Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Вход
Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»
Академия наук Республики Башкортостан ГАУН РБ Башкирская энциклопедия

Комсомолдар маршы, песня

Просмотров: 495

КОМСОМОЛДАР МАРШЫ

Ә. Бикҡолов һүҙҙәре

З. Саҙретдинов музыкаһы

 

Домналар төҙөнө, сиҙәмдәр күтәрҙе,

Комсомол иретте ҡоросто.

Һалҡында өшөнө, эҫелә ул көйҙө,

Таш яуһын — үтәне бурысты.

 

Сигенмәй бер аҙым, һаҡланы Ватанын,

Иҫәпһеҙ ауырлыҡ кисерҙе.

Йылғаның ағышын борҙо ул кирегә,

Мәңгелек тауҙарҙы күсерҙе.

 

Төҙөй ул ҙур БАМ-ды, тау аша һуҙа юл

Алыҫҡа, Белорет—Шишмәгә.

Дан һеҙгә, батырҙар, Корчагин тоҡомо.

Комсомол һынатмай һәр эштә.

 

Антыңды үтәнең, яуланың ҙур еңеү.

Ҡаһарман тоҡомло комсомол.

Яуҙарҙа, көрәштә ҡоростай сыныҡтың

Һәр ваҡыт һәр эштә алда бул!

 

Дата публикации: 01.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.02.2020