Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Вход
Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»
Академия наук Республики Башкортостан ГАУН РБ Башкирская энциклопедия

Комсомол, алға, песня

Просмотров: 655

КОМСОМОЛ, АЛҒА

Н. Иҙелбай һүҙҙәре

Р. Мортазин музыкаһы

 

Ал таң ата, ҡояш ҡалҡа

Аяҙ илебеҙ күгендә.

Ал таңдай атып,

Ҡояшҡай балҡып,

Орденлы йәштәр килә.

 

Ҡушымта:

Комсомол, алға,

Ҙур көрәш алда,

Баҫығыҙ тығыҙ сафҡа!

Партия көтә һеҙҙе алмашҡа,

Атлайыҡ алға — коммунизмға!

 

Йәшлек, йәшнәп-күкрә ерҙә,

Иңләп тыуған ил күген.

Шат йәштәр, әйҙә,

Талпын еңеүгә,

Ҡанатлы тоҡом бит һин.

 

Ҡушымта.

 

Хөрмәт итә дуҫ һәм туған

Гүзәл йәшлек байрамын.

Атлайыҡ бергә,

Күтәреп үргә,

Ленинизм байрағын.

 

Ҡушымта.

 

Дата публикации: 01.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.02.2020