Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯЩУК Әлфиә Ғәлим ҡыҙы

ЯЩУК Әлфиә Ғәлим ҡыҙы (27.9. 1958, Өфө), акушер‑гинеколог. Мед. ф. д‑ры (2010), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. табибы (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 1987 й. тиклем Өфөнөң 8‑се дауаханаһында эшләй. 1989 й. алып БДМУ‑ла (2002 й. башлап 2‑се акушерлыҡ һәм гинекология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...

ЦВЕТАЕВА М. МУЗЕЙЫ

ЦВЕТАЕВА М. МУЗЕЙЫ. Бәләбәй р-ны Өҫән-Ивановка а. урынлашҡан. 1993 й. Марина Цветаеваның әҙәби-сәнғәт музейы булараҡ ойошторола, Милли музей филиалы, 2002 й. алып Милли әҙәби музей филиалы, 2006 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Музей фондында 1 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. М.И.Цветаеваның...

УРМАН МУЗЕЙЫ

УРМАН МУЗЕЙЫ. Өфөлә “Башҡортостан урманы” дәүләт учреждениеһы эргәһендә урынлашҡан. 1981 й. ойошторолған. Музей фондында 70‑тән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. солоҡсолоҡ һәм һунар өсөн әйберҙәр, ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, бөжәктәр коллекцияһы, Башҡортостанда йәшәгән йәнлек һәм ҡош толоптары, Шүлгәнташ...

ТЮЛЬКИН А.Э. ЙОРТ-МУЗЕЙЫ

ТЮЛЬКИН А.Э. ЙОРТ‑МУЗЕЙЫ, Нестеров М.В. исемендәге художество музейы филиалы. Өфөлә урынлашҡан. 1994 й. Тюлькин А.Э. мемориаль йорт‑музейы булараҡ ойошторола, унда 1920—80 йй. А.Э. Тюлькин йәшәгән. Музей фондында 103 һаҡлау берәмеге. 4 бүлмәлә урынлашҡан экспозицияла Тюлькин йортоноң интерьеры тергеҙелгән;...

СӨЛӘЙМӘНОВ Ғ. МУЗЕЙЫ

СӨЛӘЙМӘНОВ Ғ. МУЗЕЙЫ, Баймаҡ р‑ны 1‑се Төрөкмән а. урынлашҡан.__ 1992 й. Ғ.З.Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. Шул уҡ йылда экспозиция асыла. 1995 й. алып Милли музей филиалы, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 700‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. ҡурайсының шәхси әйберҙәре,...

СОҠОРОЙ Ғ. МУЗЕЙЫ

СОҠОРОЙ Ғ. МУЗЕЙЫ, Тәтешле музейы филиалы. Тәтешле р‑ны Иҫке Соҡор а. урынлашҡан. 2001 й. Милли музей филиалы булараҡ асыла, 2002—06 йй. Милли әҙәби музей филиалы, 2009 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 380‑дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ғ.Соҡорой төҙөгән “Ирәкте ырыуы шәжәрәһе” нең һәм уның бер...

МУЗЕЙҘАР

МУЗЕЙҘАР (гр. мuseјion — музалар храмы), тәбиғи тарих, матди һәм рухи мәҙәниәт ҡомартҡыларын туплау, һаҡлау, өйрәнеү һәм популярлаштырыу м‑н шөғөлләнгән фәнни, мәҙәни‑ағартыу учреждениелары. Фәнни-тикшеренеү, фәнни‑ағартыу һәм уҡыу-уҡытыу; учреждениеның ойоштороу тәртибенә һәм милек формаһына бәйле...

МӨБӘРӘКОВ А. МУЗЕЙЫ

МӨБӘРӘКОВ А. МУЗЕЙЫ, Белорет р‑ны Асы а. урынлашҡан. 1994 й. Милли музей филиалы булараҡ ойошторола, 2006 й. алып Милли әҙәби музей филиалы. Музей фондында 300-ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. А.Ҡ. Мөбәрәковтың шәхси әйберҙәре, наградалары, фотографиялары, Д.Юлтыйҙың “Ҡарағол”, У. Шекспирҙың “Отелло”...

МОРТАЗИН М. МУЗЕЙЫ

МОРТАЗИН М. МУЗЕЙЫ, Учалы р‑ны Көсөк‑Маяҡ а. урынлашҡан. 1991 й. М.Л.Мортазиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. 1993—2005 йй. Милли музей филиалы, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 600‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге бар, ш. иҫ. Мортазиндың тормошон һәм эшмәкәрлеген сағылдырған шәхси әйберҙәр,...

КҮГӘРСЕН МУЗЕЙЫ

КҮГӘРСЕН МУЗЕЙЫ, Күгәрсен р‑ны Мораҡ а. урынлашҡан. 1978 й. йәмәғәт башланғысында Күгәрсен тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1991—2006 йй.— Милли музей филиалы. Экспозицияһы 1981 й. асыла. Музей фондында 2000‑дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 19 б. Ҡазанда Кәримовтар типографияһы сығарған...

КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ МУЗЕЙЫ

КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ МУЗЕЙЫ, Көйөргәҙе р‑ны Кинйәабыҙ а. урынлашҡан. 2001 й. Милли музей филиалы булараҡ ойошторола, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 900‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ғәли Ғ.Ибраһимовтың “Кинйә” романының беренсе һәм киләһе баҫмалары (1977, 1982, 1987; бөтәһе лә — Өфө), Кинйә...

КЕЙЕКБАЕВ Ж. МУЗЕЙЫ

КЕЙЕКБАЕВ Ж. МУЗЕЙЫ, Ғафури р‑ны Ҡаранйылға а. урынлашҡан. 1974 й. ш. уҡ райондың Сәйетбаба урта мәктәбе музейы булараҡ ойошторола, 1981 й. алып Милли музей филиалы, 1992 й. — Кейекбаев Ж. мемориаль музейы, 2002—06 йй. Милли әҙәби музей филиалы. Музей фондында 400‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ж.Ғ.Кейекбаев...

ИВАНОВ К. ЙОРТ-МУЗЕЙЫ

ИВАНОВ К. ЙОРТ-МУЗЕЙЫ, Бәләбәй р‑ны Ыҫлаҡбаш а. урынлашҡан. 1940 й. К.В.Ивановтың тыуыуына 50 йыл тулыу айҡанлы 1906 й. Ивановтар ғаиләһе һалған йортта ойошторола; 1962 й. алып Милли музей, 2002 й. — Милли әҙәби музей филиалы, 2006 й. — Ыҫлаҡбаш а. музей комплексы составында. Мемориаль музей фондында...

ДҮРТӨЙЛӨ МУЗЕЙЫ

ДҮРТӨЙЛӨ МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы. 1989 й. тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы итеп ойошторола. Музей фондында 19 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. ғәйнә башҡорттары б‑са этнографик коллекция, 18—19 бб. иконалары, сиркәү әйберҙәре, боронғо славян телендәге китаптар, боронғо аҡсалар, фотоһүрәттәр коллекциялары,...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН М.Х. МУЗЕЙЫ

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН М.Х. МУЗЕЙЫ, Миәкә р‑ны Өршәкбаш-Ҡарамалы а. урынлашҡан. 1965 й. ойошторола, 1991—2006 йй. Милли музей филиалы, 2010 й. алып Үҙәк мәҙәниәт һарайы (Ҡырғыҙ-Миәкә а.) составында. Экспозицияһы 1982 й. асыла. Музей фондында 270‑тән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. М.Х.Ғөбәйҙуллиндың шәхси әйберҙәре,...

ҒӘЗИЗ ӘЛМӨХӘМӘТОВ МУЗЕЙЫ

ҒӘЗИЗ ӘЛМӨХӘМӘТОВ МУЗЕЙЫ, Көйөргәҙе р‑ны Яңы Мораптал а. урынлашҡан. 1995 й. хәрби һәм хеҙмәт даны музейы базаһында (1988) Ғ.С.Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторола; 2006 й. тиклем Милли музей филиалы. Музей фондында 1 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Әлмөхәмәтовтың тормошо һәм...

ҒАРИПОВ Р. МУЗЕЙЫ

ҒАРИПОВ Р. МУЗЕЙЫ. Салауат р‑ны Арҡауыл а. урынлашҡан. 1989 й. Милли музей филиалы булараҡ ойошторола, 2002—2006 йй. Милли әҙәби музей филиалы. Әҙәби музей фондында 300‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Р.Й.Ғариповтың шәхси әйберҙәре, китаптары, “Һабантурғай йырҙары” (1964) һәм “Осоу” (1966) шиғырҙар...

ГЕОЛОГИЯ ҺӘМ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР МУЗЕЙЫ

ГЕОЛОГИЯ ҺӘМ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1934 й. Башҡ‑н геол. разведка тресы эргәһендәге Геол. музейы булараҡ ойошторола, 2003 й. алып Башҡортостан Республикаһының Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы. Музей фондында 5,5 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге. 3 залда урынлашҡан экспозицияла...

ГӘРӘЕВ М. МУЗЕЙЫ

ГӘРӘЕВ М. МУЗЕЙЫ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев музейы, Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а. урынлашҡан. 1991 й. ойошторола, 2006 й. тиклем Милли музей филиалы. Экспозицияһы 1992 й. М.Ғ.Гәрәевтең тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы асыла. Шул уҡ р‑ндың Ташшишмә а. филиалы бар (Гәрәев йәшәгән йорт тергеҙелгән)....

ВӘЛИДИ Ә.‑З. МУЗЕЙЫ

ВӘЛИДИ Ә.-З. МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы. Ишембай р‑ны Көҙән а. урынлашҡан. 1993 й. ойошторола. Экспозицияһы 1994 й. асыла. Музей фондында 1780‑дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ә.Ә.Вәлидовтың профессор мантияһы, яҙыу приборы, шәхси документтары һәм фотографиялары. 2 залда урынлашҡан экспозицияла Вәлидовтың...