Комсомолка Хөршиҙә, песня
582
КОМСОМОЛКА ХӨРШИҘӘ
С. Ҡудаш һүҙҙәре
З. Исмәғилев музыкаһы
Зәңгәр күҙле, сәскә төҫлө
Бер ҡыҙ үҫте күршелә;
Үҙе үткер, үҙе көслө —
Комсомолка Хөршиҙә.
Дошман кергәс тыуған ергә,
Батырҙар ятмаҫ өйҙә,
Мылтыҡ алып яуға китте
Комсомолка Хөршиҙә.
Аттырырға еңеү таңы
Балҡытып ил өҫтөнә,
Фашист яуҙарын туҡманы
Комсомолка Хөршиҙә.
Атты ул таң, килде байрам
Йылмайып тыуған илгә,
Тик күрмәне ул көндәрҙе
Комсомолка Хөршиҙә.
Бергә балҡып еңеү менән
Ҡайтманы тыуған өйгә,
Ҡалды ятып йыраҡ ерҙә
Комсомолка Хөршиҙә.
Дата публикации: 01.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.02.2020
Энциклопедии: