Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Вход
Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»
Академия наук Республики Башкортостан ГАУН РБ Башкирская энциклопедия

Комсомол йыры, песня

Просмотров: 653

КОМСОМОЛ ЙЫРЫ

Ғ. Әмири һүҙҙәре

Х. Әхмәтов музыкаһы

 

Сафтарҙы беҙҙең тупланы бергә

Партиябыҙҙың бөйөк хәстәре,

Өйрәтте беҙҙе илде һөйөргә

Ҡанатлы быуын — совет йәштәрен.

 

Ҡушымта:

Ғорурлан, Ватан, алда бара гел

Комсомолияңҡыҙ һәм улдарың.

Партияның саф, тоғро байрағын

Йәш гвардия тота юғары.

 

Ынтылһа дошман, ҡара болоттай,

Ватандың аяҙ күген ҡапларға,

Ташландың уға, йәшен һәм уттай,

Баҫып иң алғы, ҡыйыу сафтарға.

 

Ҡушымта.

 

Тыныс хеҙмәттә тынғы белмәйбеҙ,

Тауҙар аҡтарып, юлдар ярабыҙ.

Ерҙе быраулап, байлыҡ эҙләйбеҙ,

Киң ҡырҙарҙан мул уңыш алабыҙ.

 

Ҡушымта.

 

Ҡаршылыҡтарға ҡаршы барабыҙ

Беҙҙә көс, ғәйрәт, беҙҙә шат күңел.

Яңғыра һин, ғорур комсомол маршы,

Диңгеҙҙәрҙе кис, күктәргә үрел.

 

Ҡушымта.

 

Дата публикации: 01.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.02.2020