулы ерҙәрҙә а.х. культураларының уңдырышлылығы һуғарылмай торған ерҙәргә ҡарағанда 2— 3 тапҡырға...

ҺУҒАН

ҺУҒАН (Allium), һуған һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 450 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 16 төрө үҫә. Күп йыллыҡ һуғанбаш үҫемлектәр. Һабаҡтары уҡ һымаҡ, бейеклеге 20—150 см тиклем. Япраҡтары күп, һирәк осраҡта яңғыҙ, еңсә йәки ултырма, һыбыҙғыға оҡшаған, еп...

ҺӨРӨҮ

ҺӨРӨҮ, ер эшкәртеү ысулы. Ҡатламды ҡырҡыу, ваҡлау, йомшартыу һәм әйләндереүҙе тәьмин итә. Тупраҡтың һыу, һауа, йылылыҡ режимдарын көйләүгә, ҡый үләндәрен, а.х. культуралары ҡоротҡостарын һәм ауырыу тыуҙырыусыларҙы бөтөрөүгә һ.б. булышлыҡ итә. Төрлө формалағы кәҫтаҡталы, алтөрәнле (тупраҡтың өҫкө ҡатламын...

ҺӨРӨНТӨ ЕР

ҺӨРӨНТӨ ЕР, ауыл хужалығы ере, системалы рәүештә эшкәртелә һәм иген культуралары, техник культуралар, картуф, йәшелсә культуралары һәм мал аҙығы культуралары үҫтереү өсөн ҡулланыла. Һ.е. сәсеү әйләнештәрендәге баҫыуҙар, йәшелсә баҡсалары һәм яңы үҙләштерелгән ерҙәр ҡарай. 2008 й. Башҡортостанда Һ.е....

ҺОРО УРМАН ТУПРАҒЫ

ҺОРО УРМАН ТУПРАҒЫ, ваҡытлы йыуынты һыу режимындағы континенталь климат шарттарында башлыса делювиаль ултырмаларҙағы болон‑дала үҫемлектәре м‑н япраҡлы урмандар аҫтында формалашҡан тупраҡ тибы. Һ.у.т. өсөн өҫкө горизонттарҙа органик матдә һәм минераль элементтар тупланмаһы, ләмдең, тимер һәм алюмин...

ҺОЛО

ҺОЛО (Avena), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда буш Һ. (ҡара һоло) һәм шырт Һ. үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр. Һабағы (һаламы) төҙ, шыма, төкһөҙ, бейеклеге 100—120 см. Япрағы ҡыяҡ, яҫы. Башағы эре, ҡыҫҡа, 2—4 сәскәле. Аҫҡы...

ҺАРЫМҺАҠ

ҺАРЫМҺАҠ (Allium sativum), һуған затына ҡараған үҫемлек. Ҡырағай Һ. — Кавказда, Урта Азия, Һиндостан тауҙарында, Урта диңгеҙ буйында, Көньяҡ Ҡаҙағстанда; культуралы Һ. Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Африканың, Австралияның тропик райондарында таралған. Башҡортостанда йәшелсә культураһы булараҡ...