Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Вход
Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»
Академия наук Республики Башкортостан ГАУН РБ Башкирская энциклопедия

Воспоминания С. Г. Ишбердина (на башк. языке)

Просмотров: 545

С. Ғ. Ишбирҙин хәтирәләре

ВЛКСМ-дың 85 йыллығына

Быйыл октябрь айында республикабыҙ йәмәғәтселеге Башҡортостанда комсомолдыңәштәр йәмәғәт ойошмалары берләшмәһенең) 85 йыллығын билдәләп үтте.

Ошо ваҡиғаға арналған республика тантана йыйылышында тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһап, Президентыбыҙ М. Ғ. Рәхимов комсомолдың йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҙур тәжрибә туплауын, ошо эштә уның бай традициялары булыуын һәм ошо бай тәжрибәне хәҙерге йәштәрҙе тәрбиәләүҙә ҡулланырға кәрәклеген әйтеп үтте.

ВЛКСМ традицияға бай.

Ысынлап та, беҙҙең ил тарихында, комсомолдың тотҡан урынын бер нисек тә инҡар итеп булмай.

Граждандар һуғышында сит ил интервенттарына ҡаршы көрәш, илде ҡыҫҡа срокта артта ҡалған аграр илдән донъяла иң ҡеүәтлеләр рәтендәге индустриаль державаға әйләндереү, ауыл хужалығын коллективлаштырыу, илдә наҙанлыҡты бөтөрөү эшендә ең һыҙғанып эшләү, биш йыллыҡтарҙағы хеҙмәт ҡаҙаныштары, Тыуған илде һаҡлауға йәштәрҙе әҙерләү, Бөйөк Ватан һуғышы, һуғыштан һуңғы комсомол төҙөлөштәре — былар бөтәһе лә комсомолецтарҙың актив ҡатнашлығында атҡарылды.

Комсомол йәштәрҙең иң яратҡан, иң абруйлы ойошмаһы булды. Сөнки уның сафына иң алдынғы эшсе, крәҫтиән йәштәре, уҡыу отличниктары, йәмәғәт эшендә актив ҡатнашып, Тыуған ил өсөн көрәшергә һәр саҡ әҙер торған кешеләр ҡабул ителде.

Ялҡауҙарға, прогульщиктарға, эскеселәргә, йәмәғәт тәртибен боҙоусыларға, уҡыуҙа артҡа һөйрәлеүселәргә комсомол сафына инеү ишеге ябыҡ ине.

Комсомол байрағы — Ленин байрағы. Ойошмала комсомол ағзалары сәйәси яҡтан аң белемен күтәрә һәм уны комсомолдан тыш йәштәр араһына тарата. Комсомол ойошмаһы үҙенең ағзаларына ҡаты талап ҡуя ине. Эсеп йөрөү, тәмәке тартыу, хулиганлыҡ ҡылыу, ҡатын-ҡыҙҙарға насар ҡараш, өлкәндәрҙе ихтирам итмәү, эш урынында артта һөйрәлеү һ.б. — комсомол уставын тупаҫ боҙоу һаналды. Ундай эштәр әгәр килеп сыҡһа, ғәйепле комсомол ағзаһы һис һүҙһеҙ ойошма йыйылышында тикшерелеп, иптәштәре алдында яуап бирер ине.

Баймаҡ районы комсомол ойошмаһы Башҡортостан комсомолының иң алдынғы, әүҙем эшләгәндәр рәтендә булды. Тәүге комсомол ячейкалары район Йылайыр кантоны составында булғанда 20-се йылдарҙа барлыҡҡа килә башланы. Тәүге ячейкалар Баймаҡ баҡыр иретеү заводында, Түбә, Йолалы, Сибай алтын табыу рудниктарында, Темәс, 1-се Этҡол, Иҫке Сибай ауылдарында ойошторолдо. Ә инде 30-сы йылдар башында, ауыл тормошон үҙгәртеп ҡороу, совхоздар, колхоздар төҙөү осоронда комсомол ойошмаларының эше бигерәк әүҙемләште. Ауылдарҙа культура-ағартыу эштәре, наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәш: наҙан ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡыу-яҙыуға өйрәтеү — комсомолдың иң яуаплы бурысы булды.

Тәүге биш йыллыҡтарҙа илде индустриялаштырыуҙа, яңы завод, фабрикалар төҙөүҙә, стахановсылар хәрәкәтен йәйелдереүҙә, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү, илдең оборона ҡеүәтен күтәреүҙә комсомол ойошмаларының башҡарған эшен баһалап бөткөһөҙ.

Һөҙөмтәлә, илебеҙгә фашист илбаҫарҙары ябырылғанда, бөтә совет халҡы берҙәй булып күтәрелде, һәм дошманды тар-мар итеп бөтә донъя халҡын фашист ҡоллоғонан ҡотҡарҙы.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, илебеҙ алдында тағы ла мөһим һәм ауыр бурыс: емерелгән ҡалалар, ауылдарҙы тергеҙеү, сәнәғәтте, колхоз-совхоздарҙы аяҡҡа баҫтырыу эше килеп баҫты. Был эшкә йәштәрҙе йәлеп итеү, социалистик ярышты ойоштороу — комсомолға йөкмәтелде. Ошо яуаплы бурысты тормошҡа ашырыу өсөн комсомол ойошмаларын ойоштороу яғынан нығытыу кәрәк ине. Партия ойошмалары был эшкә йәш коммунистарҙы, һуғыштан иҫән ҡайтҡан фронтовиктарҙы йәлеп итте.

