Косилка, молотилка, песня
646
КОСИЛКА, МОЛОТИЛКА
Башҡорт халыҡ йыры
Бер ҡыҙ:
Комсомолдар, комсомолдар,
Комсомолдар — клубта.
Ҡушымта /күмәкләп/:
Косилка, молотилка,
Сортировка, веялка.
Кем икәнеңде белмәйем,
Яндарыңда булып та.
Ҡушымта.
Бер егет:
Алдарҙы кейҙеңме ни/ҙә/,
Гөлдәрҙе кейҙеңме ни?
Ҡушымта.
Үҙең һөйгәс, мин дә һөйҙөм,
Ялынып һөйҙөммө ни?
Ҡушымта.
Дата публикации: 01.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.02.2020
Энциклопедии: