Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Вход
Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»
Академия наук Республики Башкортостан ГАУН РБ Башкирская энциклопедия

Йәшлек яҙым - комсомол, песня

Просмотров: 953

ЙӘШЛЕК ЯҘЫМ — КОМСОМОЛ

Я. Ҡолмой һүҙҙәре

А. Ҡобағошов музыкаһы

 

Күңелдәр ҡош һымаҡ атлыға,

Нур балҡый йылмайған йөҙҙәрҙә.

Дан булып киләсәк йылдарға

Эҙ ҡала беҙ үткән ерҙәрҙә.

 

Ҡушымта:

Ҡайҙа хеҙмәт — шунда йәшлек,

Шунда бәхет, шунда йыр.

Тыуған илемде йәшәртеп,

Йәшнәп йәшәй комсомол.

 

Хеҙмәттә дәрт яға йөрәккә,

Ярышта ал бирмәҫ ярһыу ул.

Йәштәрҙең күңелен елкеткән

Мөхәббәт яҙы ул комсомол.

 

Ҡушымта.

 

Диңгеҙҙәр киңлеген үлсәй ул,

Бөркөттәй йыһанды айҡай ул,

Тиҙләнеш тиҙлеген үҙ итеп,

Еңеүгә талпына комсомол.

 

Ҡушымта.

 

Дата публикации: 01.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.02.2020