Был эштең нисек тормошҡа ашырылыуын беҙҙең Баймаҡ районы миҫалында күрергә мөмкин. Һуғыш тамамланыуҙың икенсе йылында уҡ комсомолдың район комитеты яңы кадрҙар менән тулыландырылды. 1946 йылда райком секретарҙары итеп фронтовиктар Ғ. Әҙеһәмов, З. Аҡназаров һайланды. Был иптәштәр икенсе эшкә күскәс, уларҙы В. Силаев һәм Ғ. Яҡупов алмаштырҙы.

1948—52 йылдарҙа ВЛКСМ райкомының беренсе секретары булып С. Ишбирҙин эшләгәндә, икенсе секретарь булып Х. Сөләймәнов, ойоштороу бүлеге мөдире — М. Кәшәфетдинов һәм С. П. Валюков, пионер бүлеге мөдире — Ғ. Ваһапов һәм Р. Захарова, учёт бүлеге мөдире — В. Савельева эшләне. Һуғыштан һуңғы осорҙа тәүге комсомол ойошмаларын ойоштороу йәһәтенән юлға һалыуға Ғ. З. Ваһапов һәм С. П. Валюков күп көс һалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып китеү артыҡ булмаҫ. Ул ваҡытта транспорт булмау сәбәпле, улар ауылдан ауылға йәйәү йөрөп комсомол йыйылыштарын үткәрәләр. Урындағы комсомол ойошмалары партком һәм хужалыҡ етәкселәре ярҙамында йәштәрҙе социалистик ярышҡа йәлеп итеү, комсомолецтарҙы сәйәси түңәрәктәрҙә уҡытыу, ауылдарҙа культура-ағартыу эштәрен ойоштороу һ.б. йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнделәр. Районда физкультура-спорт ярыштарын ойоштороуҙа район советының физкультура-спорт комитеты рәйесе А. В. Феоктистовтың роле ҙур булды. Колхоздарҙа, совхоздарҙа комсомол­йәштәр звенолары һәм бригадалары эшләне. Ярыш һөҙөмтәһенә йомғаҡ яһалып, стена газеталарында һәм боевой листоктарҙа яҡтыртылды. Алдынғы звено ағзалары бүләкләнде. Тап ошо осорҙа Карл Маркс колхозы комсомол-йәштәр звеноводы Ғ. Насиров Социалистик хеҙмәт геройы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. И. Камалов етәкләгән 9-сы комсомол­йәштәр старателдәр артеле “Башзолото” системаһында һәр саҡ алдынғы урынды биләне. Комсомол ойошмалары һәр төрлө социаль-йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Һайлауҙарға әҙерлек һәм уны үткәреү, һуғыштан һуңғы халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу заёмдарына яҙылыу һәм йыйыу кеүек сараларға комсомолецтар йәлеп ителде.

Районда күп кенә комсомол вожактары тәрбиә алды һәм улар артабан партия, совет хужалыҡ эштәренә үрләтелде. Мәҫәлән Баймаҡ баҡыр иретеү заводынан фронтовик Воронцов һәм Космынин, Сибай руднигы комсомол ойошмаһы секретары Р. Вәлиуллина, Түбә руднигынан И. Камалов, Байҡара руднигынан фронтовичка Н. Образцова, Семёновск руднигынан Шәрипов, “НаВИЛ” колхозынан Р. Сәйетҡолов, “Ширпотреб” берекмәһенән Южаков һ.б. бик күп иптәштәр йәштәр ойошмаһын етәкләне. Улар йәмәғәт эшен үҙҙәренең төп эштәре менән бер үк ваҡытта башҡарҙы, ул ваҡытта тәүге комсомол ойошмаларында штатта секретарҙар булманы. Уларҙың күбеһе артабан һәр төрлө етәксе вазифаларға үрләтелде.

Район комсомолында критика (тәнҡит) юғары кимәлдә булды. Район комсомол конференцияһында (ул саҡта йыл һайын үтә ине), пленумдарҙа беҙгә, ВЛКСМ райкомы етәкселәренә, ныҡ ҡына эләгә торғайны.

Билдәле, район комсомол ойошмаһы эше алда гөл булды, тип әйтеп булмай. Эшләү шарттары ла еңел булманы. Һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙа райком работниктары ауылдан ауылға йәйәү йөрөп комсомол йыйылыштары үткәргән осраҡтар ҙа булды.

Шулай итеп, илебеҙҙең иҡтисадын, мәҙәниәтен, социаль тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртеүҙә Ленин комсомолының индергән өлөшө ҙур булды, ул партия тарафынан юғары баһаланды.

Тик үткән быуаттың 70-се йылдар аҙағында, бигерәк тә 80-се йылдарҙа Ленин комсомолы үҙенең боевой (һуғышсан) рухын төшөрә башланы. Тик йәштәргә хас булған яңылыҡҡа ынтылыу, етешһеҙлектәрҙе күрә белеү кеүек яҡшы сифаттар (бигерәк тә етәксе органдарҙа) әкренләп һүнә барҙы. Шуның асыҡ күрһәткесе булып комсомолдың һуңғы съезы булды. Съезд отчёт докладынан башланып, бөтә сығыштарҙа ла “Дорогой Леонид Ильичты” маҡтау, өҙлөкһөҙ ҡул сабыу шарттарында үтте. Илдә барлыҡҡа килгән иҡтисадтың үҫеше түбәнәйеүе, халыҡтың тормош кәрәк яраҡтарын тәьмин итеүҙә һ.б. күп етешһеҙлектәр урап үтелде. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне.

 

Октябрь, 2005 йыл

 

Дата публикации: 01.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.10.2019