Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺӘҮӘҪКӘР КИНО

ҺӘҮӘҪКӘР КИНО, үҙешмәкәр сәнғәттөрө. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. барлыҡҡа килә. Тәүге үҙешмәкәр киностудия 1957 й. Гагарин Ю.А. исемендәге мәҙәниәт, фән һәм техника йорто эргәһендә булдырыла. Бында “Нефтле яҡ” (“Нефтяной край”; 1957—58) киножурналының алты сығарылышы, йәмғиәт тәртибен боҙоусыларға...

ФОТОРӘССАМДАР СОЮЗЫ

ФОТОРӘССАМДАР СОЮЗЫ, БР‑ҙағы ижади берекмә. 1992 й. Өфөлә ойошторола. Төп маҡсаттары һәм бурыстары — БР‑ҙа фото сәнғәте үҫешенә, уның художество‑эстетик потенциалын, ижт. әһәмиәтлелеген күтәреүгә, Союз ағзаларының соц.-хоҡуҡи һәм проф. ҡыҙыҡһыныуҙарын яҡлауға булышлыҡ итеү. ФРС документаль һәм художестволы...

ФӘЙЗУЛЛИНА Лира Фәхри ҡыҙы

ФӘЙЗУЛЛИНА (Мәхмүтова) Лира Фәхри ҡыҙы [25.2.1936, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Сәйетбаба а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны)], диктор. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡ. (1979) артисы. Өфө мәктәпкәсә пед. уч‑щеһын (1956), Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1970; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) тамамлаған. 1956 й. алып Ғафури р‑нының Үтәк...

ТЕЛЕВИЗИОН ФИЛЬМ

ТЕЛЕВИЗИОН ФИЛЬМ, телевизион тапшырыу селтәре аша күрһәтеү өсөн төшөрөлгән фильм. Т.ф. анимация (ҡара: Анимация киноһы), документаль (ҡара: Документаль кино), нәфис фильмдарҙың бөтә төрҙәре һәм жанрҙары инә. Башҡортостанда тәүге Т.ф. 1959 й. БАССР МС эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ ком‑тында Башҡ....

ПРОТАЗАНОВ Яков Александрович

ПРОТАЗАНОВ Яков Александрович (4.2.1881, Мәскәү — 8.8.1945, шунда уҡ), кинорежиссёр. РСФСР‑ҙың (1935) һәм Үзбәк ССР‑ының (1943) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Мәскәү коммерция уч‑щеһын тамамлаған (1900). Ватан кинематографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 80‑дән ашыу нәфис фильм төшөргән: “Отец Сергий” (1918),...

ПИЛЬНОВ Михаил Григорьевич

ПИЛЬНОВ Михаил Григорьевич (17.11.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 21.2.2015, шунда уҡ), кинооператор, журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Журналистар союзы ағзаһы (1962). Салауат индустрия техникумын (1965), КПСС ҮК эргәһендәге...

НОВИКОВ Михаил Николаевич

НОВИКОВ Михаил Николаевич (5.5. 1941, Ташкент), кинооператор. Кинематографсылар союзы (1998), Фоторәссамдар союзы (2000) ағзаһы. Бөтә Союз дәүләт кинематография ин‑тын тамамлаған (1974; В.В.Монахов оҫтаханаһы). 1960 й. алып Омск ТВ студияһы кинооператоры ассистенты, 1971 й. — Свердловск к/ст кинооператоры,...

НӘФИС ФИЛЬМ

НӘФИС ФИЛЬМ, сценарийҙы актёрҙар уйыны, режиссура, оператор сәнғәте, художество‑декоратор, композитор ижады һ.б., ш. уҡ графикалы һәм күләмле мультипликация (ҡара: Анимация киноһы) саралары ярҙамында кинематографик һынландырыу юлы м‑н ижад ителгән киносәнғәт төрө. Н.ф. жанрҙары: боевик, детектив, драма,...

МЕШКОВ Леонид Александрович

МЕШКОВ Леонид Александрович (30.5.1948, Өфө — 31.3.2016, ш. уҡ), кинооператор. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995). Кинематографсылар союзы ағзаһы (1987). Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография ин‑тын тамамлаған (1992; С.Е.Медынский оҫтаханаһы). 1969—2015 йй. “Башҡортостан” ТРК‑һы операторы. 170‑тән ашыу...

МАТРОСОВ А.М. ИСЕМЕНДӘГЕ КИНОТЕАТР

МАТРОСОВ А.М. ИСЕМЕНДӘГЕ КИНОТЕАТР. Матросов А.М. ис. балалар к/т 1943—2001 йй. эшләй (Өфө). 170 урынлыҡ тамаша залы, киноаппарат бүлмәһе, кафеһы була. Кинотеатрҙа кинолекторийҙар, кинодәрестәр, “Һаумы, мәктәп!” (“Здравствуй, школа!”), “Әкиәт” (“Сказка”), “Ура! Беҙҙә каникулдар!” (“Ура! У нас каникулы!”)...

КИНОФИЛЬМҒА ДУБЛЯЖ ЯҺАУ

КИНОФИЛЬМҒА ДУБЛЯЖ ЯҺАУ, дөрөҫ мәғәнәүи тәржемә м‑н фильмдың фонограммаһын икенсе телдә әҙерләү. К.д.я. техникаһы айырым фразалар һәм телмәр темпы дауамлылығын ике телдә лә тигеҙләштереүҙе күҙ уңында тота. 20 б. 40‑сы йй. аҙ. Башҡортостанда башҡорт теленә дубляж яһалған беренсе нәфис фильмдар барлыҡҡа...

КИНОТЕАТРҘАР

КИНОТЕАТРҘАР, кинофильмдар күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән учреждениелар. Кино күрһәтеүҙе тәьмин итәләр, фильмдарға реклама яһайҙар, кинофестивалдәр, кинопремьералар, тематик кино сеанстары үткәрәләр. 1908 й. Өфөлә бер нисә эшҡыуар стационар кино залдары аса: “Генераль Электро‑биограф”, “Мираж”, “Экспресс”,...

КИНО СЕЛТӘРЕ

КИНО СЕЛТӘРЕ, халыҡҡа фильмдар күрһәтеү м‑н шөғөлләнгән мәҙәни‑тамаша пр‑тиелары йыйылмаһы. Кинотеатрҙарҙан, клубтарҙағы киноҡоролмаларҙан һәм күсмә кинонан тора. К.с. составына уҡытыуҙа, тикшеренеүҙәрҙә, производствола ҡулланған киноҡоролмалар, һәүәҫкәр кинопроекторҙар инмәй. Өфөлә тәүге кино 1901 й....

КИНЕМАТОГРАФСЫЛАР СОЮЗЫ

КИНЕМАТОГРАФСЫЛАР СОЮЗЫ, ижади берекмә. 1994 й. Өфө ҡ. БР‑ҙың К.с. булараҡ ойошторола, 1997 й. алып РФ К.с. Башҡортостан филиалы, 1998 й. — Башҡортостан республикаһы К.с., 2002 й. — РФ К.с. төбәк бүлеге, 2011 й. алып Башҡортостандың “РФ кинематографсылар союзы” дөйөм Рәсәй йәмғиәт ойошмаһының Башҡортостан...

КӘРИМОВА Рәсимә Сәғит ҡыҙы

КӘРИМОВА Рәсимә Сәғит ҡыҙы (12.3.1939, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Туңғатар а. — 21.6.2017, Өфө), диктор. РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1974) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. В.С.Кәримовтың һеңлеһе. БДУ‑ны тамамлаған (1962). 1959—99 йй. “Башҡортостан” ТРК дикторы. Башҡ. ТВ‑ның беренсе дикторы. “Панорама” мәғлүмәт, “Яңы...

ЙОМАҒОЛОВА Венера Әхмәт ҡыҙы

ЙОМАҒОЛОВА Венера Әхмәт ҡыҙы (17.9.1955, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Яңы Әлдәшле а.), кинорежиссёр, тележурналист. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). Журналистар союзы ағзаһы (2002). Ҡазан мәҙәниәт ин‑тын (1982; Ш.М.Сарымсаҡов курсы), ТВ һәм радио хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тын (Мәскәү, 1995;...

ИСМӘҒИЛЕВ Рәйес Абдрахман улы

ИСМӘҒИЛЕВ Рәйес Абдрахман улы (29.1.1953, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Йөйәк а.), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1995), РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2004), РФ‑тың почётлы кинематографсыһы (2000). Журналистар союзы (1999), Кинематографсылар союзы (2000) ағзаһы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1976; Ғ.Ғ.Ғиләжев...

ЖУРАВЛЁВ Василий Николаевич

ЖУРАВЛЁВ Василий Николаевич (2.8.1904, Рязань ҡ. — 16.11.1987, Мәскәү), кинорежиссёр. РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1976), Ҡабарҙы‑Балҡар АССР‑ының халыҡ артисы (1959). Дәүләт кинематография техникумын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1927) “Мосфильм” к/ст эшләй. 20‑гә яҡын фильм авторы: “Аҫрау ул” (“Приёмыш”;...

ДОКУМЕНТАЛЬ КИНО

ДОКУМЕНТАЛЬ КИНО, киносәнғәт төрө, әҫәрҙәге ысын булған ваҡиғаларҙы һәм шәхестәрҙе төшөрөп монтажлау, уларҙы һынлы кәүҙәләндереү һәм диктор тауышы м‑н аңлатма биреү ярҙамында ижад ителә. Д.к. жанрҙары: кинохроника, киноконцерт, киножурнал, репортаж, очерк, кинопублицистика. Башҡортостан т‑да тәүге документаль...

ҒӘЛИУЛЛИН Илдус Һаҙый улы

ҒӘЛИУЛЛИН Илдус Һаҙый улы (5.1.1934, ТАССР-ҙың Орнашбаш а. — 30.5.2009, Өфө), кинооператор, кинорежиссёр. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984), РФ-тың почётлы кинематографисы (2000). Кинематографсылар союзы ағзаһы (1986). Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография ин‑тын тамамлаған (1969; П.А.Ногин оҫтаханаһы)....