Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Вход
Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»
Академия наук Республики Башкортостан ГАУН РБ Башкирская энциклопедия

Комсомол маршы, песня

Просмотров: 566

КОМСОМОЛ МАРШЫ

У. Кинйәбулатов һүҙҙәре

А. Ғабдрахманов музыкаһы

 

Тауҙар күкрәген тишәбеҙ,

Диңгеҙ төбөнә төшәбеҙ,

Ҡыйыу беҙ, ҡыйыу.

Ауылды ҡала итәбеҙ,

Йыһанды айҡап үтәбеҙ,

Ҡыйыу беҙ, ҡыйыу.

 

Ҡушымта:

Аҙымдарың киң,

Тау бөркөтө һин,

Комсомол!

Ҡарашың үткер,

Тауыштарың көр,

Комсомол!

 

Беҙҙең мөхәббәттең көсө

Йондоҙҙан йондоҙға күсер,

Ҡыйыу беҙ, ҡыйыу.

Ябай хеҙмәт емеше ҙур

Беҙҙең ғүмер ул данлы йыр,

Ҡыйыу беҙ, ҡыйыу.

 

Ҡушымта.

 

Дошман беҙгә ҡайрай ҡылыс,

Әммә беҙ сыныҡҡан ҡорос,

Ҡыйыу беҙ, ҡыйыу.

Көнгә ҡыҫҡартып йылдарҙы

Асабыҙ тәүге юлдарҙы

Сикһеҙ йыһанға!

 

Ҡушымта.

 

Дата публикации: 01.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.02.2020