Әҙәбиәттә фольклор интертексы (башҡорт һүҙ сәнғәте миҫалында)
Монография сит ил һәм рәсәй филологияһы фәнендә күптән билдәле һәм ярайһы уҡ ҡаралған актуаль методтарҙың береһе булған интертекст теорияһы башҡорт әҙәби ғилеменә лә яраҡлаштырылып, тикшереү тәжрибәһенә нигеҙләнеп яҙылды. Ул фәндә шулай уҡ ҡыҙыҡлы, мөһим фольклор һәм әҙәбиәт бәйләнештәре сиктәрендә файҙаланылды. Ҡасандыр кемдер тарафынан әйтелгән фекер йәки әҫәрҙә сағылған сюжет бөгөн милли әҙәбиәтебеҙҙә художестволы яҡтыртылыуын һиҙемләү әҙерлекле уҡыусыла шул боронғоға һылтанма тыуҙыра (ул эксплицив йәки имплицив булыуы ихтимал). Ошо оҡшашлыҡ тойғоларын, текстар араһындағы «диалогты» интертекст методы асыҡларға ярҙам итә. Бындай тикшеренеүҙәр, бөгөнгө глобалләштереү барған осорҙа, әҙәбиәтебеҙҙе бөтә донъя әҙәбиәте өлөшө булараҡ һаҡлау, уны художестволы һәм мәҙәни универсалийҙар кимәленә күтәреп ҡарау мөмкинлеген бирә.
Китап филология факультеты студенттарына, аспиранттарға, ғалимдарға, фән менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға тәғәйенләнә.