Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Вход
Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»
Академия наук Республики Башкортостан ГАУН РБ Башкирская энциклопедия

Комсомолка Гөлсара, песня

Просмотров: 625

КОМСОМОЛКА ГӨЛСАРА

Ә. Ерикәй һүҙҙәре

Й. Фәйзи музыкаһы

 

Тормош ауырлығын күрҙе

Йәп-йәш кенә булһа ла,

Шат күңелле, асыҡ йөҙлө,

Күрше ҡыҙы, ярлы ҡыҙы

Комсомолка Гөлсара.

 

Туптар шартлай, ерҙәр тетрәй,

Йондоҙ яҡты, төн ҡара.

Мылтыҡ алып, ҡылыс тағып,

Аҡ бандаға ҡаршы бара

Комсомолка Гөлсара.

 

Ҙур һуғышта дошмандарҙың

Йөрәгенә ут һала.

Ләкин үҙе, яраланып,

Киң далала ятып ҡала

Комсомолка Гөлсара.

 

Үтте йылдар, аҡты һыуҙар,

Сәскәләнде киң дала.

Киң далала йыраҡ ҡалды

Күрше ҡыҙы, ярлы ҡыҙы

Комсомолка Гөлсара.

 

Тормошобоҙ матурланды,

Илебеҙ алға бара.

Йөрәктәрҙә ныҡ һаҡлана

Һинең исемең, матур исемең,

Комсомолка Гөлсара.

 

Дата публикации: 01.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.02.2020